Һаҡмар
-17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәттәрендә
23 Ғинуар 2020, 10:28

Бөгөн ҡулдан яҙыу рәүеше көнө!

23 ғинуар бар донъя ҡулдан яҙыу (почерк) көнөн билдәләй. Һеҙ ҡулдан яҙырға яратағыҙмы? Әллә телефон, планшет, компьютер кеүек гаджеттар менән генә ҡулланаһығыҙмы? Почеркка ҡарап кешенең характерын ғына түгел, хатта уның буй-һынын, йөҙөн дә билдәләп була икән.

Ни өсөн ҡулдан яҙыу көнөн билдәлйҙәр? Был турала уйланғанығыҙ бармы? Почерк төрлө булған кеүек кешенең характеры ла төрлө. Шуныһы ҡыҙыҡ, почеркка ҡарап кешенең характерын ғына түгел, хатта уның буй-һынын, йөҙөн дә билдәләп була икән. Был турала графология фәне өйрәнә. Графолог яҙыуға ҡарап быларҙың барыһын да әйтеп бирә ала. Һеҙ ҙә ябай ғына ҡағиҙәләрҙе ҡулланып, ҡайһы бер һыҙаттарҙы асыҡлай алаһығыҙ.

Характер тураһында...

Графологта бер нисә юлдан ғына кешенең характерын билдәләмәйҙәр. Бының өсөн бер-нисә бит кәрәк була. Кеше ғәҙәттә тәүге биткә матурыраҡ яҙырға тырыша. Шуға ла текс ни тиклем ҙурыраҡ булһа, шул тиклем графология фәненә ул ҡәҙерлерәк.
Тәүҙә ҡулъяҙманың ҡағыҙына иғтибар итәйек. Сите йыртылған, майланып, бысрап торған ҡағыҙ хужаһының һәпрә, йыбытҡы, мәүеш, хатта һаран булыуы ихтимал. Ҙур һәм таҙа ҡағыҙ йомарт, ыҫпай, бөхтә, йыйнаҡ һәм ыҡсым кеше тураһында һөйләй.
Хәрефтәрҙең ҙур-бәләкәй булыуына ҡарап кешенең йәшен, физик торошон билдәләп була. Йәше олоғайған һайын йә ныҡ арыған саҡта хәрефтәр ҙурая бара. Был 25-45 йәштәге кешеләргә нығыраҡ ҡағыла. Урта ҙурлыҡтағы хәрефтәр йышыраҡ осрай. Үкенескә күрә бындай ҡулъяҙмаға ҡарап кеше характерын тиҙ генә биләп булмай. Символдар эре яҙылған кешелә лидерлыҡ һыҙаттары бар. Улар хис-тойғоларын тиҙ генә белдереп бара, тиҙ генә аралашып китә торған кешеләр була. Уйламағанда яңы таныштары ла барлыҡҡа килә. Бәләкәй генә хәрефтәргә маҡсатлы, баҫалҡы, тотанаҡлы кешеләр өҫтөнлөк бирә.
Ҡағыҙҙың ситенә тиклем тултырып яҙыусылар һаҡсыл булыуы менән айырылып торалар.Ҡайһы саҡ бындай яҙма хужалары ваҡсыл, хатта һаран булыуы ла бар. Ҡағыҙ ҡырыйында ҙур урын ҡалдырғандар киреһенсә йомарт була. Ҡайһы берҙәре дан-шөһрәт ярата, маҡтанырға ярата икән.
Ныҡ баҫып яҙғандар эш һөйөүсән йә энергияһы ташып торған була. Ундайҙар тирә-йүндәгеләр менән тиҙ генә бәйләнеш булдыра, үҙ эсенә бикленергә яратмай. Ә бына ипләп кенә яҙыусылар яңғыҙлыҡҡа өҫтөнлөк бирә, шаулы компанияларҙы яратмайҙар. Романтик булалар.
Хәрефтәр теҙелгән юлдарға иғтибар итәйек. Кәйефтәре йыш үҙгәргән, авантюраларға ынтылғандарҙың яҙған юлдары тулҡынды хәтерләтә. Хатта бындайҙар алдашырға ла, ел ыңғайына йөрөргә лә күп уйламай икән. Тигеҙ, тура юлдар аҡыллы, төптән уйлап эш иткәнде күрһәтә. Өҫкә ҡарай һуҙылған юлдар оптимистарға хас.Киреһенсә аҫҡа ҡарай һуҙылған юлдар пессимистар, үҙҙәрен түбән баһалағандар тураһында һөйләй.
Хәрефтәрҙең ҡушылып, йә айырым яҙылыуына ла иғтибар итегеҙ.Бар символдар ҡушылып яҙылһа, логик фекерле, тура һүҙле кеше тураһында һөйләй. Бындайҙарға критика ла сит түгел. Образлы фекер йөрөтөүселәрҙең хәрефтәре айырым-айырым тора. Ике-өс символды ғына ҡушып яҙғандар баҫалҡы була.
Мөйөшлө һәм осло символдар эгоист тураһында һөйләй. Баҫаҡлы һәм күндәм характерлылар түңәрәк һәм матур итеп яҙа.Ундайҙарға ғәҙәттә маҡсатына ирешеүе ауырға төшә.
Башҡаларҙы тәнҡитләргә яратҡандарҙы хәрефтәре һулға "ҡолай". Ундайҙар үҙ маҡсатын башҡаларҙан өҫтөнөрәк ҡуя. "Һулға ныҡ ҡола"тып яҙғанда үҙ һүҙле була. Ә бына уңға "ҡолатып" яҙғандар тураһында бер ни ҙә әйтеп булмай. Сөнки мәктәптә шулай өйрәтәләр. Ә бына маҡсатлы, көслө шәхестәр "ныҡ ҡолатып" яҙа. Ундайҙар араһында башкөллө сумып яратыусан һәм ҡыҙғансыҡтар ҙа осрай. Тура хәрефтәр үҙ һүҙле, аныҡ фекерле була.
Ҡултамғаға күҙ һалайыҡ. Унда-бында тамғалар ҡуймай, ғәҙәти генә ҡултамға ҡуйғандар ҡыйыу һәм үҙ үҙенә ышанған була. Йүнселдәр ҡултамғаға һыҙыҡ ҡуя. Әүҙем һәм импульсив кешеләр ҡултамғаһына элмәк яһай. Бындайҙар араһында ҡултамғаһын һыҙып ташланғандар ҙа осрай. Ҡултамғаһын ҡабат-ҡабат йөрөткәндәр ҡурҡаҡ була.Баш хәрефе биҙәлгән ҡултамға авторы үҙенә иғтибар талап итә. Үҙ эсенә бикләнгәндәр баш хәрефте бәләкәй итеп яҙа.

Темперамент...

Холерик хәрефтәрен һулға "ҡолата". ныҡ баҫып яҙа, Тамғалары бөҙрәләнеп тора, хатта уларҙы ҡайһы саҡ аңлап та булмай. Һүҙҙәр араһындағы арауыҡ йә яҡын, йә алыҫ тора.
Флегматиктың хәрефтәре төрлө арауыҡта тора. Үҙҙәре буялып яҙылған, хәрефтәр ҡалынлығы ла үҙгәреп китә.
Сангвиник матур яҙа. Хәрефтәре "йүгерек", киң. Юлдары тигеҙ түгел.
Меланхолик юл ситен тигеҙ ҡалдырмай. Хәрефтәре "бейеп тор", штрихтары оҙон.

Йөҙ-ҡиәфәт...

Ҡыҫҡа буйлылар штрих ҡуллана, хәрефтәре һуҙылып тора. Хәрефтәре гүйә үҫергә теләгәндәй күренә. Һүҙ аҙағы яҙып бөтөлмәгән кеүек.
Оҙон буйлылар штрих ҡулланһалар ҙа, һуҙып яҙмай. Юлдары ҡойма кеүек тигеҙ.
Урта буйлылар юл башында хәрефтәрҙе ҡыҫып яҙа, юл аҙағында хәрефтәр һаны кәмей бара. Һуңғы символдар юлдан аҫҡа төшөп китә.
Һомғолдарҙың хәрефтәре оҙон, тыныш билдәләре бәләкәй була.
Тулы кәүҙәлеләр йә ныҡ баҫып яҙа, йә ипләп кенә яҙа.
Блондиндар символдарҙы эре яҙмай.
Брюнеттар хәрефтер юл һыҙығынан өҫтәрәк тора.