Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәттәрендә
11 Ноябрь 2022, 19:20

Минме, әллә ҡауынмы?

Ҡатынға яҡын уҡ барҙы ла: “Ҡара әле, һиңә мин кәрәкме, әллә ҡауынмы? Мин нығыраҡ ҡыҙыҡһындырһам – хәҙер эшемде ташлайым да...” – тигәйне, һатып алыусы юҡҡа сыҡты.

Минме, әллә ҡауынмы?
Минме, әллә ҡауынмы?

Ҡайһы саҡта Яңы йыл алдынан магазиндарға, баҙарҙарға уйламаған емеш-еләк килеп тула. Мин дә шулай Өфө баҙарында йөрөп ятҡанда, ҡауын һатып торған бер ирҙе күреп ҡалдым. Янына барҙым да, алырғамы-юҡмы тип уйланып торам. Шул саҡ бер ҡатын килде лә, ҡауынды ҡайҙан алып килгәндәрен һораша башланы. Һатыусы: “Үзбәкстандан”, – тине. Ҡатын тегегә ышанмай, һаман ҡуймай: “Алдама, һинең үзбәк түгел икәнлегең күренеп тора”, – тине. Ир бынан ялҡып китте, шикелле. Ҡатынға яҡын уҡ барҙы ла: “Ҡара әле, һиңә мин кәрәкме, әллә ҡауынмы? Мин нығыраҡ ҡыҙыҡһындырһам – хәҙер эшемде ташлайым да...” – тигәйне, һатып алыусы юҡҡа сыҡты. Ҡатындың бәхәсе нимә менән барып бөтәсәген көтөп торған сират та таралып бөттө.

 

Т. Солтанғолов.

 

 
 
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: