Йыл һайын 25 октябрҙә спагетти, паста кеүек макарон ризыҡтарын яратыусылар көнө билдәләнә. Ә был байрам тамырҙары менән 1995 йылға барып тоташа. Римдә паста эшкәртеүселәрҙең конгресы булып үтә. Бында ҡатнашыусылар 25 октябҙе Макарон көнө тип иғлан итәләр. Тап ошо көн макарон ризыҡтарын рекламаларға тейеш була. Бының өсөн һәр төрлө конкурстар үткәрелә, ашнаҡсылар оҫталыҡ дәрестәрен күрһәтә. Иң тәмле һәм үҙенсәлекле макарон йә соус әҙерләгәндәрҙе бүләкләп китәләр.
Әйҙәгеҙ, макарондан ябай ғына запеканка бешерәйек.
Бының өсөн 200 гр макарон, 50 гр аҡ май, 1,5 стакан һөт, 3 йомортҡа, ярты стакандан саҡ ҡына күберәк шәкәр, тәменә ҡарап тоҙ алына.
Башта 1 литр һыуҙы ҡайнатып алабыҙ. Тоҙ өҫтәп, макаронды бешерәбеҙ.
Бешкән макаронды алдан әҙерләнгән формаға һалып, киҫәкләп ҡырҡылған май һалабыҙ. Йомортҡа, шәкәр һәм теләк булһа, ванилин өҫтәп, ҡатнашманы яҡшылап туҡыйбыҙ. Һөттө эҫетәбеҙ һәм йомортҡа ҡатнашмаһына ипләп кенә туҡый-туҡый ҡоябыҙ. Унан формала ятҡан макарон өҫтөнә ҡоябыҙ.
200 градус эҫелектәге духовкаға макаронды ултыртып, 20-25 минут тирәһе бешереп алабыҙ. Макарон өҫтө һарғайырға тейеш.
Запеканка бешеп сыҡҡас та духовканы һүндерәбеҙ һәм ошо килеш йәнә 5-10 минут духовкала "ял иттереү" өсөн ҡалдырып торабыҙ.
Был запеканканы һыуыҡ килеш ашайҙар. Теләк булғанда өҫтөнә шәкәр пудраһын һибергә лә була.
Өҫтәлегеҙ йәмле, ашығыҙ тәмле булһын!