Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәттәрендә
1 Ноябрь 2019, 17:33

Ноябрь айы

Октябрь һыуыҡ булһа, ноябрь тағы ла һыуығыраҡ булыр. Ноябрҙә өшөмәһәң, керәшен һыуыҡтарында ла туңмаҫһың. Ноябрь ҡоро килһә, киләһе йылда уңыш аҙ булыр.

Ноябрь — айҙың 11-се, көҙҙөң 3-сө айы. Ноябрь атамаһы латин теленән алынған novem — туғыҙ.
Ноябрь – көҙ ҙә, ҡыш та түгел. Берсә ул йылытып, күҙҙе ҡыҙҙырһа, берсә ҡарлы-буранлы көндәре менән күңелгә шом һала. Шулай ҙа ул башлыса һыуыҡ һәм томанлы көндәре менән башҡа айҙарҙан айырылып тора. Тап ноябрҙә ағастар һуңғы япраҡтарын ҡойоп, яланғасланып ҡала. Быуалар һәм һыу ятҡылыҡтары йоҡа ғына боҙ менән ҡаплана. Уның өҫтөнә ҡар яуып һалып ҡуя. Ноябрь айы менән бәйле халыҡ ырымдары ла бар. Боҙға, тәүге һыуыҡтарға иғтибарлы булыр кәрәк. Ямғыр йә ҡарға ҡарап, ҡыштың йә һыуыҡ, йә йылы килерен юрағандар. Тап ноябрҙә ҡар яуғанға тиклем иң ҡараңғы төндәр була.
Ноябрь шулай уҡ йәрминкә һәм баҙарға бай ай. Кемдер үҫтергән уңышын һата, кемдер ҡураға ингән малын һуйып сығара. Һатыусы ла, һатып алыусы ла риза булып ҡалған ай.

Ноябрҙә халыҡ ырамыштары


Октябрь һыуыҡ булһа, ноябрь тағы ла һыуығыраҡ булыр.
Ноябрҙә өшөмәһәң, керәшен һыуыҡтарында ла туңмаҫһың.
Ноябрь ҡоро килһә, киләһе йылда уңыш аҙ булыр.
Ноябрҙә күк йөҙөндә йондоҙҙар балҡып янһа, һыуыҡтар көт.
Япраҡ ямғыры ноябргә тап килһә, киләһе йыл ауыр килер.
Ноябрҙә ҡар туңған ергә ятһа – ул яҡшыға, ә һыулы ергә ятһа – зыянға.
Иртән ағастар бәҫ менән ҡапланһа – һыуыҡҡа, томан төшһә – көн йылыныуға.
Өйрәктәр ҡышлауға ҡалһа, ҡыш йылы килер.
Ноябрҙә ҡыш менән көҙ көрәшер.
Ноябрҙә иртән ямғыр, кис ҡар яуыр.
Ноябрҙә серәкәй күренеп ҡалһа, ҡыш йылы килер.
Ноябрҙә арба менән хушлашып, санаға ултырыр мәл етә.
Ноябрҙә ҡар күп булһа, киләһе йыл иген мул булыр.
Ноябрь ҡышҡа юл күрһәтер.
Сейә ағасындағы һуңғы япраҡ төшөү менән ҡыш етер.

Ноябрҙә байрамдар


4 ноябрь – Халыҡтар берҙәмлеге көнө
7-8 ноябрь – Бөйөк Октябрь социалистик революцияһы йыллығы (1918 йылдан 1991 йылға тиклем билдәләнде)
8 ноябрь – КВН көнө
9 ноябрь – Халыҡ-ара фашизмға, расизмға ҡаршы көн
10 ноябрь – Халыҡ-ара бухгалтерҙар һәм аудитрҙар көнө; Бөтә Донъя йәштәр көнө, Бөтә донъя Ғилем көнө.
12 ноябрь — Рәсәйҙә ҡарабаш турғай көнө, Бөтә Донъя пневмонияға ҡаршы көрәш көнө.
13 ноябрь – Халыҡ-ара һуҡырҙар көнө, Бөтә донъя Изгелек көнө
14 ноябрь – Бөтә Донъя диабетҡа ҡаршы көрәш көнө; Социолог көнө, Халыҡ-ара Логопед көнө
16 ноябрь – Халыҡ-ара сабырлыҡ көнө
17 ноябрь – Халыҡ-ара Студенттар көнө.
18 ноябрь – Ҡыш Бабайҙың тыуған көнө
19 ноябрь – Халыҡ-ара Ирҙәр көнө
20 ноябрь – Бөтә Донъя балалар көнө
21 ноябрь – Бөтә Донъя Сәләмләшеү көнө, Бөтә Донъя Телевидение көнө
22 ноябрь – Психолог көнө; Улдар көнө
26 ноябрь – Бөтә Донъя Мәғлүмәт көнө; Халыҡ-ара итекселәр көнө.
30 ноябрь – Бөтә Донъя Йорт хайуандары көнө

Ноябрҙең тәүге шәмбеһе – Бөтә Донъя ирҙәр көнө
Ноябрҙең икенсе кесаҙнаһы – Халыҡ-ара сифат көнө
Ноябрҙең өсөнсө кесаҙнаһы – Халыҡ-ара фәлсәфә көнө; Халыҡ-ара тәмәкенән баш тартыу көнө
Ноябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһе – Бөтә Донъя юл-транспорт ваҡиғаһында һәләк булғандар көнө
Ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһе – Әсәләр көнө


Читайте нас: