Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәттәрендә
1 Сентябрь 2019, 17:53

Сентябрь

Сентябрь (лат. September — етенсе) — йылдың туғыҙынсы, көҙҙөң беренсе айы. Сентябрь ғәҙәттә 30 көндән тора. «Сентябрь» исеме «septem» — ете, тигән һүҙҙән алынған. Иҫке Рим календарендә ул етенсе булып килгән. Борон уны славяндар «вересень», башҡорттар «һарысай», тип йөрөтә.

Сентябрь — алтын миҙгел. Тап сентябрҙә япраҡтар, үлән-ағастар алтынға мансыла. Әбейҙәр сыуағы ла ошо айҙа була. Әйткәндәй, борон әбейҙәр сыуағына ҡарап көҙҙөң нисек булырын билдәләгәндәр. 22-23 сентябрҙә көҙгө көн менән төндөң тигеҙләнгән көнө була. Был мәлдә ҡояш Төньяҡ ярымшарҙан Көньяҡ ярымшарға күсә — экваторҙы киҫеп үтә. Төньяҡ ярымшарҙа 90 көнгә һуҙылған астрономик көҙ етә.


Көҙ — ҡул ҡаушырып ултырыр мәл түгел. Өйҙә лә, ҡырҙа ла эш күп. Баҡсаларҙан тамыраҙыҡтарҙы (кишер, сөгөлдөр һ.б.), картуфты ҡаҙып алыр мәл. Хужабикәләр компот, ҡайнатма ҡайната, тоҙлау, салат эшләү кеүек эштәр менән шөғөлләнә.


Тап сентябрҙә тәүге ҡырауҙар төшә. Хәйер, быйыл ул ҡырауҙар августа уҡ төштө. Шулай уҡ календар буйынса ул 5 һәм 19 сентябргә тап килә. Шулай уҡ сентябрҙә һуңлап ҡалған йәшендәр ҙә көтөлә. Ул 14 сентябргә тап килә. Әгәр тап ошо көндә, ысынлап та, йәшен булһа, йылы көндәр торасаҡ.


1-23 сентябрь — көҙ башы.

24-30 сентябрь — Алтын көҙ хаким итә.


ХАЛЫҠ КАЛЕНДАРЫ


* Сентябрь — йылдың киске эңере.

* Сентябрҙә һыуыҡ булһа ла, тамаҡ туҡ була.

* Уңышһыҙ сентябрь – ҡыштың ҡарһыҙ килгәне.

* Әбейҙәр сыуағында көндәр эҫе торһа, көҙ дымлы була. Әгәр Әбейҙәр сыуағы ямғырлы булһа, көҙ ҡоро килер.

* Әбейҙәр сыуағында үрмәкес ауы күп булһа, көҙ аяҙ һәм йылы булыр, әммә ҡыш һыуыҡ килер.

* Сентябрҙә йәшен йәшнәһә, көҙ оҙайлы һәм йылы булыр.

* Сентябрҙәге иртәнге томандар — бәшмәк миҙгеле башланыуға ишара.

* Әлморондың бешеүе — көҙҙөң етеүе.

* Күктәге болоттарҙың ҡанат кеүек булып йөҙөүе — ҡоштарҙың йылы яҡҡа осоуына мәл етеүгә ишара.

* Сентябрҙә ҡарабаш турғай сырҡылдаһа, көҙгө ҡунаҡҡа саҡыра.

* Сентябҙә бешкән еләк — ул да булһа, миләш.

* Сентябҙә сәтләүек күп булһа, ҡыш уҫал була.

* Сентябрҙә ағаста япраҡтар ҙа тормай.

* Сентябрҙә — өйҙә лә, баҫыуҙа ла ут.

* Сентябрҙә япраҡ та һирәгәйә, ҡоштар ҙа аҙыраҡ һайрай.

* Сентябрь етте — ямғырҙы ла алып килде.

* Сентябрҙә яуған ямғырға ирҙәр шат.


СЕНТЯБРҘӘ БАЙРАМДАР

1 сентябрь — Белем көнө. Бөтә донъя тыныслыҡ көнө.

2 сентябрь — Икенсе бөтә донъя һуғышы тамамланған көн (1945 йыл).

3 сентябрь — Терроризмға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнө.

8 сентябрь — Журналистарҙың халыҡ-ара теләктәшлек көнө. Халыҡ-ара наҙанлыҡҡа ҡаршы көрәш көнө.

9 сентябрь — Бөтә донъя матурлыҡ көнө.

10 сентябрь — Бөтә донъя үҙ-үҙенә ҡул һалыуға юл ҡуймау өсөн көрәш көнө.

16 сентябрь — Халыҡ ара секретарь көнө.

19 сентябрь — Халыҡ-ара пираттар көнө.

25 сентябрь — Бөтә донъя диңгеҙ көнө. Халыҡ-ара һаңғырауҙар көнө.

26 сентябрь — Европала телдәр көнө.

27 сентябрь — Бөтә донъя туризм көнө. Тәрбиәсе һәм мәктәпкәсә белем биреү өлкәһе хеҙмәткәрҙәре көнө.

28 сентябрь — Атом сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө.

30 сентябрь — Халыҡ-ара тәржемәсе көнө. Internet көнө.


Айҙың 3-сө шишәмбеһе – Халыҡ-ара тыныслыҡ көнө.

1-се йәкшәмбеһе – Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө.

2-се йәкшәмбеһе – Танкистар көнө.

3-сө йәкшәмбеһе – Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө.

4-се йәкшәмбеһе – Машина эшләүселәр көнө.


Йылдың 256-сы көнө (12 йәки 13 сентябрь) – Программист көнө.
Читайте нас: