Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәттәрендә
21 Июнь 2020, 12:36

Бөгөн медицина хеҙмәткәрҙәре көнө!

Йыл һайын июндең өсөнсө йәкшәмбеһе Рәсәйҙә, Украинала, Әрмәнстанда һәм Молдавияла күп йылдар дауамында Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Быйыл ул 21 июнгә тап килде. Хөрмәтле медицина хеҙмәткәрҙәре! Һеҙ, һис шикһеҙ, шәфҡәтлелек, батырлыҡ сағылышы булып тораһығыҙ! Ихлас күңелдән һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ! Ауыр саҡтарҙа бар донъяғыҙҙы онотоп ярҙамға ынтылаһығыҙ! Рәхмәтебеҙ сикһеҙ һеҙгә!

21 июнь — Медицина хеҙмәткәре көнө
Һәр йыл июндең өсөнсө йәкшәмбеһе Рәсәйҙә медицина хеҙмәткәре көнө билдәләнә. Бөгөн ул кеше һаулығын һәм ғүмерен һаҡлап ҡалыусылар көнө булараҡ ҡабул ителә. Уйлап ҡараһаң, был донъяла аҡ халатлыларға ярҙам һорап мөрәжәғәт итмәгән бер генә кеше лә юҡ. Тап ошо көндө аҡ халатлыларҙың барыһы ла үҙ һөнәре, яулаған бейеклектәре, уңыштары менән ғорурлана.
Беҙ ҙә аҡ халатлыларҙың барыһын да оло байрамы менән йәнә бер тапҡыр тәбрик итәбеҙ! Күрһәткән изгелегегеҙ, һаҡлап ҡалған ғүмерҙәр, һаулыҡ һағында тоғро хеҙмәтегеҙ үҙегеҙгә изгелек булып әйләнеп ҡайтһын да, бәхеткә әүерелһен! Байрам менән!
Читайте нас: