Һаҡмар
+19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәттәрендә
12 Ноябрь 2022, 15:15

Тау башындағы мунса

Теге ҡала егете беҙгә екһенеп ҡарап: “Мунсала ярамай, бында бит һаулыҡты нығыталар”, – тип тағы сабынырға инеп китте. Унан сыҡты ла, көрткә сумырға булды. Ул мунсанан йүгереп сығып, шунда уҡ көрткә сума. Ә көн бынан алда әҙерәк иретеп торҙо һәм кискә туңдырған ине. Егетебеҙ ҡар эсенә инеп китеү урынына, уның өҫтөнән шыуып китеп, тау аҫтына төшөп, машиналар юлына барып төшкән. Водителдәр юлда йөрөгән сер яланғас ирҙе күреп машиналарын ҡысҡырта башлаған...

Тау башындағы мунса
Тау башындағы мунса

Минең иптәшем мунса ярата. Дөрөҫөрәге, ул мунсаға дуҫтарын йыйыуҙы хуп күрә. Күптән йөрөгәс, беҙ мунсаның бер яғы тигеҙ булһа ла, икенсе яғы тауҙан төшкән юл икәнлеген беләбеҙ. Унан төшкәс тә машиналар йөрөгән асфальт.

Бер көн беҙгә бер ҡала егете ҡушылды. Яҙ яҡынлашып килһә лә, тирә-яҡта көрт ята, мунсала дуҫымдың мәтрүшкә ҡушып бәйләгән миндегенең еҫе аңҡый. Беҙ, бер-ике сабынып алғас, һыра һемерергә ултырҙыҡ. Теге ҡала егете беҙгә екһенеп ҡарап: “Мунсала ярамай, бында бит һаулыҡты нығыталар”, – тип тағы сабынырға инеп китте. Унан сыҡты ла, көрткә сумырға булды. Ул мунсанан йүгереп сығып, шунда уҡ көрткә сума. Ә көн бынан алда әҙерәк иретеп торҙо һәм кискә туңдырған ине. Егетебеҙ ҡар эсенә инеп китеү урынына, уның өҫтөнән шыуып китеп, тау аҫтына төшөп, машиналар юлына барып төшкән. Водителдәр юлда йөрөгән сер яланғас ирҙе күреп машиналарын ҡысҡырта башлаған. Был кире мунсаға үрмәләп менергә маташа, тик боҙ кеүек ялтырап ятҡан ҡарҙан шыуа ла төшә, шыуа ла төшә. Һөҙөмтәлә уға бер саҡрымдай юлды урап, йүгереп, машиналарҙан ҡаса-боҫа килергә тура килә. Күҙҙәре аларып мунсаға килеп ингән егетебеҙ беҙҙең яныбыҙға килде лә, һыраны түгел, ә ситтәрәк ултырған араҡыны алып эсеп ебәрҙе. Беҙ аптырап тегегә текәлгәнбеҙ. “Мунсаға саҡырыр алдынан уның тауҙа ултырғанын иҫкәртер кәрәк ине”, – тигәс, беҙ эш нимәлә булғанын аңлап көлә башланыҡ. Ул башҡа беҙҙең менән мунсаға йөрөмәне. Ә йәл – бик ҡыҙыҡ кеше ине.

 

И. Әбүбәкеров.

 

 
 
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: