Һаҡмар
-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәттәрендә
21 Июнь 2020, 13:45

"Атайлы бала - арҡалы бала"

Бөгөн йәнә бер байрам. Ул - Атайҙар көнө. "Атайлы бала - арҡалы бала", ти халыҡ мәҡәле. Һеҙ атайҙар тураһында тағы ниндәй әйтемдәр беләһегеҙ?

Күп кенә илдәрҙә июндең өсөнсө йәкшәмбеһендә йәнә бер байрамды билдәләйҙәр. Атайҙар көнө 1909 йылда Америкала Сонор Смарт инициативаһы менән үткәрелә башлай.
Атайҙарға һөйөү һәм рәхмәтле булыу - үҙе бөйөклөк. Атаға үҙ хистәрен белдергән ҡыҙ баланың бүләге ул был байрам. Американлыларҙан күрмәксе июндең өсөнсө йәкшәмбеһендә Великобритания, Нидерландия, Франция, Ҡытай, Япония һәм башҡа илдәр билдәләй башлай.
атайҙарыбыҙға рәхмәт һүҙҙәрен йәлләмәйек, бүләктәр бирәйек! Байрам менән, атайҙар!
Читайте нас: