Һаҡмар
+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәттәрендә
7 Июнь 2022, 14:51

Алмағас бураны

#Һаҡмар_йырлата  Ҡәҙерле дуҫтар! Үҙегеҙ яратып йырлаған йырҙарҙы ла һалығыҙ. Бергәләшеп һүҙҙәрен эҙләрбеҙ.  Ҡойола аҡ тәңкә таж ғына,  Ел ҡуйһа тирбәлеп аҙ ғына.  Мин керҙем баҡсаға аҙашып,  Ғәйепле барыһына яҙ ғына.   ҠУШЫМТА: Ниңә һайрай илатып һандуғас, Сәскәһен ҡойғанда алмағас?  Ниңә ҡупты мәхәббәт бураны, Һөйөргә хаҡым булмағас?    Мең рәхмәт булғаның өсөн дә Янымда ошо май кисендә...  

Алмағас бураны
Алмағас бураны

Алмағас бураны

Ҡойола аҡ тәңкә таж ғына, 
Ел ҡуйһа тирбәлеп аҙ ғына. 
Мин керҙем баҡсаға аҙашып, 
Ғәйепле барыһына яҙ ғына.
 
ҠУШЫМТА:
Ниңә һайрай илатып һандуғас,
Сәскәһен ҡойғанда алмағас? 
Ниңә ҡупты мәхәббәт бураны,
Һөйөргә хаҡым булмағас? 
 
Мең рәхмәт булғаның өсөн дә
Янымда ошо май кисендә.
Туйына һуңлаған кәләштәй,
Ҡалдым мин шау хистәр эсендә...
 
ҠУШЫМТА
Моң булып һарыла йәнемә,
Аҡ таждар бер-береһен уҙышып.
Нисек итеп түҙер был йөрәгем
Алмалар бешкәндә тулышып?
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: