Ял сәғәттәрендә
28 Октябрь 2022, 15:02

ҺИҘҘЕМ, КҮРҘЕМ, БЕЛДЕМ…

Һөйөүҙе мин беләм, күрҙем уны, Үрнәк булды быға ҡарттарым. Баҫалҡы ла, ярһыу мөхәббәте Һоҡландыра ине яттарҙы.

ҺИҘҘЕМ, КҮРҘЕМ, БЕЛДЕМ…ҺИҘҘЕМ, КҮРҘЕМ, БЕЛДЕМ…
ҺИҘҘЕМ, КҮРҘЕМ, БЕЛДЕМ…

ҺИҘҘЕМ, КҮРҘЕМ, БЕЛДЕМ…

Һөйөүҙе мин беләм: тын алышы,
Ҡараштары ҡайнар ут кеүек.
Урам аша парлап бер уҙғанда,
Аһ, иттеләр, ҡырҙан уҡ күреп.

Һөйөүҙәрен тойҙом, ҡояш һымаҡ
Балҡып торҙо өйҙөң үрендә.
Йән иретер наҙлы һүҙкәйҙәре
Бөгөнгөләй йөрәк түрендә.

Һөйөүҙәре ихлас, керһеҙлеген
Һиҙә инем бала булһам да.
Эҫе көндә еләҫ һауа бирһә,
Өфләп йылытҡайны буранда...

Ҡартатайым һәр саҡ әйтер ине:
“Янымда бул, йәнем, үлгәндә
Ҡосағымда тойғом килә һине,
Тик илама, ергә күмгәндә...”
…Илағандыр ҡарсыҡ йөрәккәйе
Һыҡтауҙарын һиҙҙем ул саҡта.
Ҡартыҡайы гүргә кергәндә лә
Йән һөйгәне булды ҡосаҡта…

Ҡуйынҡайын бер миҙгелгә генә
Йылытам, тип ниәт ҡылғандыр.
Йә ғүмерен оҙайтырға теләп,
Үҙ һулышын бирмәк булғандыр…

Һөйөүҙе мин беләм, күрҙем уны,
Үрнәк булды быға ҡарттарым.
Баҫалҡы ла, ярһыу мөхәббәте
Һоҡландыра ине яттарҙы.

Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас