Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәттәрендә
2 Апрель 2022, 13:04

Насип булдың әллә кемдәргә?

#Һаҡмар_йырлата  Аяҙ көндө йәшен кеүек итеп, Әле генә ниңә күрендең? Тибрәндереп күңел ҡылдарыма Гөл-сәсәктәр булып үрелдең? Ҡушымта: Һуңланың бит өҙөлөп яратырға Һуңға ҡалдым мин дә һөйөргә. Үтә ғүмер, өтә күңелдәрҙе Насип булдың әллә кемдәргә.

Насип булдың әллә кемдәргә?
Насип булдың әллә кемдәргә?

Айҙар Минһажев һүҙҙәре. 

Айҙар Тимербаев көйө.

Аяҙ көндө йәшен кеүек итеп,

Әле генә ниңә күрендең?

Тибрәндереп күңел ҡылдарыма

Гөл-сәсәктәр булып үрелдең?

Ҡушымта:

Һуңланың бит өҙөлөп яратырға

Һуңға ҡалдым мин дә һөйөргә.

Үтә ғүмер, өтә күңелдәрҙе

Насип булдың әллә кемдәргә.

 

Юҡ тием үҙем, үҙем өҙгөләнәм.

Һиңә алып китә уйҙарым.

Бүтәнде мин һайлар инемме һуң

Белгән булһам донъяла һин барын?

Ҡушымта.

Һуңланың бит өҙөлөп яратырға

Һуңға ҡалдым мин дә һөйөргә.

Үтә ғүмер, өтә күңелдәрҙе

Насип булдың әллә кемдәргә.

 

Юҡһындырып төшкә керә һөйөү,

Ә ғүмерҙәр уҙа ашҡынып.

Тик хыянат минең өсөн түгел,

Ғазаплама зинһар саҡырып.

Ҡушымта.

Һуңланың бит өҙөлөп яратырға

Һуңға ҡалдым мин дә һөйөргә.

Үтә ғүмер, өтә күңелдәрҙе

Насип булдың әллә кемдәргә.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: