Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәттәрендә
27 Июнь 2020, 20:25

27 июнь — Микро-, бәләкәй һәм урта предприятиелар көнө

Байрамығыҙ менән микро-, бәләкәй һәм урта предприятие хеҙмәткәрҙәре! Күрһәткән хеҙмәтегеҙ тағы ла күберәк килем алып килһен!

Бындай байрам 2017 йылдан алып билдәләнә. 27 июндә БДБ Генераль Ассамблеяһы тарафынан яңы байрам – Микро-, бәләкәй һәм урта предприятиелар көнө билдәләнә башлай.
Ниндәй предприятиелар бындай исемлекте тулыландыра? Ҡағиҙә булараҡ, бындайҙар эсенә 250 хеҙмәткәрҙән артмаған ойошмалар инә. Сер түгел, тап ошондай предприятиелар ил иҡтисадын тотоп тороусы, уны үҫтереүсе сығанаҡ булып тора. Күп осраҡта ауыл ерлегендә килем килтереүсе берҙән-бер ойошма ролен үтәй.
Бындай байрамдың маҡсаты -- микро-, бәләкәй һәм урта предприятиеларҙың иҡтисадта биләгән урынын күрһәтеү, һыҙыҡ өҫтөнә алыу. Тап ошондай ойошмаларға иғтибарҙы арттырыу.
Читайте нас: