Һаҡмар
-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәттәрендә
2 Апрель 2020, 14:45
2 апрелгә йондоҙнамә
2020 йылдың 2 апреле ғәжәйеп бер көн. Эмоциялар хаттин аша. Романтик танышыуҙар ихтималлығы бар (бәлки интернеттан тәҡдим ителгән дуҫлыҡтан баш тартырға кәрәкмәйҙер). Кемдер яҡын кешеһен нығыраҡ ярата башлаһа, кемдер нәфрәт утында яныр. Кеше тойғолары менән уйнарға кәңәш ителмәй. Бизнес, эш тураһында артыҡ борсолорға кәңәш ителмәй. Уны иртәнгелеккә ҡалдырығыҙ. Ҡыҫҡаһы, йондоҙҙар ҙа бөгөн магазинға сыҡмаҫҡа, тик өйҙә генә ултырып торорға кәңәш итә. Аҡса менән эш иткәндә һаҡ булығыҙ! #өйҙәнсыҡма
2020 йылдың 2 апреле ғәжәйеп бер көн. Эмоциялар хаттин аша. Романтик танышыуҙар ихтималлығы бар (бәлки интернеттан тәҡдим ителгән дуҫлыҡтан баш тартырға кәрәкмәйҙер). Кемдер яҡын кешеһен нығыраҡ ярата башлаһа, кемдер нәфрәт утында яныр. Кеше тойғолары менән уйнарға кәңәш ителмәй. Бизнес, эш тураһында артыҡ борсолорға кәңәш ителмәй. Уны иртәнгелеккә ҡалдырығыҙ. Ҡыҫҡаһы, йондоҙҙар ҙа бөгөн магазинға сыҡмаҫҡа, тик өйҙә генә ултырып торорға кәңәш итә. Аҡса менән эш иткәндә һаҡ булығыҙ!
#өйҙәнсыҡма
ҠУҘЫ
Иртә таңдан эмоциялар ташып торор. Уны ауыҙлыҡларға тырышығыҙ. Нисек кенә сәйер булмаһын, ҡуҙыларға борсолоуҙар файҙаға тәьҫир итә. Улар ҡуҙыларға яңы ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итә, иртәнге көнгә ышаныс уята. Көндөң икенсе яртыһы тыныс үтер. Эш тә күберәк булыр ахыры был мәлдә. Кеше хатаһын төҙәтергә лә тура килер. Нисек кенә ҡыйын булмаһын, был көндө һеҙ бар ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырһығыҙ. Быға һеҙҙең тәжрибәгеҙ ҙә ярҙам итер.
БУҒА
Артыҡ борсолмаҫҡа тырышығыҙ. Был көн "суптән дә йөй сығара торған" көн. Йөрәгегеҙҙе һаҡлағыҙ. Тиҙҙән барыһы ла үҙ урынына ҡайтасаҡ. Интернет аша төрлө кешеләр менән аралашығыҙ. Үҙегеҙҙе борсоған һорауҙарығыҙҙы бирегеҙ. Үҙегеҙ тураһында күп нәмә тураһында белерһегеҙ. Магазинға сығыуҙан, нимәлер һатып алыуҙан бөгөнгә тыйылып тороғоҙ. Кәрәкмәгән әйберҙәр һатып алыуығыҙ ихтимал.
ИГЕҘӘКТӘР
Ашыҡмағыҙ. Барыһын да бер юлы эшләргә була, тигән уй уйламаған аҙымдар эшләргә этәрер. Яйлап ҡына, уйлап ҡына алға ынтылғанда, ышаныслы кешеләргә таянғанда юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеп була. Элекке эшлекле мөнәсәбәттәр формаль рамканан сығыуы ихтимал. Көндөң икенсе яртыһы һатып алыуҙар өсөн уңайлы. Күп кенә игеҙәктәр күптән хыялланған әйберен алып ҡалыу мөмкинлегенә эйә. Көтөлмәгән бүләк алып һөйөнөрһөгөҙ.
ҠЫҪАЛА
Ваҡ-төйәк өсөн борсолмағыҙ. Етди кеүек күренгән проблемалар килеп тә сығыр, уны хәл итер юлы ла күренер. Һәр яңы мәғлүмәтте ентекләп тикшерегеҙ, кемдер һеҙгә махсус ялған мәғлүмәт еткереүе ихтимал. Аңлы скептицизм бик урынлы булыр. Элекке таныштарығыҙ менән аралашыу (әлеге лә дистанцияла) бик урынлы булыр. Киләсәктәге эшлекле бәйләнештәр булдырыу тураһындағы килешеү үҙ емештәрен бирер. Элек һеҙҙең һүҙегеҙгә артыҡ иғтибар бирмәгәндәр ҙә үҙ ҡарашын үҙгәртер.
АРЫҪЛАН
Финанс эштәрендә һаҡлыҡ күрһәтегеҙ. Артыҡ күп туҙҙырып ташлауығыҙ ихтимал. Ниндәйҙер әйбер һатып алыр алдынан ике тапҡыр уйлап алығыҙ. Берәйһе менән кәңәшләшеп алырға ла мөмкин. Уйланырға, эштәреңә баһа бирергә, киләсәккә план ҡорорға уңайлы көн.
ҠЫҘ
Көн яҡшы башланмаҡсы. Тәүге яртыһында күңелле сюрприздар, яҡшы хәбәрҙр көтә. Иҫке таныштарығыҙ һөйөндөрөр. Көндөң икенсе яртыһы тыныс үтер. Күптән ҡул етмәгән эштәрегеҙҙе башҡарығыҙ. Өйөгөҙҙәге ваҡиғалар, яҡындарығыҙға ҡағылған яңылыҡтар һөйөндөрөр.
ҮЛСӘҮ
Көн уңышлы башлана. Үҙегеҙ өсөн мөһим мәсьәләләрҙе хәл итегеҙ. Яҡындарығыҙ менән аралашығыҙ, тәжрибәгеҙ менән уртаҡлашығыҙ. Көндөң икенсе яртыһы бер аҙ һүрелә төшөрһөгөҙ. Артыҡ көс-ҡеүәтегеҙҙе сарыф итмәҫкә тырышығыҙ. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!
САЯН
Юҡ-барға борсолмаҫҡа тырышығыҙ. Үгеҙҙе тыныс тотһағыҙ, көн уңышлы үтмәксе. Башығыҙҙа яңы уйҙар барлыҡҡа килер. Уны асып-ярып һалырға ашыҡмағыҙ. Мәле бөгөн түгел. Әлегә онотмаҫ өсөн яҙып ҡуйығыҙ. Ғаиләлә бер аҙ ығы-зығы сығыуы ихтимал. Уны олоға ебәрмәгеҙ. Көлкөгә борорға тырышығыҙ.
УҠСЫ
Көндөң тәүге яртыһында тыныс булырға тырышығыҙ. Эш күп, өлгөрөп булмаҫ кеүек тойолор. Әммә был һеҙҙең ҡулығыҙҙан килә. Эҙмә-эҙлекле башҡарырға тырышығыҙ. Көндөң икенсе яртыһы тыныс, уңышлы үтер. Бөгөн нигеҙ һалынған дуҫлыҡ һеҙҙең тормошоғоҙҙа мөһим роль уйнар.
ЫЛАҠ
Эштә һаҡ булығыҙ. Һеҙ бөгөн кешеләргә һылтанырға, уңышҡа өмөләнергә әҙер тораһығыҙ, тик үҙ көсөгөҙгә таянырға онотоп ебәрерһегеҙ. Был уңышһыҙлыҡ алып килеүе ихтимал. Проблемаларҙы йырып сығыр өсөн ылаҡтарға элекке тәжрибәһе ярҙам итер. Өйҙә тыныслыҡ, яҡшы яңылыҡтар алып һөйөнөрһөгөҙ. Яҡындарығыҙҙы үҙегеҙҙә һөйөндөрөргә юл табырһығыҙ. Көндөң икенсе яртыһы төп мәсьәләләрҙе хәл итер өсөн уңайлы.
ҺЫУҒОЯР
Юҡ-бар һатып алыуҙан һәм һөйләүҙән тыйылығыҙ. Ашығырға ярамай! Ошоно онотмағыҙ! Көндөң икенсе яртыһы барыһын да үҙ урынына ҡуйыр. Тап ошо мәлдә киләсәгегеҙҙе хәл итер мәғлүмәт алыуығыҙ ҙа ихтимал. Кисә яҡындарығыҙ менән күңелле үтеп китер.
БАЛЫҠ
Уңышлы көн. Һеҙҙең ҡулығыҙҙан барыһы ла килә. Ҡыйыу булығыҙ. Яуап бирергә ашыҡмағыҙ, уйларға ваҡыт алығыҙ. Яңы өлкәне үҙләштерә башлаған балыҡтар отор.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноябрь 2021, 12:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Август 2019, 23:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
28 Август 2019, 00:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
28 Август 2019, 00:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Новости партнеров
Синоптиктарға ышанырғамы, Рәйес бабайғамы?
“Җиде бала үстек әткәй белән...”
О чём говорят немые колонны Уфы