Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәттәрендә
1 Ғинуар 2021, 02:00

НОЯБРЬ

Ноябрь – йылдың 11-се, көҙҙөң һуңғы айы. Ноябрь – ағастарҙың япраҡтары ҡойолоп бөтөп, тирә-яҡ ҡаралыҡҡа сумған бер мәл булып тора. Уны ҡайһы саҡ көҙгә лә, ҡышҡа ла индереп булмай. Бер ҡараһаң ҡояш йылмая, әле көҙ бит, тип әйтә төҫлө тойола. Икенсе көн ҡар яуа, тирә-яҡ аҡҡа мансыла. Йәнә бер көндән уныһы иреп, бысраҡҡа батыра. Шуға ла йылдың аҙашып ҡалған айына оҡшатам мин уны. * Ноябргә тап килгән ырамыштарға күҙ һалайыҡ. * Әгәр октябрь һыуыҡ килһә, ноябрҙә ул тағы ла һыуығыраҡ буласаҡ. * Ноябрь йылы торһа, ҡыш та йылы буласаҡ. (тулыраҡ мәғлүмәтте сайттан уҡығыҙ)

* Әгәр ноябрҙә аяҙ көндәр күберәк булып, ямғырҙар һирәк яуһа, киләһе йылдың уңдырышһыҙ булыуын көт тә тор. * Ноябрҙә төндә йондоҙҙар балҡып янһа, көн һыуыҡ буласаҡ. * Япраҡ ямғыры ноябргә тура килһә, киләһе йыл ауыр килә. * Ноябрҙә ҡар ҡар туңған ергә ятһа, бик яҡшы була, дымлы ергә ятһа – зыянын көт тә тор. * Иртән ағастарға бәҫ ҡунһа, көн һыуыҡ була, әгәр томан ятһа, көндөң йылыныуын көт тә тор. * Ҡыр өйрәктәре ҡышларға ҡалһа, ҡыш йылы була. * Әгәр ноябрҙә серәкәйҙәр килеп сыҡһа, ҡыш еңел килә. * Ноябрҙә ҡар күп ятһа, киләһе йыл иген уңыр. * Сейә ағасында һуңғы япраҡ ҡойолғас ҡына ҡыш етә.


Ноябрҙә байрамдар

Халыҡ-ара байрамдар:

4 ноябрь – Халыҡтар берҙәмлеге көнө 7-8 ноябрь – Бөйөк Октябрь социалистик революцияһы йыллығы (1918 йылдан 1991 йылға тиклем билдәләнде) 8 ноябрь – КВН көнө 9 ноябрь – Халыҡ-ара фашизмға, расизмға ҡаршы көн 10 ноябрь – Халыҡ-ара бухгалтерҙар һәм аудитрҙар көнө; Бөтә Донъя йәштәр көнө, Бөтә донъя Ғилем көнө. 13 ноябрь – Халыҡ-ара һуғырҙар көнө, Бөтә донъя Изгелек көнө 14 ноябрь – Социолог көнө, Халыҡ-ара Логопед көнө 16 ноябрь – Халыҡ-ара сабырлыҡ көнө 17 ноябрь – Халыҡ-ара Студенттар көнө. 18 ноябрь – Ҡыш Бабайҙың тыуған көнө 19 ноябрь – Халыҡ-ара Ирҙәр көнө 20 ноябрь – Бөтә Донъя балалар көнө 21 ноябрь – Бөтә Донъя Сәләмләшеү көнө, Бөтә Донъя Телевидение көнө 22 ноябрь – Психолог көнө; Улдар көнө 26 ноябрь – Бөтә Донъя Мәғлүмәт көнө 30 ноябрь – Бөтә Донъя Йорт хайуандары көнө



Ноябрҙең тәүге шәмбеһе – Бөтә Донъя ирҙәр көнө Ноябрҙең икенсе кесаҙнаһы – Халыҡ-ара сифат көнө Ноябрҙең өсөнсө кесаҙнаһы – Халыҡ-ара фәлсәфә көнө; Халыҡ-ара тәмәкенән баш тартыу көнө Ноябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһе – Бөтә Донъя юл-транспорт ваҡиғаһында һәләк булғандар көнө Ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһе – Әсәләр көнө

Читайте нас