+8 °С
Болотло
Улым, тип яналыр һәр әсәнең йөрәге. Йомғаҡтай сабый булғандан алып, үҫеп ир ҡорона ингәндә лә әсә кеше өсөн улы "бәпес" булып ҡала.
Шул уҡ ваҡытта улы булғандар терәк-таянысын ныҡ тоялар. "Улым ни әйтер?" - тиер бәғзе бер әсәйҙәр.
Эйе, уллы булыу ― үҙе үк ғорурлыҡ. Улыңдың уңышын күреү ― үҙе үк бәхет. Улым тип яналыр һәр әсәнең йөрәге.Улдарыбыҙ шулай ғорурлыҡ тойғоһон ғына уятып торһон!
Уллылар көнө менән!