Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре
Абайламай ашаһаң, ауыҙың бешер
Абайламай һөйләгән - ауырымай үлгән
Абруй - ирҙең ҡеүәте
Абынмаҫ ерҙә абынма, абруйың төшөр
Абынмаҫ ат булмаҫ
Абынмаҫ аяҡ булмаҫ, ярылмаҫ таяҡ булмаҫ
Абыныр өсөн түңгәк табылыр
Абынған алты һөрөнгән
Абынғанға аяҡ салмайҙар
Абынғандың хәлен һөрөнгәндән һора
Аға булыр егеттең итәк-еңе киң булыр
Ағай алғанда, еңгә йыйғанда яҡшы
Ағаһы барҙың һағы бар, балаһы барҙың ялы бар
Ағаһын күреп эне үҫер, апаһын күреп һеңле үҫер
Ағайым кемде алһа - еңгәм шул,
апайым кемгә барһа - еҙнәм шул
Ағай алғанда, еңгәй йыйғанда яҡшы
Ағай булыр егеттең итәк-еңе киң булыр
Ағай булыр егеттең әйткән һүҙе им булыр,
Булыр - булмаҫ егеттең әйткән һүҙе ел булыр
Ағай - оло, мин - ҙур, атҡа бесән кем һалыр?
Ағайым алғансы, еңгәм килгәнсе(яҡшы)
Ағайым кемде алһа - еңгәм шул,
апайым кемгә барһа - еҙнәм шул
Ағайым өйө - аҡ йәйләү, энем өйө - өң төбө
Ағайҙыҡы алғансы, еңгәйҙеке елгәнсе
Ағай - эне -ағай - эненең көҙгөһө
Ағай - эне аҙһа, ала булыр
Ағай- эне бер үлелә, бер терелә кәрәк
Ағай - эне менән аш татлы
Ағай - эне талашһа, ятҡа йәм
Ағай - эне талашыр, атҡа менһә ярашыр
Ағай - эне татыу булһа, ат күп булыр;
Апһын - әзе татыу булһа, аш күп булыр
Ағай - эне татыу булһа, менергә ат етә;
Килендәштәр татыу булһа, ашарға аш етә
Ағай - эне яуға кәрәк, мал дауға кәрәк
Ағай - энегә ҡарап мал үҫер,
ҡарағайға ҡарап тал үҫер
Ағай-эненән айыу-бүре ҡурҡҡан
Ағай-энеңдең аты уҙғансы,
ауылдашыңдың тайы уҙһын
Ағай-энеңдең аты үткәнсе, ауылыңдың эте үтһен
Ағай-эненең ҡыҙығы - алыш-биреш,
ҡоҙалыҡтың ҡыҙығы - барып килеш
Ағай - эненең тартышы - туй бүләге йыртышы
Ағай - эненән айыу-бүре ҡурҡҡан
Ағай - энең бар ерҙә, "дошманым" юҡ тимә,
апһының бар ерҙә, "көндәшем" юҡ тимә
Ағайым өйө - аҡ йәйләү, энем өйө - өң төбө
Ағас ағасҡа таяна, әҙәм әҙәмгә таяна
Ағас айыры үҫһә лә тамыры бер
Ағас ауыҙ, балта тел Ағас балтанан ҡурҡа
Ағас башы - ҡаҙыҡ, балдыҙ алыу - яҙыҡ
Ағас башы - япраҡ, ҡырау төшһә, һарғайыр,
кеше күрке - сепрәк, баҫып кейһәң, таушалыр
Ағас башын ел алыр, күпер башын һыу алыр
Ағас башын ел борор, әҙәм башын һүҙ борор
Ағас бейек булһа ла, тамыры ерҙә
Ағас ботаҡһыҙ булмаҫ, дан уртаҡһыҙ булмаҫ
Ағас емеше менән, кеше эше менән
Ағас емеше менән матур
Ағас емешенән, кеше ҡыланышынан билгеле
Ағас күрке -япраҡ, әҙәм күрке - сепрәк
Ағас ҡырҡһаң, оҙон ҡырҡ: ҡырҡа-ҡырҡа ҡыҫҡарыр,
тимер ҡырҡһаң, ҡыҫҡа ҡырҡ: һуға-һуға оҙонайыр
Ағас нәҫеле - ерҙә, ир нәҫеле - илдә
Ағас сыбыҡ саҡта бөгөлә
Ағас та ергә төпләнә
Ағас та үҙ нәҫелен үҙе тирәһенә йыя
Ағас тамыры ер үтә керә, әҙәм тамыры ил үтә керә
Ағас тамырынан әҙәм тамыры күберәк
Ағас урмандан йыраҡ үҫһә лә шунда табан һығыла
Ағас үлеме балтанан
Ағас япрағы менән матур
Ағасҡа ла мен, ботаҡҡа ла ҡаҙалмаһын
Ағастан япраҡ төшмәй тормай
Ағасты йәштән бөк
Ағасты кем ултыртһа, емеше шуныҡы
Ағасты ҡапыл эймә -һыныр
Ағасты тотҡан ерҙән һындырып булмай
Ағасты япраҡ биҙәй, кешене хеҙмәт биҙәй.
Ағастың башын киҫһәң, төбө ҡалыр
Ағастың йомшағын ҡорт баҫыр
Ағастың тамырына балта сабып,
япрағы менән дуҫ булма
Ағасына күрә алмаһы, инәһенә күрә балаһы
Ағасһыҙ йортҡа ҡош ҡунмаҫ,
балаһыҙ йортҡа ҡот ҡунмаҫ
Ағасһыҙ урман юҡ, хужаһыҙ донъя юҡ
Ағасына күрә емеше
Ағиҙел ҡаты аҡһа ла, ҡомо ҡалыр;
Хәсрәт үҙе баҫылһа ла, моңо ҡалыр
Ағиҙелдең аръяғында бер энәгә бер һыйыр
Ағиҙелдең башы — Ирәмәл
Ағы барҙың туғы бар
Ағыр һыуҙың ҡәҙере юҡ
Ағыу хәтәр, ағыуҙан ғәйбәт хәтәр
Ағыу яһаған ағыуҙан үлер,
һөңгө яһаған һөңгөнән үлер
Ағымға ҡаршы йөҙөү ауыр
Аҡҡан һыу кире ҡайтмай
Аҡҡан һыу юлын табыр. Аҡҡан һыуҙа монтар юҡ
Аҡмаған һыуҙы үлән баҫа. Аҡмаһа ла тама.
Ажғырған айғырҙың өйөрөн күр
Аҙ аҙҙырыр, күп яҙҙырыр
Аҙ ауырыу, анһат үлем(бир). Аҙ аша - йыш аша
Аҙ ашаған да ауырыған, күп ашаған да ауырыған
Аҙ ашаған май ашар, күп ашаған лай ашар
Аҙ ашаһаң, тағы ашарһың, күп ашаһаң, ни ашарһың?
Аҙ ашым - ҡайғыһыҙ башым
Аҙ белмәгән күп тә белмәҫ. Аҙ булһа ла күптәй күр
Аҙ булһын, тәмле булһын
Аҙ ҙа етә, күп тә бөтә, бергә торғанға ни етә?
Аҙ кешене күп кеше бер яйға килтерер
Аҙ күпкә буйһонор. Аҙ ҡап, ҡаҙ ҡап
Аҙ һөйлә, күп тыңла. Аҙ һөйлә, күп эшлә
Аҙ һөйләгән күп эшләр.
Аҙ һөйләһәң, күп ишетерһең
Аҙ һүҙ менән күпте әйт
Аҙ һүҙҙән мәғәнә сығыр, күп һүҙҙән бәлә сығыр
Аҙ эш күп һүҙҙән яҡшыраҡ
Аҙға ҡәнәғәт итмәгән күбен күрмәҫ
Аҙғын ат тайға эйәрер, әрһеҙ кеше байға эйәрер.
Аҙҙан ғына күңел табыла, юҡтан ғына күңел ҡала
Аҙҙан күп була, күптән юҡ була
Аҙҙы күпкә ҡушҡандың арманы юҡ
Аҙҙың аҙығы бергә
Аҙҙың ҡәҙерен белмәгән күптең ҡәҙерен белмәҫ
Аҙыҡлы ат арымаҫ, аҙыҡһыҙ ат бармаҫ.
Аҙыҡлы ат арымаҫ, дағалы ат таймаҫ.
Аҙамат ирҙең билдәһе - аҙ һөйләр ҙә күп тыңлар,
арғымаҡ аттың билдәһе - аҙ уртлар ҙа күп юшар
Аҙаматҡа ҡул бирһәң, абруйың артыр
Аҙанды ҡырҡ ҡабат әйтмәйҙәр
Аҙашҡандан юл һорамайҙар
"Аҙашмам" тигән егетте ҡара томан аҙаштырыр
"Аҙашмайым" тигән кеше
күҙ менән ҡаш араһында аҙашыр.
Аҙашһаң, алдыңа ҡара. Аҙашһаң, алдыңа ҡара
Аҙашһаң, ил менән аҙаш. Аҙбары бар, аты юҡ
Аҙғын ат тайға эйәрер, әрһеҙ кеше байға эйәрер
Аҙғын ҡатын йөрөр-йөрөр ҙә, өйөнә еткәс, йүгерер
Аҙғын тапһа, айырым ашар; йомарт тапһа, бергә ашар
Аҙғын эт үҙ ояһына ҡарап өрөр
Аҙғынға эйәрһәң, аҙырһың, тоғро юлдан яҙырһың
Аҙығың булһа, арымаҫһың,
дуҫың булһа, бәләгә тарымаҫһың
Аҙығыңды алыҫ ҡуй, ҡаҙығыңды ҡулбуй(ы)
Аҙыҡ мул ерҙә ауырыу булмаҫ
Аҙыҡлы ат арымаҫ, аҙыҡһыҙ ат бармаҫ
Аҙыҡлы ат арымаҫ, дағалы ат таймаҫ
Аҙыҡлы ҡунаҡ ҡупрайыр
Аҙыҡлы ат арымаҫ, аҙыҡһыҙ ат бармаҫ
Ай айламай ат маҡтама,
йыл йылламай килен маҡтама
Ай байыһа - йондоҙ бар,
ҡатын үлһә - балдыҙ бар
Ай бирҙе - ҡояш алды
Ай йөрө - аман йөрө
Ай йөрөмәй ат маҡтама,
йыл тормай кейәү маҡтама
Ай ҡолаҡланһа - аяғыңды нығыт,
көн ҡолаҡланһа - ҡолаҡсыныңды нығыт
Ай менән көн уртаҡ, йыр менән көй
Ай менән көндәй, һәр кемгә берҙәй
Ай менән ҡояш берәр генә була
Ай менән ай бер түгел
Ай уртаҡ, көн уртаҡ, яҡшы кешенең эше уртаҡ
Ай уртаҡ, төн уртаҡ
Айға үрелгән – нурға күмелгән
Ай үткәс - көн һана,
көн үткәс - ай һана(ғүмер үтә)
Ай үтә, йыл үтә, ай әйләнә көн үтә
Ай яҡтыртҡанда, йондоҙ күренмәй
Айға ҡарап ай булма
Айға ҡарап аҡырма, илгә бәлә саҡырма
Айғыр ҡалдырһаң, йүнлеһен ҡалдыр,
ҡусҡар ҡалдырһаң, йөнлөһөн ҡалдыр
Айғыр малға ни етә, йөрөй белгән кешегә?
Тыуған илгә ни етә - ҡәҙерен белгән кешегә?
Айғыр менән уйнаған тайҙың арҡаһы
яралы булыр
Айғыр өйөрөн ташламаҫ
Айғырың ала булһа, ҡолоноң ҡола булыр
Айҙың да йондоҙо бар
Айғыр ҡалдырһаң, йүнлеһен ҡалдыр,
ҡусҡар ҡалдырһаң, йөнлөһөн ҡалдыр.
Айлы төн аҙашмаҫҡа яҡшы
Айныҡ башта - айныҡ аҡыл
Айныҡ өгөтө иҫереккә кермәй
Айран һорап килһәң, туҫтағыңды йәшермә
Айран эскән ҡотолған, күнәк ялаған тотолған
"Айт" иткәнгә "тайт" иткән
Айһыҙ атың маҡтама, йылһыҙ ҡатын маҡтама
Айһыҙ төндә ҡыҙ күҙләмәйҙәр,
болғансыҡ һыуҙа балыҡ эҙләмәйҙәр
Айы еткән -айында үлә, көнө еткән - көнөндә үлә
Айым тура баҡҡанда, йондоҙҙарға йоҙроҡ
Айың-көнөң уртаҡ булһын,
ирең уртаҡ булмаһын
Айың-көнөң уртаҡ булһын,
малың уртаҡ булмаһын
Айырылған ир аҙыр, ҡушылған ир уҙыр
Айырылған ҡаҙ тупланған ҡарғаға ем булыр
Айырылғанды айыу ашар,
бүленгәнде бүре ашар
Айырылғандың ҡанаты ҡайырылған
Айырылмаҫтай дуҫыңа ҡайырылмаҫтай
һүҙ әйтмә
Айырылыу - ҡанатың ҡайырылыу
Айырылма өйөрөңдән: айырылһаң өйөрөңдән,
ике ҡулың китмәҫ бөйөрөңдән
Айырылыр дуҫ аяулы малыңды һорар
Айырылыр дуҫ эйәрҙең арт ҡашын һорай
Аҡ аҡса ҡара көн өсөн
Аҡ ашаған арымаҫ
Аҡ булмаһа ла пак булһын
Аҡ кейем кер тотмай
Аҡ кеше - саҡ кеше, ҡара кеше - ныҡ кеше
Аҡ күңелдең аты арымаҫ, туны туҙмаҫ
Аҡ кәүҙәңдең ҡәҙерен ауырыу булғас белерһең
Аҡҡа ҡара тамһа - бөтмәй
Аҡҡа ҡара тиҙ тейә
Аҡҡа төшкәнсе, ташҡа төш
Аҡ матур - саҡ матур, ҡара матур - бик матур
Аҡ сәлләле мулланан аҡ яулыҡлы ҡатын артыҡ
Аҡ тигәнең - алғыш, ҡара тигәнең - ҡарғыш
Аҡ өҫтөндә аҡ яҙыу беленмәҫ,
аҡ өҫтөнә ҡара төшһә, юйылмаҫ
Аҡ туныңды яманлап, атлас ҡайҙан табырһың?
Түрәләрҙе яманлап, ғәҙел ҡайҙан табырһың?
Аҡ эт бәләһе ҡара эткә
Аҡ эт, ҡара эт - икеһе лә эт
Аҡ юл - оҙон ғүмер
Аҡайған күҙҙә аҡыл аҙ
Аҡбуҙ атҡа еҙ ҡамсы
Аҡҡа ҡара тиҙ йоға
Аҡҡан һыу кире ҡайтмай
Аҡҡан һыу юлын табыр
Аҡҡан-тамғанды көтмә, үҙең тап
Аҡҡош күлдә булыр, аҡсарлаҡ һыуҙа булыр
Аҡҡош күрһәң, атып ал, былбыл күрһәң, һатып ал.
***
Аҡҡош боҙ ашап китә,боҙ ашап ҡайта
Аҡмаған һыуҙы үлән баҫа
Аҡрын барған аҡрын аттан уҙған,
йүгереп барған тайҙан ҡалған
Аҡса аҡыл таптыра
Аҡса алһаң, һанап ал, ҡатын алһаң, һынап ал
Аҡса таш аҫтында, таш аждаһа башы аҫтында.
Аҡса - байҙыҡы, янсыҡ - тайҙыҡы
Аҡса - баҡса емеше түгел
Аҡса баҡыр, һанарға таҡыр
Аҡса барҙа бары ла дуҫ
Аҡса батшаны еңгән
Аҡса бөткәнгә ҡайғырма, эш бөткәнгә ҡайғыр
Аҡса бөткәс, аҡыл керә
Аҡса бөтә донъяны гиҙә
Аҡса иҫәп ярата.
Аҡса - иҫәпте, аҡыл үлсәүҙе ярата
Аҡса кемдеке - мал шуныҡы
Аҡса кешене кешегә ят итә
Аҡса ҡалала ҡала
Аҡса-мал бер көнлөк, ғилем-һөнәр ғүмерлек
Аҡса - һанаулы, аҡсалы - танаулы
Аҡса сыҡмай, аҡса кермәй
Аҡса тапҡансы, аҡыл тап
Аҡса тарат, белем йый
Аҡса - таш аҫтында, таш аждаһа башы аҫтында
Аҡса таш киҫтерә. Аҡса туҙа, мал уҙа
Аҡса һанағанды ярата
Аҡса - һанаулы, аҡсалы - танаулы
Аҡса эсте тишмәй. Аҡса янына аҡса һыя.
Аҡсаға һат, аҡсаға һатылма
Аҡсаға хеҙмәт итмә, һаулыҡҡа хеҙмәт ит.
Аҡсалының ҡулы уйнай,
аҡсаһыҙҙың күҙе уйнай
Аҡсалының ҡулы уйнар, аҙғындың күҙе уйнар
Аҡсалының эше күп, баҡсалының ашы күп
Аҡсаны аҡса таба
Аҡсаны ахмаҡ та ярата
Аҡсаны берәү ҙә һыуға атмай
Аҡсаның йоҙағы - һаран, ашлыҡтың йоҙағы - һалам
Аҡсаның күҙе юҡ
Аҡсаң бөткәнгә ҡайғырма,
эшең бөткәнгә ҡайғыр
Аҡсаң бөттө - ҡәҙерең бөттө
Аҡсаң булмаһа ла, выжданың булһын
Аҡсаң булһа - аш күп, ашың булһа - дуҫ күп
Аҡсаң күп булғансы, дуҫың күп булһын
Аҡсаңды юғалт, өмөтөңдө юғалтма
Аҡсаңды юғалтһаң да, аҡылыңды юғалтма
Аҡсаһыҙ баҙарға барғансы, кәфенһеҙ гүргә бар
Аҡсаһыҙ баҙарға бармайҙар.
Аҡта ҡара юҡ, ҡараға сара юҡ
Аҡһаҡ ат күп йөрөр
Аҡһаҡ булһа ла үҙ атың
Аҡһаҡ булһа ла үҙ атың булһын
Аҡһаҡ йөрөп туҡтамаҫ, һуҡыр күреп туҡтамаҫ
Аҡһаҡ ултырмаҫ, һаҡау тик тормаҫ
Аҡһаҡты сатанларға өйрәтмәйҙәр
Аҡыл айнымаҫ, алтын серемәҫ
Аҡыл аҡсаны таба
Аҡыл йәштә түгел, башта
Аҡыл йәштән сыға, аҫыл нәмә таштан сыға
Аҡыл көстө еңә
Аҡыл - ҡаҙна, күңел - йоҙаҡ, тел- асҡыс
Аҡыл менән алтын табыла,
алтын менән аҡыл табылмай
Аҡыл өләшкәндә урынында булмаған
Аҡыл - теҙген, ҡылыҡ - ат, теҙгенеңде белеп тарт
Аҡыл теше ахмаҡта ла бар
Аҡыл төбө- тәжрибә Аҡыл һаҡалға ҡарап йөрөмәй
Аҡыл һатма, үҙеңә ҡалмаҫ
Аҡыл эҙләгән - аҡыл табыр, мал эҙләгән - мал табыр,
Нәфсеһенә эйәргән малынан да, аҡылынан да яҙыр
Аҡыл эйәһен табыр.
Аҡылды аҡсаға һатып алып булмай
Аҡылды ҡаш аҫтында маяҡ ит
Аҡылды сәсеп үҫтермәйҙәр
Аҡылдың ҡулы нәфсенең теҙгенен тотор
Аҡылдың ҡәҙере әҙәп менән
Аҡылдың ҡәҙере әҙәп менән,
байлыҡтың ҡәҙере йомартлыҡ менән
Аҡылдың ҡәҙере- әҙәп менән,
Байлыҡтың ҡәҙере йомартлыҡ менән,
Ҡеүәттең ҡәҙере - баһадирлыҡ менән
Аҡылдың үлсәүе - һүҙҙә
Аҡылдың юлдашы - бәхет
Аҡыллы аҡса йыя, аҡылһыҙ таш йыя
Аҡыллы аҡса йыя, ахмаҡ тоҡсай тегә
Аҡыллы алға барыр, артына ҡарар
Аҡыллы атын маҡтар, тинтәк ҡатынын маҡтар
Аҡыллы атын маҡтар,
урта йүләр ҡатынын маҡтар,
үтә йүләр үҙен маҡтар
Аҡыллы аҡса йыя, аҡылһыҙ таш йыя
Аҡыллы аҡса йыя, ахмаҡ тоҡсай тегә
Аҡылһыҙ баш аяҡ тындырмаҫ,
аяҡһыҙ баш донъя ҡыҙырмаҫ
Аҡылһыҙ башҡа алтын бүрек файҙа бирмәҫ
Аҡылһыҙ башҡа дан ҡунмаҫ,
ҡунһа ла оҙаҡ тормаҫ
Аҡыллы булған - әйтмәй белгән,
йомарт булған - һорамай биргән
Аҡыллы ир - ил ағаһы,
аҡылһыҙ ир - ил бәләһе
Аҡыллы ир ҡатынын яманламаҫ
Аҡыллы ир шул булыр: ҡулындағың алдырмаҫ;
Кеше һайын туҡталып,
юҡ һүҙ тыңлап ҡаңғырмаҫ;
Барынан да бере шул:
бөгөнгө эшен таңға ҡалдырмаҫ
Аҡыллы ирҙең эсендә эйәрле - йүгәнле ат ятыр
Аҡыллы кеше алдамаҫ та, алдатмаҫ та
Аҡыллы кешенең һүҙе алдан йөрөр
Аҡыллы ҡатын - хазина
Аҡыллы ҡатын 3 көнлөгөн алдан уйлар,
аҡыллы ир 3 йыллығын алдан уйлар
Аҡыллы ҡош ҡанатын һаҡлай,
аҡыллы кеше һүҙен һаҡлай
Аҡыллы ҡуйҙым, иҫәр еңдем тиәр
Аҡыллы өйләнгәнсе, тиленең улы булған
Аҡыллы тигәнең маҡтана башлаһа,
тинтәк тип иҫәплә
Аҡыллы тип әйтәләр кеше әйтмәй белгәнгә,
Йомарт тип әйтәләр - кеше һорамай биргәнгә
Аҡыллы тиргәлһә лә, тир сығармаҫ
Аҡыллы тәкә һуйыр, ахмаҡ йүкә һуйыр
Аҡыллы уйлағансы, тиле һуғып йыҡҡан
Аҡыллы ул - алтын ҡул
Аҡыллы үҙен ғәйепләр, алйот иптәшен ғәйепләр
Аҡыллы хәтер ҡалдырмаҫ, ахмаҡ хәтер һаҡламаҫ
Аҡыллы һүҙҙән ҡурҡа, ахмаҡ таяҡтан ҡурҡа
Аҡыллы һүҙен тыңлағанда, ашар ашың онотолор
Аҡыллыға аҡыл бирһәң, күпте белер,
Аҡылһыҙға аҡыл бирһәң, ҡысҡырып көлөр
Аҡыллыға баш ҡиммәт, аҡылһыҙға мал ҡиммәт
Аҡыллыға бер һүҙ - мая, аҡылһыҙға мең һүҙ -зая
Аҡыллыға ишара
Аҡыллыға һүҙ әйттем - уйланы ла белде,
Аҡылһыҙға һүҙ әйттем - тыңланы ла көлдө
***
Аҡыллыға аҡыл бирһәң, күпте белер,
Аҡылһыҙға аҡыл бирһәң, ҡысҡырып көлөр
Аҡыллыға ым да етә, ахмаҡҡа туҡмаҡ та аҙ
Аҡыллыға әйтһәң - белә, тинтәккә әйтһәң - көлә
Аҡыллылар янына барһаң, аңраны эйәртмә
Аҡыллынан ғилем ал,
Аҡылһыҙҙан ғибрәт ал
Аҡыллының аҡылы - йөрәгендә,
тинтәктеке - телендә
Аҡыллының аты ла арымай, туны ла туҙмай
Аҡыллының йөҙө әйтер,
йөҙө әйтмәһә, һүҙе әйтер
Аҡыллының ҡәҙере ахмаҡ янында беленер
Аҡыллының теле күңелендә,
аҡылһыҙҙың күңеле телендә
Аҡыллының - уйында, тиленең - телендә
Аҡыллының аҡылы - йөрәгендә,
тиленеке - телендә
Аҡылһыҙ атҡа менһә, атаһын танымаҫ
Аҡылһыҙ егет - ауыҙлыҡһыҙ ат,
йүнһеҙ егет - йүгәнһеҙ ат
Аҡылһыҙ кеше алтмышта ла йәш була,
аҡыллы алтыла ла баш була
Аҡылһыҙ кеше дошманы менән дуҫ булыр,
дуҫы менән дошман булыр
Аҡылһыҙҙан алты тапҡыр маҡталғансы,
аҡыллынан бер тиргәл
Аҡылһыҙҙан кәңәш һорау - үҙе аҡылһыҙлыҡ
Аҡылһыҙҙан маҡталғансы,
аҡыллынан бер тиргәл
Аҡылһыҙҙың аҡылын эт ашар
Аҡылһыҙҙың ауыҙынан да бер аҡыллы һүҙ сығыр
Аҡылһыҙҙың һаҡалы үҫһә лә, аҡылы үҫмәҫ
Аҡылһыҙҙан кәңәш - үҙе аҡылһыҙлыҡ
Аҡылһыҙҙың аҡылын эт ашар
Аҡылһыҙҙың ауыҙынан да бер аҡыллы һүҙ сыға
Аҡылһыҙҙың һаҡалы үҫһә лә, аҡылы үҫмәҫ
Аҡылы ҡыҫҡаның теле оҙон
Аҡылы юҡ кешенең аҙырайған күҙе бар
Аҡылы юҡтың яҡыны юҡ
Аҡылын алтынға алышҡан алтынын
баҡырға алышыр
Аҡылың булһа, аҡыллыға эйәр,
аҡылың булмаһа - мәҡәлгә эйәр
Аҡылың булһа, алданмаҫһың,
алйот булһаң, алдыра алмаҫһың
Аҡылың булһа, асыу һаҡлама
Аҡылыңды ҡаш араңа маяҡ ит
Аҡырған башлыҡ түгел, аҡылы бар башлыҡ
Аҡшам ваҡыты - ашам ваҡыты
Ала белһәң, бирә бел
Ала ҡарға алдан ҡысҡырыр
Ала ҡарҙа аласағың булһын,
бирәсәгең булмаһын
Ала ҡарғала аласағың булһын,
бирәсәгең булмаһын
Аласағым китһә лә, әйтәсәгем китмәһен
Аласағың булһын, бирәсәгең булмаһын
Аласағың китһә лә, әйтәсәгең китмәһен
Аласаҡ менән бирәсәк бөтмәй
Алаһы нәмә алтын булып күренер
Алаһы тауар — мең алтын
Алашаны атҡа һанама
Ала ҡуңыҙ тиреһе эйегә күнмәҫ
Алабута аш икән, баҡыр аҡса таш икән
Алабута аш булмаҫ, алтын-көмөш таш булмаҫ
Алабута аш булмаҫ, ара бутаған иш булмаҫ
Алабута аш икән, баҡыр аҡса таш икән
Алабутала ҡолаҡ юҡ, алйот кешелә оят юҡ
Алам тигән ауыҙ яман, күрәм тигән күҙ яман
Алама ағас ботаҡҡа үҫер
Алама атҡа менгәнсе, йүгер кеше күргәнсе
Алама булһа ла ир яҡшы
Алама булһа ла, ир яҡшы,
һуҡыр булһа ла, ҡыҙ яҡшы
Алама кешегә дәрәжә килешмәй
Алама кешелә һүҙ тормаҫ
Алама ҡәйнәгә
сәсең менән ер һеперһәң дә ярамаҫһың
Алама тайҙың тире әсе, алдаҡсының теле әсе
Алама эт ҡойроҡҡа үҫер
Алан-йолан йә артыңды алыр,
йә ҡатыныңды алыр
Алға бар, артыңа ҡара
Алға барырҙың эте үлән ашар
Алға киткән кешенең эте үлән ашар,
Кирегә киткән кешенең килене урлап ашар
Алған алғанда ҡала
Алған — алғандыҡы, ат — менгәндеке
Алған алыр, ҡалған ҡалыр
Алған бер яҙыҡлы, алдырған мең яҙыҡлы
Алған ҡулдан биргән ҡул артыҡ
Алған менән биргән бер түгел,
сыҡҡан менән кергән бер түгел
Алғанға алты ла аҙ, биргәнгә биш тә күп
Алғанда - бисмилла, биргәндә –әстәғафирулла!
Алғандың бирәһе бар
Алғаныңа ҡарап шөкөр ит,
алырыңа ҡарап фекер ит
Алғанға алты ла аҙ, биргәнгә биш тә күп
Алғыр кеше алымынан,
йылғыр кеше аҙымынан билдәле
Алғыр кеше алмышынан,
йылғыр кеше аҙмышынан билдәле
Алда булһа ҙур теләк, эштән ял таба йөрәк
Алдан аяғын кейенгән – алға сыҡҡан
Алданым тип маҡтанма, үҙеңде лә алдарҙар
Алдап, алты аҙым да китмәҫһең
Алдашһаң - абруйың китер,
әрләшһәң - ҡәҙерең китер
Алды барҙың арты бар
Алды болот булһа, арты - аяҙ
Алды-артыңды ҡарап йөрө
Алдың-артың йыйып йөрө
Алдыма килде тип тығынма: ҡоҫоуың бар
Алдын аяғына ҡарап юрғанын һуҙыр,
ялҡау юрғанына ҡарап аяғын һуҙыр.
Алдын бер уйла, артын биш уйла
Алдынғылыҡ – тәхеткә, иремтәлек – ләхеткә.
Алдыңа бер ҡара, артыңа биш ҡара
Алдыңа килгән ашты йота бел
Алдыңа ҡуйған ашты хурлама
Алдыңда етәксең булһа,
артыңда таянысың булһын
Алдыңда ышаныс булһын,
артыңда таяныс булһын
Алдыңдан әйткән телең
артыңдан килеп тотмаһын
Алдыңды бер ҡара, артыңды биш ҡара
Алйот булһаң, аҡыл кәрәкмәй
Алйоттоң эше булмаҫ, ялҡауҙың ашы булмаҫ.
Алйот дуҫтан аҡыллы дошман артыҡ
Алйот ирҙән аҡыллы ҡатын артыҡ.
Алйот төйнәгән төйөндө аҡыллы ла сисә алмаҫ
Алйот юлдаш булмаҫ, ишәк моңдаш булмаҫ
Алйотҡа өгөт әйтһәң, алдай, тиер,
аҡыллыға өгөт әйтһәң, балдай, тиер
Алйотҡа әйткән кәңәшең ағып киткән һыуға тиң
Алйоттан аҡыл һорама
***
Алма ағасынан алыҫ төшмәҫ
Алма үҙең һөйгәнде - алданырһың,
Ал һине һөйгәнде - ҡыуанырһың
Алма һигеҙҙе, ал һимеҙҙе
Алмағаста алма бешә, дегәнәктә - дегәнәк
Алманың алына ҡорт төшөр
Алма беш, ауыҙыма төш.
Алтау ала булһа — аулағаны китер,
икәү иптәш булһа — аңдығаны китер
Алтау ала булһа — ауыҙҙағы китер,
Дүртәү теүәл булһа — түбәләге китер
Алтмыш аҙым алға атла,
алты тапҡыр артыңа ҡара
Алтмыш - ҡайтмыш
-Алтмыш, һиңә ни ҡылдым?
-Аяғыма бау һалдың, ҡолағыма шау һалдың.-
-Етмеш, Һиңә ни ҡылдым?
-Уртымдағы теште алдың,
башымдағы һушты алдың.
-Һикһән, һиңә ни ҡылдым?
-Маңлайҙағы күҙҙе алдың,
бурбайҙағы биҙҙе алдың.
- Туҡһан, һиңә ни ҡылдым?
-Ауыҙҙағы һүҙҙе алдың, илтеп ләхеткә һалдың.
Алтмышҡа еткәс, атайыңдан аҡыл һорама
Алтмыштыҡы бөтә, алтыныҡы бөтмәй
Алтмышта ҡартлығың ҡаршы алыр
Алты ағай-эненән айыу-бүре ҡурҡыр
Алты аҙым атлағансы
алтмыш тапҡыр артыңа ҡара
Алты йәшәр юлдан ҡайтһа,
алтмыш йәшәр күрешергә килер
Алты көн утын киҫмәһәң,
алты ай туҡылдарһың
Алты тин аҡсаһы юҡ,
баҙарҙа ат һатыулашҡан
Алты тин файҙа итәм тип,
алтмыш тин аҡсаһын сығарған
Алтыға алып бишкә һат, атың булһын һатыусы
Алтыға алып бишкә һатмайҙар
Алтыла бер дәңгелдәк,
алтмышта бер дәңгелдәк
Алтылағы аҡылың алтмышҡа тиклем
Алтын алма, аҡыл ал
Алтын алма, аҡыл ал,
алтын - аҡыл була алмаҫ
Алтын алма, алғыш ал
Алтын балдаҡ кейһәң дә кәкре бармаҡ тураймай.
Алтын булһа ла, эш һаулыҡты алмаштырмай.
Алтын тотҡан алтынды таныр,
күрмәй күргән еҙҙе лә алтын тир.
Алтын түгел, ғилем дәүләт.
Алтын ирең атыңа тейһә,
алтынын ал да утҡа яҡ
Алтын кәрәкмәй, аҡыл кәрәк,
аҡыл булһа, алтын табылыр
Алтын күрһә, фәрештә лә шайтанға әйләнә
Алтын өҫтөнә аҡыл - ике алтын
Алтын таш ҡаш булмаҫ,
алабута аш булмаҫ, дошман яуҙа иш булмаҫ
Алтын - ташта, аҡыл - башта
Алтын теш тә телде тешләй.
Алтын тотҡан алтынды таныр,
күрмәй күргән еҙҙе лә алтын тиер
Алтынға иҫе киткән - аҡылынан ситкә киткән
Алтынға эйәргән юғалған,
аҡылға эйәргән - юл алған
Алтын эйәр атҡа тейер, эйәһе белмәҫ, ат белер.
Алтындан аҡыл ҡиммәт
Алтынды тут алмаҫ, һыуҙы ут алмаҫ
Алы булды, гөлө лә булыр
Алып маҡтарлыҡ түгел, һалып таптарлыҡ түгел
Алыҫ аҙаштыра, тәрән батыра
Алыҫтан ут алма, яҡындан ҡыҙ алма
Алтынды эҙлә таштан, аҡылды эҙлә баштан
Алтының менән маҡтанма,
аҡылың менән маҡтан
Алтын ҡомһоҙҙоң күңелен ташҡа,
күҙен аҡҡа әйләндерә
Алырмын тигән алдан ингән
Алыҫ аҙаштыра, тәрән батыра
Алыуҙан биреү яҡшы.
Аманатҡа итһәң хыянат,
алырһың ғүмерлек яман
Амин, амин — аман төбө,
әбейҙәргә — ҡаба төбө,ирҙәргә — һуҡа башы,
ҡатындарға — киҫәү башы
Андыҙлы ерҙә ат үлмәҫ, атлы ерҙә ир үлмәҫ.
Аңра башҡа аҡыл йоҡмаҫ
Аптыраған атаһының ҡуйынын аҡтарған
Аптыраған ҡатын абышҡаһын "атай" тигән
Ата-инә ҡәҙерен балалы булғас белерһең;
Ағай-эне ҡәҙерен ялалы булғас белерһең
Аптыраған һөлөк ағас тешләр
Аптырағанда ахмаҡҡа ла " ағай" тиерһең
Апһын ағарып алдыма сыҡмаһын,
ҡарайып артымда ҡалмаһын
Апһынды апһын күрә алмай
Асыу - ағыу, йотһаң - дарыу
Аҫылынһаң, ағастың аҫылына аҫылын
Араҡы яратҡан - аҡылын таратҡан
Араланған ҡуйҙы бүре алыр
Арбаның алды ҡайҙа аунаһа, арты шундай аунай
Арғымаҡ алын бирмәҫ
Арғымаҡ менгән арымаҫ.
Арғымаҡ ат юл башлар,
Аҡыллы егет ил башлар;
Батыр егет яу башлар; Сәсән егет дау башлар
Арғымаҡ һыйпау һөймәҫ,
алаша маҡтау һөймәҫ
Арғымаҡты яманлап, толпар ҡайҙан табырһың?
Ағай-энеңде яманлап, туған ҡайҙа табырһың?
Арғымаҡтың билгеһе - ҡаҙы йыймаҫ, ял йыйыр;
Яман егеттең билгеһе - ҡатын алмаҫ, мал йыйыр
Арҡан ишһәң, бау булыр, арбаң-санаң һау булыр.
Арҡауын атһаң, буйын алырһың
Арҡыры ятҡан ағасты буй һалмаҫ
Арпа алтмыш көндә өлгөрә.
Арпа сәскән бойҙай урмаҫ.
Арт йортто туйҙырған ҡатын иренә баш бирмәҫ
Арт йортто туйҙырған ҡатын ирҙе алға сығармай
Артҡа ҡалһаң — тапалырһың,
алға сыҡһаң - туҡмалырһың
Артҡа ҡарап ғибрәт ал, алға ҡарап шөһрәт ал
Артҡы аҡылға кем дә бай
Артҡы айылың ныҡ булһа,
атың тулап ни ҡылыр?
Алған ҡатының яҡшы булһа,
йортоң тулап ни ҡылыр?
Артығын һөйләгән аҡылын ашаған.
Артыҡ байлыҡ әҙәмде аҙҙырыр
Артыш ағасы им булыр
Артыңда ни барын белмәһәң – тотолорһоң,
Алдыңда ни барын белмәһәң - йығылырһың
Арыған ат соҡор һанай, асыҡҡан ат ҡулыңды ялай,
яратҡан ат күҙеңә ҡарай.
Арыҡ атҡа ҡамсы ла йөк.
***
Арыҡ атҡа менгәнсе, аяғыңа мен.
Арыҡ булһа ла, һарыҡ аҫыра.
Арыҡ мал яҙга сыҡһа уйнаҡлар.
Арыҫландың аҙғаны айға һикерер
Арыҫландың аҙғаны айға һикерер;
тауыҡтың аҙғаны әтәс булып ҡысҡырыр
Арыҫландың айға менмәһә лә һикереүе дан
Арыҫландың айға менәм тип, биле биртенгән
Арыш сәсһәң, икмәк ашарһың.
Арыштың хисабы һуҡҡас беленер.
Арышы булһа, батманы табылыр.
Арбам һынды тип күстән ҡалма,
Башым ауырта тип эштән ҡалма.
Арбаны ат тартыр,күләгәне эт тартыр
Арғымаҡтың билгеһе-ҡаҙылыҡ йыймаҫ, ял йыйыр
Арҡан ишһәң бау булыр,арба-санаң һау булыр
Арҡауын атһаң,буйын алырһың
Артҡа ҡалһаң, тапалырһың
Артыҡ байлыҡ — башҡа бәлә.
Артыҡ байлыҡ әҙәмде аҙҙырыр.
Арыҡлыҡтан ат үлмәҫ, ярлылыҡтан ир үлмәҫ.
Арыҫлан аста төлкө туҡ.
Ас айыу уйнамаҫ, Ас балыҡ та селәү һайлай.
Ас бүре тотолмаҫ, туҡ бүре ҡотолмаҫ.
Ас кергән, яланғас керә алмаған
Ас кешегә барыһы тәмле
Ас французға ала ҡарға ла аш
Ас айыу уйнамаҫ.
Ас күңеле икмәктә, туҡ күңеле хикмәттә.
Астың хәлен ас белер.
Астың хәлен туҡ белмәҫ.
Ас һөлөк әсе тешләр.
Астың иманы юҡ.
Астың уйы икмәктә, яланғастың — бишмәттә.
Асҡыс ярамаҫ йоҙаҡ юҡ
Астан аҡыл һорама
Астан үлһәң дә, ата-әсәңде,
тыуған илеңде ташлама.
Астың күҙе -икмәктә, туҡтың күҙе - хикмәттә
Асыҡ ҡапҡанан кем кермәҫ (ҡыҙ намыҫына ҡарата)
Асыны татымаһаң, тәмлене белә алмаҫһың
Асыу - ағыу,Йота белһәң - дарыу!
Асыу - аҡыл дошманы
Асыу - алдан, аҡыл арттан
Асыу алдан йөрөр, аҡыл арттан йөрөр
Асыу - бысаҡ, аҡыл - дуҫ
Асыу - бысаҡ, аҡыл - һап
Асыу - дошман, аҡыл - дуҫ, асыуыңа аҡыл ҡуш
Асыу йыйма, аҡыл йый Асыу килһә, аҡыл китер,
аҡылың күп булһа - асыу бөтөр
Асыуын алға ҡуйған - аҡылын артҡа ҡуйған
Асыуыңды ат ит, аҡылыңды теҙген ит
Аҫтындағын алты ай эҙләгән
Аҫыл ат һыртына ҡамсы тейҙертмәҫ
Аҫыл ҡоштоң балаһы алдына ҡуймаҡ аш еймәҫ
Аҫыл шоңҡар ҡаҙ алһа, ҡанатын ҡанға тигеҙмәҫ
Аҫылынһаң, ағастың аҫылына аҫылын
Ат абынғанға ишәк ғәйепле
Ат аҙғыны тай була, ир аҙғыны бай була
Ат аҙғыны тайға эйәрер, ир аҙғыны байға эйәрер
Ат аҙғыны тайға эйәрер, ир аҙғыны ҡыҙға эйәрер
Ат аҙғыны тайға эйәрер, ярлы малы байға эйәрер
Ат аҙғыны юрға булыр, ир аҙғыны мулла булыр
Ат аҙғыны тай була, ир аҙғыны бай була.
Ат айғырланһа, баш була
Ат айғырланһа, үҙ башына була
Ат алмаҫ борон йүгән эҙләмә
Ат айҙа һыналыр, әҙәм йылда һыналыр
Ат айында, ир йылында һыналыр Ат айында һыналыр.
Ат алғансы, тай ҙа мал.
Ат алмаҫ борон йүгән эҙләмә.
Ат алһаң, арба кәрәк, ҡатын алһаң, бары ла кәрәк
Ат алһаң, ауылына тартыр
Ат алһаң, ауылың менән, ауылың менән булмаһа,
бүркең менән кәңәш ит
Ат алһаң, ауылыңдан алма
Ат алһаң - ауылың менән,
ҡыҙ алһаң - ырыуың менән кәңәшләш
Ат алһаң, баш менән түш ал, ҡыл алһаң,
ҡабаҡ менән ҡаш ал
Ат алһаң, өйөң менән кәңәшләш,
ҡатын алһаң, ауылың менән кәңәшләш
Ат алһаң, һынап ал, аҡса алһаң, һанап ал
Ат алһаң, яҡындан ал, ҡатын алһаң, алыҫтан ал
Ат арымаһа, аҙыҡтан
Ат арығын маҡтама, арғымаҡтан тай уҙыр.
Ат аяған ат менер, тун аяған тун кейер.
Ат аяғынан һимерер.
Ат — байҙа.
Ат барҙа бейә сапмаһын,
ир барҙа ҡатын алға сыҡмаһын
Ат баҫмайым тигән еренә өс баҫа.
Ат башы менән уйнағансы,
атаң башы менән уйна.
Ат башы тотҡан арымаҫ.
Ат булмағанда, ишәк тә ярай.
Ат йәлләгән ергә ҡарар,
ҡош йәлләгән күккә ҡарар.
Ат күреп аяғың аҡһамаһын
Ат күрмәгән ат күрһә, саба-саба үлтерер,
Тун күрмәгән тун күрһә, ҡаға-ҡаға туҙҙырыр.
Ат асыуын арбанан алмайҙар
Ат бирҙем - атлата алманым,
тай бирҙем - туҡтата алманым
Ат йөрөп юл ала
Ат ҡаҡҡанды тай ҡаҡҡан, ир ҡаҡҡанды мир ҡаҡҡан.
Ат ҡартайһа — һуғымлыҡ.
Ат менән ҡыҙҙы ауылдан алма
Ат — менгәндеке, тун — кейгәндеке.
Ат юрғалар, эйәһе дан алыр
Ат, эйәһенә килгәс, аҡһамаһын
Ат юҡ аранда, ҡайғы юҡ буранда.
Ат яҡшы ла, ел ҡаршы.
Ат яҡшыһы — ала тояҡ,
тун яҡшыһы — төлкө тояҡ
Ат яҡшыһы алға сығыр,
алға сыҡҡан данға сығы
Ат санала беленер.
Ат тапҡансы ишәк мен.
Ат тапҡансы эйәр тап.
Ат тапһаң, эйәр табыла.
Ат тирләһен, сирләмәһен.
Ат ТОЯҒЫ сабата түгел, тишелһә, ямап булмай.
Ат туйған ерендә, ир тыуған илендә.
Ат әйләнеп, ҡаҙығын табыр,
Ьыу әйләнеп, юлығын табыр, Ир әйләнеп, илен табыр.
Ат холҡона таянма.
Ат хурлаған тай менер, тай хурлаған таяҡ менер.
Ат юрғалар, эйәһе дан алыр.
Ат яҡшыһы аранда.
Ат яҡшыһы алға сығыр,
алға сыҡҡай данға сығыр..
Атка - һоло, машинаға — май.
Атҡа ышанма: ат, кем менһә, шуныҡы.
Атланһаң үҙ атыңа атлан, кеше аты тиҙ арыр.
Атлы тәртә төҙәтер, атһыҙ кәртә төҙәтер.
Атлының аяғы да арымай, туны ла туҙмай.
Атлыға тай менһә лә килешә.
Атты айһыҙ маҡтама. Атты ат һаҡлай.
***
Атты сыбыртҡы менән ҡыума, һоло менән ҡыу.
Аттың даны егет ҡулында.
Аттың күрке ял булыр.
Аттың саяһы — юрға.
Аттың хаҡы оло, айғырҙың даны оло.
Атһыҙ ир — ҡанатһыҙ ҡош.
Атһыҙ ир — ҡулһыҙ кеше.
Атһыҙ кеше — затһыҙ кеше.
Аты бар — арыҫлан.
Аты бар атланмаҫ, эйәре бар атланыр.
Аты бар — батыр, аты юҡ — ятыр.
Аты барҙың дуҫы бар.
Аты барҙың ҡанаты бар
Аты булһа, ҡамыты табыла.
Аты барҙың ҡанаты бар,
һыйыры барҙың һыйы бар.
Аты-туны бар кешелә Алпамышаның көсө бар.
Атым яҡшы тип, сыбыртҡыңды ҡуйма.
Атың арыһа, абруйың китер.
Атың арыһа, үҙеңә үпкәлә.
Атың барҙа арыш сәс.
Атың булһа, арымаһын.
Атың булһа, ил таный.
Атың юғалһа ла, йүгәнең ташлама.
Ата - ата ҡаҙ.
Ата балаһы хур булмаҫ.
Ата балаһы хатаһыҙ булмаҫ
Ата балаһы алтмышҡа етмәй, аҡыл тапмаҫ
Ата маҡтағанды алма, ауыл маҡтағанды ҡуйма
Ата-бабам баҡҡан ер - кендек ҡаным аҡҡан ер
Ата - инә ҡәҙерен балалы булғас белерһең,
ағай - эне ҡәҙерен ялалы булғас белерһең
Ата-инәңә ни ҡылһаң, алдыңа шул килер
Ата-инәһен һөймәгән ҡыҙ яман,
Ҡәрҙәш-ҡәүемен һөймәгән ул яман
Атай булмай тороп атай ҡәҙерен белмәҫһең,
Әсәй булмай тороп әсәй ҡәҙерен белмәҫһең
Ата-әсә һүҙе - бала-саға күҙе.
Атайҙар һүҙе – аҡылдың үҙе
Атайҙың һүҙе- аҡылдың үҙе
Атайһыҙға ҡыҙ бирмә, инәйһеҙҙән ҡыҙ алма
Атайһыҙҙы кейәү итмә, инәйһеҙҙе килен итмә.
Атайым ай күргән, иртәгә байрам икән
Атанан йәш ҡалдым, аҡылдан буш ҡалдым
Атанан күргән уҡ юнған,
инәнән күргән тун бескән.
Атаңдан айырылһаң айырыл,
илеңдән айырылма
Атаһы айырымды ау ҡушыр,
өйөрө айырымды яу ҡушыр
Атаһы торор - улы һөйләр,
Әсәһе торор - ҡыҙы һөйләр.
Атаһынан күргән - уҡ юнған,
инәһенән күргән - тун бескән.
Атҡа ышанып, арбала йоҡлама,
аҙаштырһа, үҙеңә үпкәлә
Атҡаҙанған артистар була, президенттар булмай.
Атҡан таң алға һөйрәй, ахырҙа ҡәбергә һөйрәй
Атты айһыҙ маҡтама
Ат алһаң, һынап ал, аҡса алһаң, һанап ал
Атты ҡамытҡа үлсәп алмайҙар,
ҡамытты атҡа үлсәп алалар
Атты өйрәтә белмәһәң, сығынсы булыр.
Аттың хаҡы оло, айғырҙың даны оло
Аттың - юрғаһын, бисәнең уңғанын ал
Аттың яҡшыһы алға сыға,
егеттең яҡшыһы данға сыға
Атһыҙ арба алға китмәй,
ирһеҙ ҡатын ал-ял белмәй.
Атым юҡ бурамда, ҡайғым юҡ буранда
Атын алма, затын ал
Атын атама, аҙашып китһен
Атың барҙа юл таны, аҡылың барҙа ир таны
Атың насар булһа, һатып ҡотолорһоң;
Аға-энең яман булһа ҡасып ҡотолорһоң;
Ҡатының яман булһа нисек ҡотолорһоң?
Атың арыҡ булһа - бер сап,
утының аҙ булһа - бер яҡ
Атың арыһа -абруйың китер,
ҡарының асһа - ҡәҙерең китер
Атың барҙа елеп ҡал,
йөрөй алмай торған көн килер
Атың булмаһа ла хутың булһын
Атың насар булһа, һатып ҡотолорһоң,
Аға-энең яман булһа, ҡасып ҡотолорһоң,
Ҡатының яман булһа, нисек ҡотолорһоң?
Ат тешенән билгеле, егет эшенән билгеле.
Аттың үҙе ниндәй, йөгө шундай.
Ата алмаған - атаһына үпкәләр.
Ата алмаған атынан күрер,
Ҡайтып килеп ҡатынынан күрер.
Ата алмаған йәйә һайлар.
Ата алмаған мылтығынан күрер
Ата алмағандың уғы алты ҡолас китер
Атаһыҙ тороп-балтаһыҙ тороп булмай
Инәһеҙ тороп була-энәһеҙ тороп булмай
Аты булһа, ҡамыты табылыр.
Ау аула, ауылда тор.
Ауға барһаң, зирәк бул, юлдашыңа терәк бул.
Ауға сыҡҡанда эт ашатмайҙар.
Аулаҡ күлгә тәлмәрйен хужа.
Ауылда булмаған далала булыр.
Ауылы башҡаның һыуы башҡа.
Аусы — ауҙа, юлсы — юлда.
Аусыны аяғы туйҙыра.
Аусы ҡоҙғон ауламаҫ, өйрәк аулар.
Ауыҙы онға тейгән эт тирмән яламай түҙә алмай
Ауыҙың менән сәскәнде
ҡулың менән йыйып ала алмаҫһың
Ауыҙың тулы ҡан булһа ла
яттар алдында төкөрмә.
Ауылдан ҡыҙ алма ла мал алма
Ауыҙың тулы ҡан булһа ла,
дошман алдында төкөрмә
Ауыҙы-мороно ҡыйыш булһын,
бай балаһы һөйләһен.
Ауыҙыңдан ел алһын
Ауыл эте ала булһа, бүре килеп баш булыр
Ауыл эте ала булһа ла, бүре килгәндә берегер
Ауыл эте ала булыр
Ауырыу ағас башынан йөрөмәй, әҙәм башынан йөрөй
Ауырыу хәлен һау белмәҫ, ярлы хәлен бай белмәҫ.
Ауырыу - аяҡтан, ҡайғы йөрәктән алыр
Ауырыу китһә лә, ғәҙәт китмәй.
Ауырыу көсәйһә, йәнеңде алыр;
Дарыу көсәйһә, малыңды алыр
Ауырыуҙың аҙығы үҙе менән
Ауан кеше ауыҙы менән ҡош тотор.
Ауан ауға сыҡһа, ауҙа ғауға сыға.
Ауыҙыңа кергәнде сәйнәргә иренмә.
Ауыр йөктө ат тарта, ауыр эште ир тарта
Ауыр күтәргән - билен һындырған
Ауыр таш - тау аҫтында, ауыр эш -бауыр аҫтында
Ауыр эшкә беләк бар, ҡыйыу эшкә йөрәк бар.
Ауыр эште күмәк ҡул еңгән.
Ауырыу бер үлер, иренсәк көн дә үлер.
Ауырыуға дауа бар, дәртһеҙгә дауа юҡ.
«Ауырып торам» тимә, «иренеп торам» тиң.
Ата алмаған «уғым кәкере булды» тигән.
8
Ахмаҡ бирер, аҡыллы алыр
Ахмаҡтан аҡыл һорама
Ахмаҡтың эшләгән эше аҡыллыны алйытыр
Ахмаҡтың һаҡалы үҫһә лә, аҡылы үҫмәҫ
Ахыры заман булғанда,
йүнһеҙ кеше йүнлегә эш өйрәтер.
Аш ҡәҙерен белмәгән өй хужаһын оялтыр
Аш хурлама-ҡоҫторор,ир хурлама-боҫторор.
Аш янында аш үтә. Ашаған мал үлмәй.
Ашаған аттың теше аҡ
Ашағанда аҙ яҡшы, эшләгәндә күп яҡшы
Ашаған еренә эт тә ҡайта.
Ашаған аш табыр, эшләгән эш табыр.
Ашағанда аҙ яҡшы, эшләгәндә күп яҡшы.
Ашағанда ҡолағың һелкенһен,
эшләгәндә йөрәгең ел¬кенһен.
Ашағанда телһеҙ бул, эшләгәндә өнһөҙ бул.
Ашап, алаша булмаҫһың. Ашамаһаң да, май яҡшы,
яманлаһаң да, бай яҡшы. Ашаған үлмәҫ, ярлы бөлмәҫ.
Ашҡаҙар менән Ағиҙел, Йөрәктауҙа табышҡан;
Яҡшы егет, яҡшы ҡыҙ, шулай итеп табышҡан,
яр иткәнде пар иткән, айырылтмаҫҡа ҡауышҡан
Ашлыҡты бураға һалмайынса "уңыш алдым", тимә
Ашланған ер аш бирер.
Ашлыҡтың йоҙағы — һалам.
Ашыҡ уйнаған - аҙыр; Туп уйнаған - туҙыр;
Ҡуй көтөп, ҡарын майы ашаған барынан да уҙыр
Ашыҡҡан арба аҡрын тәгәрәй
Ашыҡҡан арыр, аҡрын барыр
Ашыҡҡан ашҡа бешкән. Ашыҡҡан күҙгә аҡ төшә
Ашыҡҡан ҡыҙ кейәүгә барһа ла мантымаҫ
Ашыҡҡан юл алмаҫ
Ашыҡҡанда артыңа йыш ҡарама.
Ашыҡҡандан аҡыл һорама
Ашын - тоҙон эсеп ултыр, аҡыллыны тыңлап ултыр
Ашыуһыҙ булһа, тауҙан биҙ, үткеһеҙ булһа, һыуҙан биҙ.
Ашаған белмәй, тураған белә.
Аш тигәндә — йән фарман, эш тигәндә — юҡ дарман.
Аш янында ат кеүек, эш янында эт кеүек
Ашамаған ашым түгел, эшләмәгән эшем түгел.
Ашау татлы — эшләү ҡаты.
Ашамай тамаҡ туймай, эшләмәй ризыҡ булмай.
Аштан ҡалһаң да, эштән ҡалма.
Ашы юҡ ураҙа тотҡан, эше юҡ ас ултырған.
Ашын яратһаң, эшен дә ярат.
Ашына күрә табағы, эшенә күрә тамағы.
Ашыҡҡан арба аҡрын тәгәрәй.
Ашыҡҡан арыр, аҡрый барыр.
Ашыҡҡан эштә хәйер юҡ.
Ашыҡҡан һыу диңгеҙгә етмәҫ.
Аяғы яман түрҙе бысрата, теле яман – илде бысрата.
Аяғың тәп итһә, ауыҙың сәп итер.
Аяғына тартһа — башына юҡ,
башына тартһа аяғына юҡ —
йүнһеҙ ирҙең көнө шул.
Аяҙлы-болотло аҡылы бар,
кәҙәнеке хәтлем һаҡалы бар
Аяҡлы ҡаза күрәһе егет аяғы һыҙлау ҡатын алыр
Аяҡтан кергән ауырыу бөтә тәнде алыр
Аяҡ атламаһа, баш йөрөмәй