Һаҡмар
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәттәрендә
3 Ғинуар 2021, 13:05

12 көндә 12 ай сағыла

Йыл уңышлы килһен өсөн уның тәүге 12 көнөн дөрөҫ итеп үткәрер кәрәк. Мәҫәлән, 3 ғинуар – туғандар менән (ата-әсәгә ҡағылмай) мөнәсәбәткә бәйле. Ирешмәй-талашмай, гармонияла үткәрегеҙ. Туғандарығыҙға шылтыратығыҙ, ҡунаҡҡа барып килегеҙ. 4 ғинуар – туғанлыҡ мөнәсәбәттәренә, ғәилә, йорт именлегенә бәйле. Ата-әсәйҙәрегеҙгә шылтыратығыҙ, ғаиләгеҙ менән бергә кино ҡарағыҙ. Рәхмәттәр әйтегеҙ. 5 ғинуар – ижади эштәр, күңелгә ятҡан шөғөл көнө. Балаларығыҙға ваҡытығыҙҙы күберәк бүлегеҙ. Ҡыуаныста-һөйөнөстә кисте үтекәрегеҙ. 6 ғинуар – һаулыҡҡа яуаплы һәм сәләмәт тормош алып бара торған көн. Был көн артыҡ күп ашап ташламағыҙ.

Йыл уңышлы килһен өсөн уның тәүге 12 көнөн дөрөҫ итеп үткәрер кәрәк.
Уның тәүге ике көнө үтеп тә китте.
1 ғинуар – характер һәм төҫ-ҡиәфәткә бәйле. Был көн матур итеп кейенеп, биҙәнеп, сәсте матур итеп ҡуйып йөрөргә кәңәш ителә. Һеҙ үҙегеҙҙе сибәр итеп тойорға тейешһегеҙ.
2 ғинуар – мөлҡәткә һәм аҡсаға бәйле. Был көн ҙур булмаған бүләк алыу хәйерлегә.
3 ғинуар – туғандар менән (ата-әсәгә ҡағылмай) мөнәсәбәткә бәйле. Ирешмәй-талашмай, гармонияла үткәрегеҙ. Туғандарығыҙға шылтыратығыҙ, ҡунаҡҡа барып килегеҙ.
4 ғинуар – туғанлыҡ мөнәсәбәттәренә, ғәилә, йорт именлегенә бәйле. Ата-әсәйҙәрегеҙгә шылтыратығыҙ, ғаиләгеҙ менән бергә кино ҡарағыҙ. Рәхмәттәр әйтегеҙ.
5 ғинуар – ижади эштәр, күңелгә ятҡан шөғөл көнө. Балаларығыҙға ваҡытығыҙҙы күберәк бүлегеҙ. Ҡыуаныста-һөйөнөстә кисте үтекәрегеҙ.
6 ғинуар – һаулыҡҡа яуаплы һәм сәләмәт тормош алып бара торған көн. Был көн артыҡ күп ашап ташламағыҙ.
7 ғинуар – ир менән ҡатын араһындағы мөнәсәбәткә яуаплы көн. Бер-берегеҙгә иғтибарлы һәм ихтирамлы булырға тырышығыҙ.
8 ғинуар – таҙарыныу һәм кризистан сығыу көнө. Сығырығыҙҙан сыҡмаҫҡа, тыныс үткәрергә тырышығыҙ был көндө.
9 ғинуар – сәйәхәт һәм белем алыу көнө. Теләктәрегеҙҙе яҙып ҡуйыу файҙалы булыр.
10 ғинуар – профессияға, карьераға һәм социаль статусҡа яуаплы.
11 ғинуар – дуҫтар менән бәйле. Дуҫтарығыҙ менән был көн күрешергә тырышығыҙ. Шулай уҡ күңел төпкөлөндә һаҡлаған хыялығыҙҙы теләгеҙ. Үҙегеҙгә киләсәктән хат яҙығыҙ. Хатта уның тормошҡа нисек ашыуы тураһында бәйән итегеҙ. Рәхмәттәр әйтегеҙ һәм конвертты йәбештереп, киләһе Яңы йыл байрамына тиклем йәшереп ҡуйығыҙ.
12 ғинуар – тамамлай торған көн. Артыҡ план ҡормағыҙ, бурыстарҙы түләгеҙ, изгелектәр эшләргә тырышығыҙ. Үҙегеҙҙе яратығыҙ. Хәйриәлек менән шөғөлләнегеҙ. Был көн бер ниндәй ҙә теләк теләргә ярамай.
Бәхетле булығыҙ!
Читайте нас: