Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәттәрендә
19 Декабрь 2019, 17:55

Яңы йыл тураһында йомаҡтар

Яңы йыл тураһында балалар өсөн йомаҡтар. Уларҙы беҙҙең сайтҡа инеп уҡый алаһығыҙ.

Йылға ул тик бер килә,

Ул килһә, ер гөр килә. (Яңы йыл)


Яңы тыуған малай –

Бөтәһенә ағай. (Яңы йыл)


Ул булмаһа, Яңы йылдың

Бер йәме булмаҫ ине.

Бүлмәгә зарығып көткән

Хуш еҫтәр тулмаҫ ине. (Шыршы)


Йәм-йәшел йәйен, ҡышын да,

Энәһе күп ботаҡта.

Ул төҙәнә беҙгә килеп

Яңы йылда ҡунаҡҡа. (Шыршы)


Килә бары ҡыш еткәс,

Иҫке йыл үтеп киткәс.

Үҙе менән һәр ваҡыт

Яңы йыл алып килә.

Бүләк тулы ҡапсығын

Иңенә һалып елә. (Ҡыш бабай)


Ҡарт булһа ла ныҡ икән,

Ҡапсыҡ аҫҡан иңенә.

Ап-аҡ ҡарҙан биҙәктәр

Яҡаһында, еңендә. (Ҡыш бабай)

Ҡыш бабайҙың юлдашы,

Уның менән гел бергә.

Шуға уны йәй көнө

Мөмкин түгел күрергә.

Йәй көнө ул бөтөнләй

Мөмкин хатта эрергә,

Һыуға әүерелергә. (Ҡарһылыу)


Үҙе сибәр, һөйкөмлө,

Туғаныбыҙ шикелле.

Йырға, бейеүгә оҫта,

Тик ваҡыты бик ҡыҫка. (Ҡарһылыу)


Бер яна ла бер һүнә

Күҙ ҡыҫып бер-береһенә. (Гирляндалар)


Үҙебеҙ яһайбыҙ уны,

Тик быда булмай кертеп.

Тора байрамдан сыҡҡанды

Ишек төбөндә көтөп. (Ҡар бабай)


Ҡышын уны яһай һәр малай,

Яҙын юҡҡа сыға был ағай. (Ҡар бабай)

Читайте нас: