Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ял сәғәттәрендә
8 Ноябрь 2022, 11:58

“Я еще посуду мыть умею!”

Пенза өлкәһендә йәшәгән ваҡыт. Әсәйем бер мәл һыйыр һатып алды. Үҙенең гөбөрләтеп ултырып һыйыр һауып, беҙҙе рәхәтләндереп ашатҡыһы ла килгәндер инде. Ҡара ала  һыйырҙың ҡаймағы буламы инде?! Һөтө лә шып-шыйыҡ. Шул һыйырҙы мин һауа башланым. Күршелә генә класташ ҡыҙ йәшәй ине. Тегегә тағы бер класташ килгән. Был  икәү минең һыйыр һауып ултырғанды күреп хайран ҡалды!   

“Я еще посуду мыть умею!”“Я еще посуду мыть умею!”
“Я еще посуду мыть умею!”

Пенза өлкәһендә йәшәгән ваҡыт. Әсәйем бер мәл һыйыр һатып алды. Үҙенең гөбөрләтеп ултырып һыйыр һауып, беҙҙе рәхәтләндереп ашатҡыһы ла килгәндер инде. Ҡара ала  һыйырҙың ҡаймағы буламы инде?! Һөтө лә шып-шыйыҡ. Шул һыйырҙы мин һауа башланым. Күршелә генә класташ ҡыҙ йәшәй ине. Тегегә тағы бер класташ килгән. Был  икәү минең һыйыр һауып ултырғанды күреп хайран ҡалды! 

– Ты чё, корову чтоль доить умеешь? 

Шул һыйыр кеүек ҡыҙҙарҙың эш мәғәнәһе белмәгәндәренә иҫем китә ине. Быныһы нимә, улар иҙән йыуғанды күреп, бер килке аптыранылар. 

– Я еще посуду мыть умею! – тиһәм, бөтөнләй иҫтән яҙырҙар ине... 

Лилиә Илбулова. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас