* Көҙгө бәҫ — ҡоро һәм ҡояшлы көнгә ишара.
*Имән һәм ҡайын япраҡтарын бөткәнсе ҡойһа — йыл еңел килер.
*Япраҡтары тороп ҡалһа — ҡыш әсе һәм ауыр килер.
*Япраҡ ергә төшкәндә өҫкә ҡарап ятһа — уңыш мул булыр.
*Талға бәҫ иртә ҡунһа — оҙон ҡышҡа.
*Сәтләүектәр күп булып, бәшмәк булмаһа — ҡыш ҡарлы һәм ажар булыр.
*Һуҡыр сысҡан өңөнә күп итеп һалам ташыһа — ҡыш һыуыҡ килер.
*Октябрҙә йәшен йәшнәһә, ҡыш ҡарһыҙ һәм ҡыҫҡа булыр.
*Октябрҙә ай түңәрәкләнеп торһа, йәй ҡоро килер.
*1 октябрҙә торналар йылы яҡҡа осһа, 14 октябрҙә тәүге һыуыҡтарҙы көтөгөҙ.