+18 °С
Ясна
Әллә ниңә күңелем тулды,
Тыуған көнөм килеп еткән бит!
Бала саҡта бик күңелле байрам,
Йылдар үткәс моңһоу икән бит!
Ҡушымта:
Бер аҙ моңһоу ғүмер үткәнгә,
Бер аҙ моңһоу йәшлек киткәнгә!
Тыуған көндәр бер-бер артлы килеп,
Ғүмер тигән биҙәк сиккәнгә!
Күпме ҡотлау, бүләктәр яуа,
Тыуған көндә -- байрам түрендә!
Үткән йылым ғына моңһоуланып,
Баҫып ҡалды күңелем күгендә.
Ҡушымта.
Тик шулай ҙа ҙур өмөттәр менән
Ҡаршылайым мин ғүмер байрамын.
Йылдар уҙһа уҙһын, өҙөлмәһен
Тапланмаһын ғүмер сәйләнем.