Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәттәрендә
3 Июль 2019, 15:44

Июль

Июль (лат. Julius — «Юлий (Цезарь)», һүҙмә-һүҙ — «бөҙрәкәй») — йылдың – етенсе, йәйҙең икенсе айы. Июль 31 көндән торған ете айҙың береһе булып тора. Беҙҙә ул иң эҫе, ә бына Көньяҡ ярымшарҙа иң һыуыҡ ай (ҡыштың икенсе айы).

Июль – йәйҙең уртаһы, йылы миҙгелдең үҙәге, йәйҙең хозурлығы. Рәхәтләнеп һыу инеүҙәр, татлы еләктәр, хуш еҫле үләндәр, күҙҙең яуын алыр сәскәләр… И-иххх! Тағы ла дарыу үләндәрен йыйыр мәл дә тап ошо айға тап килә. Ауыл ерендә мәшәҡәтле һәм етди мәл етә: ҡышҡылыҡҡа бесән әҙерләп өлгөрөр кәрәк!
Ямғырһыҙ йәй – ғазаплы мәл менән бер. Көтмәгәндә биҙрәнән ҡойғандай йәшенле ямғырҙары яуып үтә. Унан ҡыҙҙырып ерҙе киптереп тә бөтә. Шуға ла июлде ҡоро ай, тиҙәр.
Июлдәге күкрәгән күк, йәшнәгән йәшен хатта ҡошҡа йоҡо бирмәй. Июль хужабикәһе – ул ҡояш. Июль менән август ғүмер буйына эҫелектә көс һынашалар. Июлдә йылға-күлдәрҙә һыу кәмеп ҡалғандай була. Ә һыуҙың йылылығы… яңы һауылған һөттәй! Июль – ысыҡҡа бай ай, айырыуса иртәнге ысыҡтан атлап үтһәң, йылға кискәндәй булырһың.
7-се июлгә ҡараған төндә урыҫтар мәжүсилек осоронан ҡалған Ивана Купала байрамын билдәләйҙәр. Йолаға ярашлы ҡыйыу егеттәр һәм ҡыҙҙар урманға дүрт тажлы абағаны (папоротник) эҙләргә барғандар. Ә башҡалары усаҡ яҡҡандар.
Борон июлде өс өлөшкә бүлгәндәр: 1-нән 5-нә тиклем – йәй башы, 6-һынан 26-һына тиклем – йәй уртаһы, 27-һенән 31-нә тиклем – йәй аҙағы.

ХАЛЫҠ ЫРАМЫШТАРЫ

* Июль эҫе булһа, декабрь һыуыҡ килә.
* Июлдә уйҙа ғына айға биҙрә элеп ҡара – эленһә бер-ике аҙнанан эҫе ямғырһыҙ көндәр килер. Әгәр биҙрә ҡолаһа – ямғырға.
* Июль – йәй матурлығы.
* Июль эҫе булһа ла, уның менән хушлашҡы килмәй. Тынсыу булһа ла хушлашыу бойоҡ.
* Июлдә баҫыу бай һәм тулы, амбар – буш булыр.
* Июлдә яланғас булһаң да, декабрҙә йылы кейенеп йөрө.

ИЮЛДӘ БАЙРАМДАР

1 июль — Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнө.
2 июль — Халыҡ-ара спорт журналистары көнө.
3 июль — Рәсәйҙә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре көнө.
6 июль — Халыҡ-ара кооперация хеҙмәткәрҙәре көнө. Бөтә донъяла үбешеү көнө.
7 июль — Иван Купала байрамы.
8 июль — Рәсәйҙә ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө.
10 июль — Рәсәйҙә хәрби дан көнө.
11 июль — Бөтә донъя Ерҙә йәшәүсе халыҡтар көнө.
14 июль — Балыҡсылар көнө.
17 июль — Этнографтар көнө.
20 июль — Халыҡ-ара шахмат көнө.
21 июль — Металлургтар көнө.
22 июль — Халыҡ-ара бокс көнө.
23 июль — Бөтә донъя киттар һәм дельфиндар көнө.
24 июль — Кадастр инженерҙары көнө.
25 июль — Рәсәйҙең тәфтиш органдары хеҙмәткәрҙәре көнө.
26 июль — Парашютсылар көнө.
27 июль — Сауҙа хеҙмәткәрҙәре көнө.
28 июль — Хәрби-диңгеҙ флоты көнө.
30 июль — Халыҡ-ара дуҫлыҡ көнө.

Айҙың тәүге йәкшәмбеһе – Рәсәйҙә диңгеҙ һәм йылға флоты хеҙмәткәрҙәре көнө.
Айҙың икенсе йәкшәмбеһе – Рәсәй почтаһы көнө.
Июлдең һуңғы йомаһы – Система администраторы көнө.

Читайте нас: