Бөгөн шулай уҡ тағы бер үҙенсәлекле байрам. Тап 25 август "Үбешеп ярашабыҙ" тип исемләнгән сәйер көн билдәләнә.
Әгәр һеҙҙең яҡын кешегеҙ менән араларығывҙ һыуынып торһа, ярашыр өсөн сәбәп итеп тап бөгөнгө көндө һайлағыҙ. Бөгөнгө көндө ике төрлө атап йөрөтәләр. Тәүгеһе -- "Үбешеп ярашабыҙ", икенсеһе Үбеп яраштыра торған көн.
Бер-береңде ғәфү итеп, ғәфү үтенеп ҡосаҡлап үбегеҙ! Бер йәшәй торған ғүмерҙе үпкәләр менән йәмһеҙләмәйек. Әр һүҙҙәр, йөрәкте өйкәгән ауыр мәлдәр артта ҡалһын. Яҡынығыҙға барып ни бары бер һүҙ әйтегеҙ:
-- Ғәфү ит!
Һәм яҡынығыҙҙы ҡосаҡлап үбеп алығыҙ. Ярашығыҙ, бергә булығыҙ!