Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәттәрендә
13 Ноябрь 2022, 15:00

Эткә атланып

Тутыйғош асыҡһа, ҡанаттарын елпеп ҡысҡыра башлай. Эт шунда уҡ уның янына йүгерә. Теге тутыйғош мөгөҙҙә эленеп торған халат буйлап яйлап ҡына эттең арҡаһына килеп төшә. Эт уны ризыҡ һалынған сеүәтәгә алып бара.

Эткә атланып
Эткә атланып

Таныштарымда ҡунаҡта булып, иҫ-аҡылым китеп ҡайттым. Уларҙың фатирында ҙур, ҡарт тутыйғош һәм овчарка тоҡомло эт йәшәй. Ҡош ҡарт ҡына түгел, ә ялҡау ҙа. Көнө буйы коридорҙағы мөгөҙ кейем элгестә ултыра. Тутыйғош асыҡһа, ҡанаттарын елпеп ҡысҡыра башлай. Эт шунда уҡ уның янына йүгерә. Теге тутыйғош мөгөҙҙә эленеп торған халат буйлап яйлап ҡына эттең арҡаһына килеп төшә. Эт уны ризыҡ һалынған сеүәтәгә алып бара. Тутыйғош төшә лә, ҡабаланмай ашай башлай. Эт уны көтөп ултыра. Ҡош ашап бөткәс, яңынан эттең арҡаһына һикереп менә һәм улар кире мөгөҙ яғына йүнәлә. Эт ике аяғына баҫып тороп, тутыйғошто кире өҫкә мендереп ебәрә. Тутыйғош көнөнә нисә мәртәбә асыға, шунса мәртәбә кухняға йөрөйҙәр. Иҫ китмәле күренеш!

 

М. Хәйбуллина.
 
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: