Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәттәрендә
6 Май 2019, 10:54

МАЙ

Май — йылдың бишенсе, яҙҙың өсөнсө айы.

МАЙ

Май — йылдың бишенсе, яҙҙың өсөнсө айы.

Май — латин һүҙенән «МаЙ алиһәһе айы» исеменән алынған. Май алиһәһе изге күңелле булған. Тап ошо айҙа ул үҙенең байрамын ойошторор булған.
Эйе, яңы ғына апрель хөкөм һөрә ине. Ул үҙенсә ерҙе матурланы — ергә йәшел күлдәген кейҙерҙе, уны умырзая сәскәләре менән биҙәне. Ә май ағастарҙы кейендермәксе. Тиҙҙән бар емеш ағастары сәскә лә атыр әле. Йылы ямғырҙар йәшеллекте тағы ла нығыраҡ арттырыр.

Ҡоштар оя ҡороп, мең төрлө тауыш менән һайрай ҙа башланы. Был хозурлыҡтан хатта баштар әйләнеп китә.


Әйҙәгеҙ, был ай менән бәйле һынамыштарға туҡталайыҡ:

* Май май булып ҡала — һыуығын да, йылыһын дә йәлләмәй бирә.

* Майҙа көндәр ике тапҡыр һыуытыр — муйыл сәскә атҡанда, йәнә имән япраҡ ярғанда.

* Апрелдә һыу мул булыр, майҙа — үлән.

* Март ҡоро, май дымлы булһа, бутҡа ла, икмәк тә мул булыр.

* Майҙың һыуыҡ килеүе — йылдың уңышы мул булыуға ишара.

* Май ямғырҙары — арыш уңыуға.

* Майҙағы ямғырҙар икмәк үҫтерә.

* Май урманды биҙәр, йәйҙе ҡунаҡҡа саҡырыр.

* Ҡайын һыуын эсеп туйыу менән һандуғас моңон һуҙыр.

* Май башы йылы килһә, айҙың икенсе яртыһында көн һыуыҡ торор.

* Май ҡуңыҙы күп булһа, ҡоролоҡҡа.

* Май йылыһы ышанысһыҙ була. Май алдап урманға ҡасыр, тигән халыҡ. Әммә май һыуығы күҙ йәше сығармаҫ, ти халыҡ.

* Йылы һәм наҙлы май көндәре ерҙе әйтерһең оло байрамға әҙерләгән.

* Бер көн иртә сәсһәң — бер аҙна алда уңыш алырһың.

* Ас булһаң да яҡшы орлоҡто сәс.

* Арыш ҡоро ерҙе ярата.

* Арыш: «Мине көлгә сәсһәң дә, мәлендә сәс», — ти.

* Һоло: «Ҡойо, бысраҡ менән бутаһаң, булырмын мин кенәз», — ти икән.

* Серәкәйҙәр күренеү менән арышты сәсергә була, ти халыҡ мәҡәле.

МАЙ БАЙРАМДАРЫ

1 май — Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы.

3 май — Ҡояш көнө.

7 май — Рәсәйҙә радио һәм барлыҡ элемтә тармағы хеҙмәт кәрҙәре көнө.

8 май — Европала Еңеү көнө.

9 май — Рәсәйҙә Еңеү көнө.

12 май — Бөтә донъя шәфҡәт туташтары көнө.

15 май — Халыҡ-ара ғаилә көнө.

17 май — Халыҡ-ара электр селтәре көнө.

18 май — Халыҡ-ара музейҙар көнө.

19 май — СССР-ҙа пионерҙар көнө.

21 май — Халыҡ-ара космос көнө.

24 май — Славян яҙыуы һәм мәҙәниәте көнө.

25 май — Рәсәйҙә филолог көнө.

26 май — Рәсәй эшҡыуарҙары көнө. Химиктар көнө.

27 май — Китапханалар көнө.

28 май — Ил сиге һаҡсылары көнө.

31 май — Бөтә донъя тәмәкенән баш тартыу көнө. Ҡәҙер кисе.
Читайте нас: