Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәттәрендә
6 Февраль 2019, 19:34

ФЕВРАЛЬ

Февраль һыйыр мөгөҙөн һындырыр.Февраль – ҡыш та түгел, яҙ ҙа түгел.Февраль буйы һыуыҡ һәм ҡоро булһа, августта эҫе торор.Ай буйы ағастан бәҫ төшмәһә, бал күп булыр.Ағасҡа бәҫ ҡунмай, ел көсәйә төшһә

Февраль – йылдың икенсе, ҡыштың һуңғы айы. Тоҡос ай, 28 көндән тора, кәбисә йылда 29 көн.

Төрлө илдәрҙә февралде төрлөсә атап йөрөтәләр. Мәҫәлән, Францияла – “фебрис”, Италияла – “фебрано”, Испанияла – “фебрера”, Литвала – “васарис”, ә башҡорттарҙа уны “шаҡай” тиҙәр.

Элегерәк февраль “йылдың бөйөк ҡорбаны” кеүегерәк билдәләнгән һәм 28 көндән торған. Мәжүсиҙәрҙең йоп һандарҙы бәхетһеҙлек килтерә, тип уйлаған. Февралде берсә яҙ кеүек ялтырап йылытып, берсә 30 градусҡа тиклем һыуытып, берсә бурандар туҙҙырып тороуында ғәғепләгәндәр.


Февралгә бәйле булған халыҡ ырымдары


Февраль һыйыр мөгөҙөн һындырыр.

Февраль – ҡыш та түгел, яҙ ҙа түгел.

Февраль буйы һыуыҡ һәм ҡоро булһа, августта эҫе торор.

Ай буйы ағастан бәҫ төшмәһә, бал күп булыр.

Ағасҡа бәҫ ҡунмай, ел көсәйә төшһә– буранға.

Ағасҡа ҡар һырыһа – көн йылыныуына.

Ай ҡыҙарып торһа – иртәгеһенә ел булыр, көн йылыныр, ҡар яуыр.

Ямғырһыҙ килгән февраль яҙғы һәм йәйге ҡоролоҡҡа, ямғырлыһы – дымлы яҙға һәм еүеш йәйгә.

Февралдәге әсе һыуыҡтар – ҡыҫҡа ҡышҡа.

Февралдә боҙбармаҡтар оҙон булып торһа – оҙайлы ҡышҡа.

Февралдәге һыуыҡ ҡоро көндәр – августағы эҫе көндәргә.

Йылы февраль һыуыҡ яҙҙы алып килә.

Февралдең һуңғы аҙнаһы ни тиклем һыуыҡ килһә – мартта шул ҡәҙәр йылы булыр.

Февраль йылы көндәре менән дә наҙлар, әсе һыуыҡтары менән бә бәргеләр.

Ҡыш яҙ менән тап февралдә тәүге тапҡыр күрешер.

Февраль ҡарынан яҙ еҫе килер.


Февралдә байрамдар


2 – Рәсәйҙең Хәрби дан көнө. Совет ғәскәрҙәре Сталинград һуғышында немец-фашист ғәскәрҙәрен ҡыйраткан көн (1943 йыл).

- Бөтә донъя һыулы-батҡыл (һаҙлыҡлы) урын көнө.

4 – Бөтә донъя яман шешкә ҡаршы көрәш көнө.

6 – Халыҡ-ара бармен көнө.

8 – Рәсәй фәне көнө.

9 – Халыҡ-ара теш табиптары көнө.

10 – Дипломатия хеҙмәткәрҙәре көнө.

11 – Бөтә донъя сирлеләр көнө.

14 – Бөтә донъя ғашиҡтар көнө.

15 – Яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө.

17 – Үҙенән-үҙе килеп сыҡҡан изгелек күрһәтеү көнө.

19 – Киттарҙы яҡлау көнө.

21 – Халыҡ-ара туған тел көнө.

22 – Халыҡ-ара енәйәт ҡорбандарын яҡлау көнө.

23 – Ватанды һаҡлаусылар көнө.

25 – Башҡортостан Республикаһы Дәүләт флагы көнө.



Читайте нас: