

ҺӨЙӨНӨР ӨСӨН МЕҢ СӘБӘП!
Иртә менән тороп аяҡҡа баҫтың, шунан йөрөп киттеңме?
Һөйөн - донъяла күпме кеше: "Эх, бер генә тороп баҫырға ине лә, йөрөп китергә ине!" - тип хыялланып ята…
Тәҙрәнән донъяның матурлығын: аҡ бәҫкә төрөнгән ағастарҙы, сәскәгә күмелгән хозурлыҡты, күктең зәңгәрлеген, нурлы ҡояшты күрҙеңме?
Тағы һөйөн: донъяла көн яҡтылығын күрә алмаусы һуҡырҙар күпме?!
Ҡәҙерле кешеңдең наҙлы тауышын, яратҡан көйөңдө, ел һыҙғырыуын, табала ҡоймаҡ шыжлауын ишетеп кинәндеңме?
Һөйөнөр өсөн тағы бер сәбәп: был донъяла күпме кеше ишетмәй…
Һөйләшә алаһыңмы?
Һөйөн - бынан мәхрүм булғандар ҙа күп!
Яҡты, матур өйөгөҙ бармы? Һеҙ бик бай! Донъяла йортһоҙ-ерһеҙ зарығып йөрөүселәр күпме?!
Табын янына ултырып икмәк, тәмле, татлы ризыҡтар менән һыйландыңмы?
Аллаға шөкөр ит: Ер йөҙөндә астар бик күп!
Беҙгә яп-ябай тойолған һыуға ла шөкөр итеү кәрәк. Һыуға туймаусы илдәр, халыҡтар күпме?!
Яҙылғандарҙы уҡып сыҡтыңмы?
Тағы бер һөйөн: донъяла уҡый-яҙа белмәүселәр ҙә бик күп!
Һөйөнөп, шөкөр итеп йәшәйек, дуҫтар!
БАРЫһЫ ЛА ЯҠШЫ БУЛАСАҠ!
Нәсимә Садиҡ,
"Фатиха" китап-календарынан алынды.