Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәттәрендә
1 Май 2020, 01:46

"Исполняющий обязанности директора неполной средней общеобразовательной школы" тигәнде башҡортсаға әйләндереп бир әле?

- Тулыр - тулмаҫ мәктәптең, булыр- булмаҫ директоры.Яҡташыбыҙ Лилиә Һаҡмар тәҡдим иткән көләмәстәрҙе тулыраҡ сайттан уҡығыҙ!

Лилиә Һаҡмар

(Башҡорт халыҡ әйтеме)
- "Исполняющий обязанности директора неполной средней общеобразовательной школы" тигәнде башҡортсаға әйләндереп бир әле?
- Тулыр - тулмаҫ мәктәптең, булыр- булмаҫ директоры.
"Магазинға барҙым. Инһәм, аптыраҡ, халыҡ барыһын да һатып алып бөткән бит әй! Бер төрлө лә ярма, һөт тә, хатта икмәк тә юҡ. Һатыусылар, администрация менән талашып оло ғауға ҡуптарҙым. Ҡыуып сығарҙылар тегеләр. Был мебель магазины, тинеләр."
Бер ир магазинда ҡатынына бүләк һайлай. Матур ҙа булһын, арзан да булһын имеш. Бик оҙаҡ башын ҡатырғас, һатыусы ҡыҙҙан былай тип һораған:
– Әгәр һеҙ минең ҡатыным булһағыҙ нимәне һайлар инегеҙ?
– Бүтән ирҙе.
Ысын ир-егет һәр ваҡыт ҡатын-ҡыҙҙы алдан үткәреп ебәрә... Арттан ҡарағанда нисегерәк күренгәнен белер өсөн!
????????????
Беҙҙә генә ул ир-егеттәр үҙҙәре трамвайҙа китеп баралар, үҙҙәре руль артындағы ҡатын-ҡыҙҙарҙан көләләр.
????????????????‍♀️
Бер көндө студент улдары:
- Атай, әсәй, мин бер үҙем генә йәшәргә теләйем!
- Беҙ шат һинең өсөн, улым!
- Ана, әйберҙәрегеҙҙе йыйып ҡуйҙым да инде.
????????????️
- Айытбай! Ниңә шул гәзит йомарлап бүлмә буйлап йүгерәһең ул?
- Шым, Шәмсиә! Бишеһен дә үлтерҙем: өс ата, ике инә себен ине...
- Бәй, уларҙың "ата-инә" икәнен ҡайҙан беләһең?
- Һе, бип-билдәле: өсәүһе - һыра шешәһе , икәүһе - телефон өҫтөндә ултыралар ине.
????????????????????????????????
Читайте нас: