Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәттәрендә
22 Ноябрь 2021, 11:30

Йондоҙнамә (22 ноябрь-28 ноябрь)

Был аҙнала ай кәмей. Кешеләрҙең кәйефе үҙгәреп торор – кәйефһеҙ йөрөү оптимизм менән алмашыныр. Әммә эмоцияларға бирелмәгеҙ. Ғөмүмән, аҙна яҡшы үтер. 24 ноябрҙә Меркурий Уҡсы йондоҙлоғона күсә. Был шаршамбынан һәр эшкә тотонорға мөмкинселек сығыуын һәм проблемалар булмауын аңлата. Барыбыҙға ла яңы эштәребеҙҙә һәм шөғөлдәребеҙҙә уңыш юлдаш булыр. Артабан һәр йондоҙлоҡҡа айырым күсәйек.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)

Эргә-тирәләге кешеләр һеҙгә бик үк яҡшы мөнәсәбәттә булмаҫ. Бының сәбәбе – һеҙҙең үҙегеҙгә ышанып етмәүегеҙҙә. Фекерҙәрегеҙҙе ҡыйыу рәүештә белдерегеҙ, шул ваҡытта хәл яҡшы яҡҡа үҙгәрер. Һаулығығыҙға иғтибарҙы арттырыу мөһим, күберәк саф һауала йөрөгөҙ, спорт менән шөғөлләнегеҙ. Кесаҙна һәм йома – эшегеҙҙә лә, шәхси тормошоғоҙҙа ла күңелле сюрприздар мәле. Шулай уҡ һеҙҙе ял көндәре лә ҡыуандырыр.

 

Буға (21.04 – 21.05)

Буғалар өсөн яҡшы аҙна. Карьера һәм финанс мәсьәләләрендә уңырһығыҙ. Яҡшы тәҡдимдәр, файҙалы бәйләнештәр һәм ҡыҙыҡлы командировкаларға әҙер булығыҙ. Шәхси тормошоғоҙҙа кесаҙна йәки йомала үҙегеҙҙең килешеүгә бармауығыҙ, уртаҡ тел таба алмауығыҙ сәбәпле, һүҙгә килешеү, конфликт килеп сығыуы ихтимал. Ял көндәрен ғаиләгеҙ менән үткәрегеҙ, бергәләп күңелле сәйәхәткә сығып килегеҙ.

 

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)

Аҙна башында Игеҙәктәргә күңелһеҙерәк булыр. Әммә шаршамбы-кесаҙна хәл ҡырҡа үҙгәрер. Эшегеҙҙә ниндәйҙер ҡыҙыҡлы яңы килем алыу мөмкинселеге сығыр, карьера баҫҡысы буйынса үрләү ҙә ихтимал. Маҡсаттарығыҙға ирешеүҙә эргә-тирәләгеләр менән уртаҡ тел таба белеүегеҙ һәм тәбиғәттән бирелгән артислыҡ һәләте ярҙам итер. Ял көндәрендә абай булығыҙ: туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙ менән һүҙгә килешеүегеҙ бар. Үҙегеҙҙең хаталарығыҙҙы таный һәм төҙәтә белегеҙ.

 

Ҡыҫала (22.06 – 22.07)

Был аҙнала Ҡыҫалаларҙы тәнҡитләп кенә торорҙар. Әммә быға уларҙың иҫе китмәҫ. Яуаплы, намыҫлы, тәртипле булыуҙары, үҙҙәренең эштәре һәм һүҙҙәре өсөн яуап тота белеүҙәре айҡанлы улар яҡшы белгес һәм алмаштырғыһыҙ хеҙмәткәр репутацияһын һаҡлап ҡала алыр. Ғаиләле Ҡыҫалаларҙың шәхси тормошонда тотороҡлолоҡ күҙәтелер. Яңғыҙҙарҙың үҙ парын табыуы ихтимал. Астрологтар ял көндәрен өйҙә үткәрергә тәҡдим итә.

 

Арыҫлан (23.07 – 21.08)

Арыҫландарға һәр өлкәлә лә уңыш йылмайыр – карьера, финанстар, шәхси тормош. Эргә-тирәләге кешеләр һәр кем менән уртаҡ тел таба белеүегеҙҙе баһалар. Һеҙҙең проекттар бик перспективалы булыр һәм яҡшы килем килтерер. Шәхси тормошоғоҙҙа ла барыһы ла яҡшы булыр. Ҡыҙыҡлы сәйәхәткә сығыуығыҙ ихтимал. Ял көндәренә эштәр планлаштырмағыҙ, яҡшылап ял итегеҙ.

 

Ҡыҙ (22.08 – 23.09)

Ҡыҙҙар өсөн был аҙна уңышлы булыр. Икенсе ҡалаға йәки икенсе илгә йәшәргә күсеүегеҙ, йәиһә эш урынығыҙҙы алмаштырыуығыҙ ихтимал. Был үҙгәрештәр һеҙгә ҡыуаныс килтерер, сөнки һеҙ күптән был хаҡта хыяллана инегеҙ бит. Яңғыҙ Ҡыҙҙарҙы яҙмышын үҙгәртерлек осрашыу көтә. Аҙна аҙағында ҡунаҡҡа, ял итергә йәки осрашыуға саҡырыуҙары бар. Тәҡдимде кире ҡаҡмағыҙ.

 

Үлсәү (24.09 – 23.10)

Аҙна башында Үлсәүҙәрҙең яңы эштәр өсөн көсө лә, энергияһы ла булмаҫ. Эргә-тирәләгеләр ҙә теңкәгеҙгә тейер һәм ышанысығыҙҙы аҡламаҫ. Бер кем менән дә һүҙгә килешмәҫ өсөн эмоцияларығыҙҙы контролдә тоторға тырышығыҙ. Кесаҙнанан хәл яҡшы яҡҡа үҙгәрер. Һеҙ тормошҡа һәм хәл-ваҡиғаларға бөтөнләй икенсе күҙлектән ҡарарһығыҙ. Берҙән-бер проблема –аҡсағыҙ етмәҫ, шуға күрә экономлы режимға күсеп тороғоҙ.

 

Саян (24.10 – 23.11)

Тырышып эшләгән һәм яҡшы ял иткән Саяндар өсөн аҙна насар булмаҫ. Был аҙнала һеҙ мөләйем дә, эшлекле лә күренерһегеҙ. Был сифаттарығыҙ арҡаһында һеҙгә тағы ла күберәк кешеләр иғтибар итер. Шул уҡ ваҡытта һеҙҙе яратып етмәүселәр ҙә йоҡлап ятмаҫ, шуға күрә һаҡ булығыҙ. Ял көндәре күптән күрмәгән дуҫығыҙ менән осрашыу, бик үк яҡшы таныш булмаған кешеләрҙең күңелле сюрприз эшләүе менән ҡыуандырыр.

 

Уҡсы (24.11 – 22.12)

Уҡсыларға астролог барыһына ла асыҡ булмаҫҡа кәңәш итә. Сөнки бының менән үҙҙәренең маҡсатында файҙаланыусылар һәм һеҙҙең изгелек, эскерһеҙлектән көлөүселәр булыуы ихтимал. Шуға күрә кешеләр һеҙгә ниндәй мөнәсәбәттә, уларға ла шулай булырға тырышығыҙ. Аҙнаның тәүге яртыһында шәхси сиктәрҙе һаҡлағыҙ, ә кесаҙна-йомала килем килтергән эштәр менән булышығыҙ. Шәмбе һәм йәкшәмбелә лә һеҙҙе файҙаланыусыларҙы кире ҡағырға әҙер булығыҙ. Барыһына ла ярҙам итергә ашыҡмағыҙ.

 

Ылаҡ (23.12 – 20.01)

Киләһе аҙнала Ылаҡтарға арыу ғына проблемалар сығыуы ихтимал. Эштә – ауырлыҡтар, етәкселек менән – аңлашылмаусанлыҡ, коллегалар менән – аралар боҙолоу, шәхси тормошта – талашыу һәм айырылышыу. Һеҙгә кешеләр ҙә, үҙ-үҙегеҙ ҙә оҡшамаҫ. Айырыуса аҙнаның тәүге яртыһы ауыр булыр. Әммә төшөнкөлөккә бирелмәгеҙ, үҙегеҙгә үҙегеҙ ҡыуаныс килтерергә тырышығыҙ. Ял көндәренә хәл яҡшы яҡҡа үҙгәрер, күңелле осрашыуҙар булыр.

 

Һыуғояр (21.01 – 19.02)

Һыуғоярҙар өсөн күңелһеҙ һәм үҙ тормошо менән риза булмау аҙнаһы булыр. Һеҙгә бығаса булмағанса туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙҙың ярҙамы кәрәгер. Эшегеҙҙә лә ауырлыҡтар булыуы ихтимал. Айырыуса шәмбе ҡатмарлы булыр. Был ваҡытта үҙегеҙҙе ҡулға алып, кире эмоцияларҙы тышҡа сығармаҫҡа тырышығыҙ. Ял көндәрен өйҙә үткәреү яҡшыраҡ булыр. Фекерҙәрегеҙҙе төйнәгеҙ һәм яҡын киләсәккә пландар төҙөгөҙ.

 

Балыҡ (20.02 – 20.03)

Балыҡтар был аҙнала яҡшы кәйефтә булыр. Был - перспективалы проекттар һәм ҡыҙыҡлы осрашыуҙар мәле. Айырыуса аҙнаның тәүге яртыһы төрлө ҡыҙыҡлы хәлдәргә бай булыр. Мөһим эштәрегеҙҙе башҡарыу өсөн көсөгөҙ ҙә, энергияғыҙ ҙа етер. Ял көндәрендә һаулығығыҙға иғтибарлы булығыҙ. Проблема килеп тыумаһын өсөн профилактика менән шөғөлләнегеҙ. Физик һәм эмоциональ көсөргәнеште булдырмағыҙ, спиртлы эсемлектәр менән мауыҡмағыҙ һәм мыжыҡ, пессимист кешеләр менән аралашмағыҙ.

 

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас: