Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәттәрендә
1 Октябрь 2020, 11:59

Октябрь

Алтын айҙың бысраҡ көндәре лә күп була. Октябрь ямғырҙары ҡойоло көндәр, өшәнес һыуыҡтары менән дә билдәле. Ошо мәл борон ауылдарҙа эштәр туҡтап ҡалыр булған. Айырыуса ир заттары эшһеҙлек менән "йонсоған". Октябрҙең һанаулы һәм ҡыҫҡа ғына ҡояшлы көндәре менән наҙланып ҡалырға ашығайыҡ. Тиҙҙән йәнә ямғырҙар, һыуыҡ көндәр башланыр. Ағастар ҙа һуңғы япрағы менән хушлашыр. Һәм тирә-йүнде туңған ҡаралыҡ баҫып алыр...

Октябрь - йылдың туғыҙынсы айы. Ә бына иҫке рим календары буйынса ул һигеҙенсе килә. Шуға ла исеме octo (латин һүҙенән) - һигеҙ тигәнде аңлата. Ерҙең Көньяҡ ярымшарында яҙ булһа, Төньяғында көҙ миҙгеле айы, тип иҫәпләнә.
Был көҙгө ай өскә бүленеп йөрөтөлә: 1-15 октябрҙә - алтын көҙ хакимлыҡ итһә, 16-23 октябрҙә - ҡараңғы көҙ, 24-31 октябрь - ҡыш алды. Борон заманда октябрҙә халыҡ туйҙар үткәргән. Шуға ла уны икенсе төрлө "туйҙар айы" тип тә йөрөтәләр. Туйҙар ғәҙәттә октябрь урталарынан башланып китә һәм ноябрь урталарында тамамлана.
Алтын айҙың бысраҡ көндәре лә күп була. Октябрь ямғырҙары ҡойоло көндәр, өшәнес һыуыҡтары менән дә билдәле. Ошо мәл борон ауылдарҙа эштәр туҡтап ҡалыр булған. Айырыуса ир заттары эшһеҙлек менән "йонсоған". Октябрҙең һанаулы һәм ҡыҫҡа ғына ҡояшлы көндәре менән наҙланып ҡалырға ашығайыҡ. Тиҙҙән йәнә ямғырҙар, һыуыҡ көндәр башланыр. Ағастар ҙа һуңғы япрағы менән хушлашыр. Һәм тирә-йүнде туңған ҡаралыҡ баҫып алыр...
Халыҡ ырамыштары
Көҙгө бәҫ — ҡоро һәм ҡояшлы көнгә ишара.
Имән һәм ҡайын япраҡтарын бөткәнсе ҡойһа — йыл еңел килер. Япраҡтары тороп ҡалһа — ҡыш әсе һәм ауыр килер.
Япраҡ ергә төшкәндә өҫкә ҡарап ятһа — уңыш мул булыр.
Талға бәҫ иртә ҡунһа — оҙон ҡышҡа.
Сәтләүектәр күп булып, бәшмәк булмаһа — ҡыш ҡарлы һәм ажар булыр.
Һуҡыр сысҡан өңөнә күп итеп һалам ташыһа — ҡыш һыуыҡ килер.
Октябрҙә йәшен йәшнәһә, ҡыш ҡарһыҙ һәм ҡыҫҡа булыр.
Октябрҙә ай түңәрәкләнеп торһа, йәй ҡоро килер.
1 октябрҙә торналар йылы яҡҡа осһа, 14 октябрҙә тәүге һыуыҡтарҙы көтөгөҙ.
Читайте нас: