

Йыл һайын 25 август көнө консерва банкаһы көнө билдәләнә. Ә был байрам тамырҙары менән 1810 йылға барып тоташа. Тап ошо йылдың 25 авгусында инглиз механигы Питер Дюранд тәүге тапҡыр тимерҙән эшләнгән банка уйлап таба. Бынан һуң консервала әҙерләнгән, оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ-түлектәр етештерелә башлай ҙа инде. Әммә ул ваҡытта консерва банкаларын асыу ҙур ауырлыҡтар тыуҙырған була. Уны ни бары сүкеш һәм һурҙырғыс менән генә асып булған. Ваҡыт үтеү менән был проблеманы хәл итәләр. консерва өсөн йоҡараҡ тимерҙе һайлай башлайҙар, ә ҡапҡасын ипләберәк йәбештерәләр. Тора-бара тимер консерваларҙы асыу өсөн махсус бысаҡтар уйлап табалар. Ә заманса консерваларҙың ҡапҡасын өҫтөнә йәбештерелгән балдаҡты тартып ҡына ла асып була.
Ә һеҙ, ҡәҙерле дуҫтар, консерваланған аҙыҡ-түлек һатып алаһығыҙмы? Әллә үҙегеҙ әҙерләргә тырышаһығыҙмы? Алһағыҙ ниндәйҙәренә өҫтөнлөк бирәһегеҙ?