Һаҡмар
+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәттәрендә
12 Ноябрь 2020, 16:33

12 ноябрь - Ҡарабаш турғай көнө

Бынан бер нисә йыл элек экологик байрам барлыҡҡа килә. Ҡарабаш турғай көнө Рәсәйҙең Ҡоштарҙы яҡлау буйынса союзы инициативаһы менән тап 12 ноябрҙә билдәләнә башлай. Тап ошо көндә илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә ҡыштың билдәһе булған "ҡунаҡтарҙы" ҡаршы алырға әҙерләнә башлайҙар. Кешеләр уларға аҙыҡ әҙерләйҙәр, тағараҡтар эләләр. Ә һеҙ тағараҡ эшләнегеҙме?

Был байрам тамырҙары менән уҙғандарға барып тоташа. Урмандарҙа йәшәгән ҡоштар тап ошо мәлдә кешеләр йәшәгән төбәккә осоп килеп, иңдәренә төшкән ауыр һынауҙы йырып сығырға тырышалар икән. Иғтибарлап ҡарағыҙ әле, әгәр "ҡыш ҡунаҡтары" өйөрө менән осоп килһәләр, әсе һыуыҡтарҙы көт тә тор. Шулай уҡ әгәр был көн ҡарабаш турғай һыҙғрһа - көн аяҙ торор, әгәр инде бышылдаһа - төндә әсе һыуыҡтар көтә. Тағараҡта ҡарабаш турғайҙар күпләп йыйылһа - ҡар яуыуына һәм буран сығыуға.
Читайте нас: