Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәттәрендә
22 Февраль 2022, 22:35

Төштәр күреп уяндым...

#Төнгө_Һаҡмар Төштө яҡшыға юра, тиҙәр. Ҡайһы саҡ төш үҙенә күрә иҫкәртеү ҙә була. Ә бына тәүге тапҡыр яңы урында йоҡларға ятҡас, түбә таҡтаһын һанап йоҡлайҙар: «Һәйбәт төштәр, дөрөҫ төштәр керһен»,- тип.

Төштәр күреп уяндым...
Төштәр күреп уяндым...

* Төшөңдә ағым һыу аша йөҙөп сыҡһаң, ҡайғынан арынаһың. 

* Әгәр төшөңдә бойҙай күрһәң, һөйөнөс булыр. 

* Әгәр төштә һары май күрһәң, сир килер; ҡатыҡ йә һөт күрһәң, ҡулыңа хәләл мал керер. 

* Ҡоҙоҡтан һыу алғанды күрһәң, кейәүгә сығаһың. 

* Мәйет тураһында төш күрһәң, өндә лә мәйет булыр. 

* Төшөңдә баҡыр аҡсалар алһаң, нахаҡ һүҙ ишетәһең. 

* Төшөңдә бал ҡорто күрһәң, хәләл мал насип булыр. 

* Төшөңдә илаһаң - шатланаһың.

* Төшөңдәт ҡуян, ҡаҙ күрһәң, бер туғаның килә. 

* Төшөңдә тауыҡ күрһәң, хәрам малдан өлөш тейәр. 

* Төшөңдә тауға менһәң, бәхетле булырһың. 

* Төшөңдә сей ит, йомортҡа күһәң, ауырыуға була.

* Төшөңдә шәкәр һәм бал күрһәң, ил араһында оло дәрәжәле булаһың. 

* Төшөңдә йәшеллек күрһәң, тиҙ килә торған шатлыҡ. 

* Төштә аҡ әйбер - шатлыҡ, ҡара әйбер - ҡайғы, ҡыҙыл әйбер - ҡыҫтау, йәшел әйбер - оҙон ғүмер. 

* Төштә аҡ тун кейһәң, байлығың күп була. 

* Төштә атҡа атланыу - мәртәбәгә ирешеү. 

* Төштә болғансыҡ һыу - көтөлмәгән күңелһеҙлек; саф, таҙа һыу - яҡшы хәбәр. 

* Төштә гармун тауышы ишетһәң, хәбәр була. 

* Төштә еп ураһаң, йыраҡ ерҙән яҡын кешең килә. 

* Төштә ҡарсыға күрһәң, ил эсендә мәртәбә ҡаҙанаһың. 

* Төштә көҙгөгә ҡарау йәки яңы аяҡ кейеме кейеү - тормошҡа сығыу. 

* Төштә самрау ҡош күрһәң, оло мәртәбәле булырһың. 

* Төштә һоло йәки ҡарабойҙай күрһәң - ауырыу. 

* Төштә һыу кереү - илау. 

* Төштә һыуҙа кәмәлә йөҙһәң, башҡа илгә бараһың. 

* Төштә төрлө ерҙәр күреү - юлға сығыу. 

 

Һәр саҡ матур һәм татлы төштәр күрегеҙ! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: