Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәттәрендә
12 Август 2021, 08:30

12 авгусҡа йондоҙнамә

Ҡуҙы Көндөң тәүге яртыһы уңайлы, тап ошо ваҡытҡа иң мөһим эштәрҙе, иң етди һөйләшеүҙәрҙе планлаштырырға кәрәк. Көндөң икенсе яртыһында һәм унан һуңыраҡ аңлашылмаусанлыҡтар, тотҡарлыҡтар, күңелегеҙгә ятмаған хәл-ваҡиғалар булыуы ихтимал.  

Ҡуҙы


Көндөң тәүге яртыһы уңайлы, тап ошо ваҡытҡа иң мөһим эштәрҙе, иң етди һөйләшеүҙәрҙе планлаштырырға кәрәк. Көндөң икенсе яртыһында һәм унан һуңыраҡ аңлашылмаусанлыҡтар, тотҡарлыҡтар, күңелегеҙгә ятмаған хәл-ваҡиғалар булыуы ихтимал.

 

Буға

Аралашыу өсөн ауыр көн. Һеҙҙе йыш ҡына дөрөҫ аңалмайҙар, һеҙҙең ҡылыҡтарығыҙ, һөйләшеүегеҙ башҡаларға сәйер, хатта ҡайһы берҙәре мәғәнәһеҙ булып күренер. Күптәр һеҙҙең тормошоғоҙға ҡыҫылып, кәңәштәр бирә башлар. Нисек кенә ярһыһағыҙ ҙа, үҙегеҙҙе ҡулда тоторға көс табырһығыҙ.

 

Игеҙәктәр 

Көн башында ахмаҡлыҡ ҡылыу ихтималлығы бар. Был мәлдә үҙ мөмкинлегегеҙҙе артығыраҡ баһалап, вәғәҙә биреп ташларһығыҙ. Тик вәғәҙәгеҙ үтәлмәй ҡалыр. Иллюзияларҙан баш тартып, аҡыллы кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ. Бөгөнгө көндә яһалған иҫкәрмәләр киләсәктә һеҙгә ярҙам итер. 
 
 
Ҡыҫала 
 
Үҙ көсөгөҙҙө дөрөҫ баһалау мөһим. Һеҙ үтә алмай торған йөкләмәләрҙе алып, үҙ репутацияғыҙҙы боҙоуығыҙ, һеҙгә ышанған кешеләрҙең ышанысын юғалтыуығыҙ ихтимал. Яңы проекттарға тотонор алдынан ҡабат-ҡабат уйланып алығыҙ. Тиҙ арала уңышҡа өлгәшермен тип артыҡ өмөтләнмәгеҙ. Шулай ҙа ныҡҡа таянһағыҙ, тәүге уңышһыҙлыҡтарға осрарһығыҙ. Әгәр инде уларын да еңеп үтһәгеҙ, уның һуңында һеҙҙе уңыш көтөр.

 
Арыҫлан

Көндөң башы уңышлы килер. Шуға ла эшләйһе эштәрегеҙҙе һуңғыға ҡалдырмағыҙ. Уңышҡа өлгәшеү ауырыраҡ буласаҡ. Өҫтәүенә ул ваҡытта яңы эштәр килеп сығыуы бар. Нисек кенә ауыр тойолмаһын, бар ауырлыҡтарҙы еңеп сығыу өсөн көс табырһығыҙ.

 
Ҡыҙ

Еңел һәм бәхетле көн. Артыҡ көсәнмәйенсә маҡсатығыҙға ирешә алырһығыҙ. Белем һәм тыршлыҡ талап ителгән эштәрҙе лә, ижади ҡарай торғандарын да еңел генә башҡарып ҡуйырһығыҙ. Ҡайһы бер ҡыҙҙар талантын уйламаған ерҙә ҡалланып ҡуйыр. 

 
Үлсәү

Көндөң башы танышыу өсөн бик шәп. Кемдер тәү ҡараштан ғашиҡ булып, башын юғалтыр. Шул уҡ ваҡытта ғәҙәти эштәр мәшәғәтле һәм күңелһеҙ күренер.
 
 
Саян

Мәғәнәһеҙ аралашыуҙарҙан йыраҡ булырға тырышығыҙ. Провакацияға бирелеп, лайыҡ булмаған кешегә ышаныуығыҙ бар. Аҡса менән бәйле эштәр ҙә уңышлы булып күренһә лә, үҙе менән сығымдарын да алып килер. "Кеше кеҫәһенә күҙ һалмағыҙ".

 
Уҡсы
 
Был көндө бер һүҙ менән генә баһалап булмай. Башҡаларға ярҙам итеп, үҙегеҙҙе онотоп ебәрерһегеҙ. Шуға ла маҡсатығыҙға ирешеү ауыр булыр. Коллегалары ғыҙ һәм етәксегеҙ араһында булған ғаршылыҡ уңышлы эшләргә ҡамасаулар. Ваҡыт уҙыу менән һеҙҙең хаҡ булыуығыҙҙы аңларҙар, тик һуң булыр. аҡса мәсьәләһе юғалтыуҙарға алып килер.
 
Кәзәмөгөҙ

Аралашыу өсөн уңайлы көн. Һәр төрлө, хатта ҡаршылыҡлы булған һорауҙарҙы ла еңел генә хәл итерһегеҙ. Дипломатик һәләттәрегеҙ бында һуңғы ролде уйнаясаҡ. Бәлки, һеҙ хатта иң элек конфликттарға юлыҡҡан кешеләр менән дә һөйләшеп килешә алырһығыҙ.

 

Һыуғояр


Көн уңайлы була, әммә борсолоуҙар етерлек. Һәр төрлө эштәр һеҙҙең иғтибарығыҙҙы талап итер, йыш ҡына икенсеһенә күсергә тура килер. Был һеҙҙең күңелегеҙҙе ҡырыр, хатта ярһытыр. Бәхетегеҙгә, янығыҙҙа ышаныслы кешеләр бар.

 

Балыҡтар


Көсөргәнешле көн. Һеҙ йыш ҡына бушҡа көйөрһөгөҙ. Күп һанлы бәхәстәр бәхәстәр башланған эште тамамларға ҡамасаулай. Аҡса менән бәйле финанс юғалтыуҙар, уңышһыҙ ҡарарҙар ҡабул ителмәй. Бурысҡа аҡса бирмәгеҙ.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: