+24 °С
Дождь


24 июль — Халыҡ-ара үҙеңде хәстәрләү көнө.
Был көн 2011 йылдан билдәләнә. Үҙенсәлекле байрамды икенсе төрлө Халыҡ-ара үҙеңә ярҙам итеү көнө тип тә әйтәләр.
Кеше үҙен физик һәм эмоциональ яҡтан һау-сәләмәт итеп тойһон өсөн үҙе тураһында оноторға тейеш түгел. Бының өсөн тәү нәүбәттә ул үҙен һаҡларға, сәләмәт булыр өсөн үҙенә ярҙам итергә тейеш.
Байрамды уйлап сығарыусылар булып Халыҡ-ара үҙеңә ярҙам итеү фонды һанала.
Ни өсөн тап 24 июлме? Был һорауҙың яуабы бик ябай: кеше үҙен үҙе тәүлегенә 24 сәғәт һәм аҙнаның 7 көнө дауамында хәстәрләргә тейеш. 24.07 йәки йылдың 7-се айы һәм айҙың 24-се көнө.
Һау-сәләмәт булығыҙ! Үҙегеҙ тураһында бер ваҡытта ла онотмағыҙ!