Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәттәрендә
3 Декабрь 2022, 23:28

Мунса ― ул күңел торошо

#Төнгө_Һаҡмар Мунсала дауаланыуҙа тыш кеше күңеле менән ял итеп тә сыға.  Ә мунсанан сыҡҡас лимон һалып баллап сәй эсеү ― үҙе үк йәнгә дауа, тәнгә сихәт була!  Мунса көнө менән, дуҫтар!

Мунса ― ул күңел торошо
Мунса ― ул күңел торошо

Мунса ― ул күңел торошо

Борон-борондан мунсаға айырым иғтибар бүленгән. Мунса төшөп йәнгә лә, тәнгә лә дауа табып була, тип иҫәпләгәндәр. 

Борон халыҡ медицинаһы менән генә дауаланған осорҙа кешеләр үләндән төнәтмәләр эшләгәндәр. Бының менән бергә мунсаға барып сабынып сығыр булғандар. Шунда уҡ ыуынып та алғандар. Мунса берҙәй үк ҡатын-ҡыҙҙар өсөн дә, ирҙәргә лә файҙалы. 

Мунсала дауаланыуҙа тыш кеше күңеле менән ял итеп тә сыға. 

Ә мунсанан сыҡҡас лимон һалып баллап сәй эсеү ― үҙе үк йәнгә дауа, тәнгә сихәт була! 

Мунса көнө менән, дуҫтар!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: