Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәттәрендә
1 Август 2019, 18:33

Август

Август (латин һүҙенән augustus — “Октавиан Август айы”, һүҙмә-һүҙ тәржемә иткәндә “илаһи, бөйөк”, тигәнде аңлата) — йылдың һигеҙенсе, йәйҙең һуңғы айы. Башҡорттар уны “Урағай” тип атап йөрөткән. Ә “август” атамаһы беҙгә рим империяһынан килгән. Уны Августа исемле Рим императоры хөрмәтенә атағандар.(тап август айына ҡағылған халыҡ ырамыштарын, байрамдар календарен сайттан уҡығыҙ)

Иң тәүҙә август йылдың алтынсы айы булған. 1700 йылда ул 12-се итеп күсерелә. Петр батша реформаһы булғандан һуң ғына август йәйҙең өсөнсө, йылдың һигеҙенсе айы булып һанала башлай.
Эйе, август йәйҙең һуңғы айы. Бер ҡараһаң – йәйҙе, икенсе ҡараһаң көҙҙө хәтерләтә. Ҡояш ҡыҙҙырып тора ла, ҡапыл ғына ямғыр ҡойоп яуа, ел-дауыл күтәрелеп китә. Йылға-күлдәрҙә һыуҙар һыуына башлай.
Әммә нисек кенә моңһоу булмаһын, тап августа уңыш йыя торған мәл етә. Емеш-еләк, йәшелсәнән өҫтәл һығылып торған саҡ. Кешеләр баҡсаһынан помидор, кәбеҫтә өҙөп ашай башлай. Алмалар бешә, баҫыуҙарҙа иген өлгөрә.
Август айында урман да байлыҡ килтерә. Еләк-емеш, сәтләүектәр, бәшмәктәр йыйырға мөмкин. Дарыу үләндәре лә өлгөрә. Тап ошо айҙа әҙерләнгән миндек һәйбәт һаҡлана. Август аҙағында иһә ҡоштар йылы яҡтарға осоп китергә әҙерләнә башлай. Йылға-күлдәрҙәге ҡамыш-лилиәләр, томбойоҡтар сәскә ата. Күңелде болоҡһотоп ҡайһы бер ағастар япрағын ҡоя. Иртәләр һыуығыраҡ була бара. Ҡайһы бер йылдарҙа июнь-июлгә ҡарағанда эҫерәк торһа ла, тап августа йәйге ҡояш байый.

Халыҡ ырамыштары


* Августа имән сәтләүеккә бай булһа – уңыш мул булыр.
* Августа бәшмәк күп булһа, иген дә мул булыр.
* Августа ҡыш йәй менән көрәшер.
* Августа төшкә тиклем – йәй, төштән һуң – көҙ.
* Августтан алма еҫе килер.
* Август – бай ай: йәнең теләгәнен ал да аша.
* Август – бешерә, сентябрь өҫтәлгә ҡуя.
* Августа йыйған уңышты ҡыш ашарһың.
* Августа балыҡтар ҙа туҡ булыр.
* Августа ҡояш ҡыҙҙырыр, һыу һыуыр.
* Август уңышҡа ла, ямғырға ла бай булыр.
* Августа аяҙ булһа, көҙ бысраҡ килер.
* Августа ураҡ ҡыҙа, һыу һыуына.
* 7 августа иртән һалҡын булһа, ҡыш иртә килер, оҙон да булыр.
* Ашлыҡ урғанда һалам шыртлап һынһа, ямғыр булыр.

Августа байрамдар

1 август — Рәсәйҙә инкассатор көнө; Рәсәй Ҡораллы Көстәре көнө.
2 август — Һауа-Десант ғәскәрҙәре көнө.
4 август — Тимер юлсылары көнө.
6 — Бөтә донъя ядро ҡоралын тыйыу өсөн халыҡ-ара көрәш көнө (Херосима көнө).
9 август — Бөтә донъя аҫаба халыҡтары көнө.
11 август — Ҡорбан ғәйете; Умартасылар көнө.
12 август — Рәсәйҙә хәрби-һауа көстәре көнө; Халыҡ-ара йәштәр көнө.
13 август — Бөтә Донъя һулаҡайҙар көнө.
15 август — Халыҡ-ара археологтар көнө.
22 август — Рәсәйҙең Дәүләт флагы көнө.
23 август — Курск һуғышында совет ғәскәрҙәре немец-фашист илбаҫарҙарын ҡыйратҡан көн.
27 август — Рәсәй киноһы көнө.

Айҙың тәүге йәкшәмбеһе — Тимер юлсылар көнө.
2-се шәмбеһе — Физкультурниктар көнө.
2-се йәкшәмбе — Төҙөүселәр көнөю.
3-сө йәкшәмбе — Хәрби-һауа көстәре көнө.
4-се йәкшәмбе — Шахтерҙар көнө.
Читайте нас: