Ял сәғәттәрендә
9 Сентябрь 2022, 18:50

Һүрәттә нисә этте күрәһегеҙ?

#Төнгө_Һаҡмар Ҡәҙерле йоҡлап өлгөрмәгән дуҫтарыбыҙ! Һүрәткә ентекләп ҡарағыҙ. Бында һеҙ нисә эт күрәһегеҙ? Был һеҙҙең аҡыл йәһәтенән йәшегеҙҙе күрһәтер.  а) 4 б) 5 в) 6 д) 7

Һүрәттә нисә этте күрәһегеҙ?Һүрәттә нисә этте күрәһегеҙ?
Һүрәттә нисә этте күрәһегеҙ?

#Төнгө_Һаҡмар

Ҡәҙерле йоҡлап өлгөрмәгән дуҫтарыбыҙ! Һүрәткә ентекләп ҡарағыҙ. Бында һеҙ нисә эт күрәһегеҙ? Был һеҙҙең аҡыл йәһәтенән йәшегеҙҙе күрһәтер. 

а) 4

б) 5

в) 6

д) 7

 

 

 

 

 

Яуап:

а) Әгәр һеҙ бында 4 этте һанаһағыҙ, тимәк һеҙгә 20 йәш тә юҡ. Күңелегеҙ төпкөлөндә һеҙ әле булһа ла ғәмһеҙ үҫмерһегеҙ.

б) 5 этте һанаған булһағыҙ, һеҙ үҙегеҙҙе 20-30 йәшлек итеп тояһығыҙ. Ололар тормошонда сынығып өлгөрһәгеҙ ҙә күңелегеҙ саф һәм таҙа булып ҡала бирә. 

в) 6 этте таба алдығыҙмы? Тимәк һеҙгә 30-40 йәш. Тиңдәштәрегеҙгә ҡарағанда уңышлыраҡһығыҙ. Әммә һеҙ маҡтанырға ашыҡмайһығыҙ. Хәйер был һеҙгә кәрәк тә түгел. 

д) 7 этте һананығыҙмы? Һеҙ аҡылығыҙ яғынан 50 йәшлек тәжрибә туплаған кеүекһегеҙ. Һеҙ аҡыллы һәм тыныс кешеһегеҙ. Үҙ дәрәжәгеҙҙе белеп кенә эш итәһегеҙ. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас