Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәттәрендә
5 Февраль 2019, 12:01

Бөгөн ҡытайса Яңы йыл.

Яңы йыл менән! Юҡ, яңылыш уҡыманығыҙ. Мин дә яңылыш яҙманым. Бөгөн ҡытайса Яңы йыл. Төндә Мәскәүсә 00:03 сәғәттә, беҙҙеңсә 02:03 сәғәттә ҡытайҙарҙың Ай календары буйынса өр яңы йыл етте. Һары ер сусҡаһы йылы 2020 йылдың 24 ғинуарына тиклем дауам итәсәк.(байрам тураһында тулыраҡ сайттан уҡығыҙ)

Яңы йыл менән!
Юҡ, яңылыш уҡыманығыҙ. Мин дә яңылыш яҙманым. Бөгөн ҡытайса Яңы йыл. Төндә Мәскәүсә 00:03 сәғәттә, беҙҙеңсә 02:03 сәғәттә ҡытайҙарҙың Ай календары буйынса өр яңы йыл етте. Һары ер сусҡаһы йылы 2020 йылдың 24 ғинуарына тиклем дауам итәсәк.
Ҡытайҙың ай календарендә Яңы йыл иң мөһим һәм иң оҙаҡ дауам иткән байрамдарҙың береһе һанала. 15 көнгә һуҙылған байрамда халыҡ фестивалдәр, урам байрамдары үткәрә. Ысынында иһә Яңы йыл байрамы – ул ҡытайҙар байрамы. Элек-электән Азия илдәрендә уны киң билдәләгән булғандар. Нисек кенә булмаһын, хәҙер инде был байрамды бар Ер шары рәхәтләнеп билдәләй.
Шулай ҙа күңел асыуҙар, урам байрамдары менән бер рәттән Яңы йыл табыны (киске аш мәлендә) иң төп урынды биләй. Был көн өҫтәл һый-хөрмәттән һығылып торорға тейеш. Ҡалған 15 көндә барлыҡ туғандарҙың һәм дуҫтарҙың хәлен белешеп сығыу – йылдың уңышлы килеүенә ишара булыр.

Читайте нас: