Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәттәрендә
10 Ғинуар 2019, 17:54

Маҡтарға ла, маҡталырға ла яратҡан Ҡабан (гороскоп)

Ҡабан хужалыҡ эштәрен яратыуы, бөтмөр булыуы менән айырыла. Коллектив эште ярата. Шул уҡ ваҡытта уға йыш үҙгәреүсәнлек, ялҡаулыҡ, эгоизм, маҡтауҙы яратыу ҙа хас. Ҡабан йылы һәр саҡ иң тотороҡло йыл булыуы менән айырыла.

Сысҡан

Сысҡандарҙы тәүге ике айҙа көтөлмәгән яңылыҡтар, яҙмыш боролоштары көтә. Тотош йыл үҙе тыныс киләсәк. Астрологтар һеҙгә эре әйберҙәр һатып алыуҙан, аҡсаны күпләп тотоноуҙан тыя. Ә бына кемгәлер аҡса биреп тороу киләсәктә уны арттырыуға килтерәсәк. Эштә уңыштарға өлгәшеү өсөн коллегаларығыҙ менән бергәләп һәм татыу эшләргә кәрәк. Йылдың икенсе яртыһында етәкселек һеҙҙең тырышлыҡҡа тейешле баһаһын бирәсәк. Балаларҙы тәрбиәләү, өй һалыу, ремонт эшләү, белемеңде арттырыу өсөн уңышлы осор. Ҡатын-ҡыҙ Сысҡанға балаларына ныҡлы иғтибар бирергә кәрәк. Бәпестәре булмаған сысҡандарҙы иһә әсәлек бәхете көтә. Шулай уҡ йондоҙҙар аҡса туҙҙырырға яратҡан ҡатын-ҡыҙ Сысҡанға 2019 йылда был аҙымдан һаҡланырға кәңәш итә. Тиҙ генә ғашиҡ булыусан ир-егет Сысҡандарҙы әлегә никах көтмәй. Ғаиләлеләргә ҡатынына иғтибарҙы күберәк бүлергә кәңәш ителә. Шулай уҡ яңы йылда яңы эш башлаған ир-егет Сысҡандар бик уңасаҡ. Сысҡан йылында тыуғандар һаулыҡ ныҡлығы, оҙон ғүмерле булыуы менән айырыла. Улар сәләмәтлеген тик яңғыҙ ҡалған саҡта ғына нығыта ала.

Һыйыр (Үгеҙ)

Әүҙемлек, ныҡышмалылыҡ эштә ҙур уңыштарға килтерәсәк. Һеҙҙең уй-фекерҙәрегеҙгә коллегаларығыҙ ғына түгел, ә етәкселек тә ҡолаҡ һаласаҡ. Бизнес планы менән янып йөрөгәндәр өсөн уңайлы мәл килә. Финанс яҡтан бик уңышлы йыл. Әлбиттә, еңеүҙәр еңел бирелмәйәсәк. Әммә Һыйырҙың ныҡышмалылығы күп кәртәләрҙе емерәсәк. Тиҙ генә ышанып барыусан ҡатын-ҡыҙҙарға осраҡлы танышыуҙарҙан, интернет аша әйбер һатып алыуҙан һаҡланырға кәрәк. Өлкәнерәк ҡатындар үҙҙәрен тик балаларына, ейәндәренә генә бағышларға тейеш түгел. Үҙ тормошоғоҙ менән дә йәшәгеҙ. Ир-егеттәргә команда менән эшләүгә иғтибар бирергә кәрәк. Ғаиләле ирҙәргә ғаиләһен һаҡлау мөһим. Яңы йылда айырылышыу ҡәтғи тыйыла. Һуңынан үкенестәре ауыр буласаҡ. Ә бына яңғыҙаҡ ир-егеттәр, ниһайәт, үҙенең мәңгелек мөхәббәтен табасаҡ. Һыйыр йылында тыуғандар һаулығына үтә иғтибар бирмәй, сирҙәрен аяғөҫтө йөрөп үткәрә. Ҡабан һеҙҙе үҙегеҙҙе һаҡларға, ваҡытында ял итергә саҡыра.

Юлбарыҫ

Һеҙҙе ныҡлыҡҡа һынап ҡарау көтә. Был имтиханды үтеү өсөн тиҙ генә ҡыҙа торған холҡоғоҙҙо еңергә кәрәк буласаҡ. Эштә уңыштарға өлгәшеү өсөн ҙур тырышлыҡ һалыу мөһим. Матди яҡтан тотороҡло йыл. Тик эш күплеге, яратҡан кешегеҙҙең сәбәпһеҙ мыжыуы, аҙ хәрәкәтләнеү һеҙҙе эшлектән сығарыуы бар. Ҡатын-ҡыҙ Юлбарыҫтарҙы бар өлкәлә уңыштар көтә. Тик йәш ҡыҙҙарға эш урынын һайлағанда һаҡ булырға кәрәк. Шулай уҡ кейәүгә сығырға тәҡдим иткән егеттәргә ныҡлап иғтибар итегеҙ. Улар менән мөхәббәт түгел, ә үҙ файҙаһын уйлау идара итеүе бар. Ир-егет Юлбарыҫ 2019 йылға үтә ҡыйыу, үтә ҡәтғи пландар ҡуясаҡ. Шуға ҡарамаҫтан уларҙы уңыштар көтә. Шул уҡ ваҡытта конкуренттар менән ыҙғыш та сыҡмаҡсы. Йондоҙҙар тик ғәҙел көрәштә генә уңыштар вәғәҙәләй. Юлбарыҫтар өсөн һаулығын хәстәрләү мәле етте. Яңы йылда артыҡ килограмдарҙан ҡотолоу, спорт менән шөғөлләнеү, дөрөҫ туҡланыу яҡшы һөҙөмтәһен тиҙ бирәсәк.

Ҡуян (бесәй)

Әгәр күктән көтмәй, бар нәмәне үҙ ҡулығыҙға алһағыҙ – һеҙҙе уңыштар көтә. Иң мөһиме – ялҡаулыҡ һәм үтә һаҡ булыу арҡаһында ҡулға килгән мөмкинселекте ысҡындырмау. Ҡуяндарға тормоштарына үҙгәрештәр индереү мәле етте. Астрологтар һеҙгә дуҫтарығыҙ, коллегаларығыҙ менән мөнәсәбәтте яйларға, низағ-талаштарҙан ары булырға саҡыра. Туғандарығыҙ менән аралашыу өсөн уңайлы мәл. Ҡатын-ҡыҙ Ҡуяндарға макияж, прическаны, кейем-һалым стилен үҙгәртеү кәңәш ителә. Ҡыҙҙарҙы яңы танышыуҙар көтә. Кейәүҙә булғандар ғаиләһен һаҡлау өсөн бер төрлөлөктән ҡасырға тейеш. Ир-егеттәргә көтөү һәм өмөттө тәүәккәл аҙымдарға алмаштырырға кәрәк. Яңы йылда барыһы ла һеҙҙең ҡулда, тик ҡурҡмағыҙ һәм ялҡаулыҡҡа бирелмәгеҙ. Кешене туҡтауһыҙ тәнҡитләү, һәр саҡ ризаһыҙ йөрөүегеҙҙе лә ҡуйығыҙ. Күп финанс килеме көтөлмәй, шуға күрә булған аҡсағыҙҙы һаҡсыл тотоноғоҙ. Ҡабан Ҡуяндарҙы бик ныҡ һәм әүҙем эшләтәсәк. Шуға күрә йоҡоһоҙлоҡ, депрессия кисереүегеҙ ихтимал. Уларҙы еңеү өсөн өйҙә ултырмағыҙ, мәҙәни сараларға иғтибар бирегеҙ.

АждаҺа

Йыл башында яңылыш аҙымдарығыҙ арҡаһында эшегеҙҙән китеүегеҙ ихтимал. Тик был һеҙгә үҙегеҙҙе икенсе урында табырға, хатта карьера баҫҡысы буйынса үрләргә ярҙам итәсәк. Тиҙ генә тоҡанып барыусанлыҡ, насар ғәҙәттәрегеҙ һаулығығыҙҙы ҡаҡшатыуы бар. Шулай ҙа Аждаһа йылында тыуғандар һәр саҡ еңеүсе булып өйрәнгән. Яңы йылда уларҙы хәл иткес осрашыуҙар, үҙгәрештәр көтә. Ҡыҙҙарға буласаҡ тормош юлдашын һайлау өсөн уңайлы осор. Ҡатын Аждаһаларҙы әсә булыу бәхете көтә. Шул уҡ ваҡытта аҡсағыҙҙы әрәм-шәрәм итмәҫкә кәңәш ителә. Ир-егеттәргә үҙ көсөгөҙгә артыҡ ныҡ ышаныу, маҡтаныу кеүек һыҙаттарҙы юҡ итергә кәрәк. Шул уҡ ваҡытта һеҙҙе һәр саҡ иғтибар үҙәгендә булыу көтә. Өйләнмәй йөрөгән Аждаһаға яратҡан кешеһенә тәҡдим яһарға кәрәк. Юғиһә, ул көтөүҙән арып, һеҙҙе ташлап китәсәк. Артыҡ ҡыҙыу, хатта агрессив булыу Аждаһаларҙың һаулығын ҡаҡшатыуы, нервы ауырыуҙарына килтереүе ихтимал. Шуға күрә үҙ-үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, тыныс булығыҙ.

Йылан

Йыл башында һеҙҙе ниндәйҙер шикле эшкә йәлеп итеүҙәре бар. Был хәлдән ҡотолоу өсөн бар аҡылды эшкә ҡушырға кәрәк булыр. Эштә барыһы ла яҡшы булһын өсөн бик тырышып, алһыҙ-ялһыҙ эшләргә тура киләсәк. Был һеҙҙең көсөгөҙҙө аласаҡ. Шуға күрә астрологтар, әгәр эшегеҙҙе яратмаһағыҙ, уны Ҡабан йылында алмаштырырға тәҡдим итә. Ҡатын-ҡыҙ Йыландар тырышлыҡ күрһәткән осраҡта, етәкселек тарафынан төрлө бүләкләүгә лайыҡ булыр. Ҡыйыу проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙан ҡурҡмағыҙ. Сөнки һеҙҙе уңыштар көтә. Ғаиләһендә иһә ҡатын Йылан иренә барыһын да асыҡтан-асыҡ әйтеп барырға тейеш. Шул саҡта ғына ғаиләлә ыҙғыш сыҡмаҫ. Ир-егет Йыландар йыш ҡына һауалы һәм йәшертен була. Был һыҙаттар Ҡабанға бөтөнләй оҡшамай. Шуға күрә яңы йылда коллективта эшләй һәм башҡалар менән уртаҡ тел таба белгән Йыландар ғына уңышҡа өлгәшәсәк. Ҡабан йылында һеҙгә йыш һыуыҡ тейеп барасаҡ. Шуға күрә иммунитетты нығытыу өҫтөндә эшләргә кәрәк.

Ат

Был йылда тыуғандар эштән ҡурҡмай. Шуға күрә улар Ҡабандан ярайһы һәйбәт кенә бүләк аласаҡ. Ул – карьера баҫҡысы буйынса күтәрелеү, ҡиммәтле бүләктәр алыу, финанс күтәрелеү. Ҡатын-ҡыҙ Аттар матур кейенә белеүе, һәр саҡ иғтибар үҙәгендә булыуы менән айырыла. Әлегә парын тапмағандарға Ҡабан мөхәббәт ебәрәсәк. Кейәүҙә булған ҡатындарға ирен аңларға өйрәнергә кәрәк. Үҙһүҙлелек яҡшыға алып килмәйәсәк, ирегеҙ һеҙҙән һыуына башлаясаҡ. Ир-егет Аттарға әгәр етәкселек һеҙҙең тырышлыҡты күрмәһә, был хаҡта асыҡтанасыҡ белдерергә тәҡдим ителә. Ҡурҡмағыҙ: был тик яҡшы һөҙөмтә генә килтерәсәк. Үҙ эшен асырға уйлаған Аттарға таныш булмаған кешеләргә ышаныу ҡәтғи тыйыла. Ә инде етәксе Атҡа асыуын еңергә, коллективын ихтирам итергә өйрәнергә кәрәк буласаҡ. Ғаиләле ирҙәргә лә эгоизм, үҙен генә уйлауҙы ситкә ҡуйырға кәңәш ителә. Юғиһә, был ғәҙәтегеҙ никах тарҡалыуға тиклем алып барып еткерәсәк. Ныҡ булып күренгән Аттар кеше һүҙен, тәнҡитте ауыр ҡабул итә. Һөҙөмтәлә уларҙың йөрәге ауырта башлай. Шуға күрә уларға, алама ғәҙәттәрен ташлап, спорт менән шөғөлләнергә кәңәш ителә.

Һарыҡ (Кәзә)


Тырыш һәм үргә ынтылған кешеләр өсөн уңайлы мәл. Тик артыҡ үҙгәрештәр булмаҫ, ахыры. Астрологтар һеҙгә бик һаҡ булырға кәңәш итә: сөнки етәкселек йыл дауамында эшегеҙҙе ныҡлап тикшереп барасаҡ. Матди хәлегеҙ ҙә бик үк тотороҡло булмаясаҡ. Шуға күрә аҡса менән һаҡсыл эш итегеҙ. Ҡыҙҙарға йондоҙҙар Ҡабан йылында кейәүгә сыҡмай торорға кәңәш итә. Кейәүҙә булғандар бар ерҙә һиллек һәм тыныслыҡ тойор. Өйҙә барыһы ла һәйбәт, борсолорға урын юҡ. Ир-егеттәргә эштә ең һыҙғанырға тура киләсәк. Сөнки Ҡабанға уларҙың эште ваҡытында үтәмәүе, кәрәкле осрашыуҙарға һуңлауы, тәртип етмәүе бөтөнләй оҡшамаясаҡ. Әгәр ҙә инде үҙегеҙҙе ҡулға алып, барыһын да еренә еткереп үтәһәгеҙ, һеҙҙе уңыштар көтә. Яңғыҙ ирегеттәргә өйләнеү өсөн уңышлы осор. Бар тәүәккәллегегеҙҙе йыйып, тәҡдим яһағыҙ. Барыһы ла һеҙ теләгәнсә буласаҡ. Һаулыҡ яғынан барыһы ла яҡшы буласаҡ. Тик алама ғәҙәттәр менән мауыҡмағыҙ, спорт тураһында ла онотмағыҙ.

Маймыл

Йыл сағыу ваҡиғаларға, төрлө сәйәхәттәргә бай булмаҡсы. Маймылға хас аралашыусанлыҡ, кешеләрҙе үҙенә ышандыра белеү уларға кәрәкле танышлыҡтар булдырырға ярҙам итәсәк. Эш хаҡы менән ҡәнәғәт булмағандар эш урынын алмаштыра ала. Был уларҙың тормошона тик ыңғай үҙгәрештәр, карьера баҫҡысы буйлап үрләү генә алып киләсәк. Астрологтар финанс сығымдарҙы алдан планлаштырырға кәңәш итә. Аҡсаны һаҡлап тотоноу йорт һатып алырға, күсенергә ярҙам итәсәк. Ҡыҙҙарға буласаҡ тормош юлдашын һайлағанда мотлаҡ туғандарының кәңәшенә ҡолаҡ һалырға кәңәш ителә. Кейәүҙә булғандарға Ҡабан йылында бурысҡа аҡса алыуҙан тыйылып торорға кәрәк. Ир-егет Маймылдар бар эшендә лә уңышҡа өлгәшәсәк. Тик уларға алдау ҡәтғи тыйыла. Ҡабан хатта хәйләкәрлекте лә ҡабул итмәйәсәк. Буйҙаҡтар эштә йәки сәйәхәт ваҡытында үҙенең ғүмерлек юлдашын осратасаҡ. Ғаиләле ирҙәр ҙә икенсе ҡатындар менән мауығыусан булып китер. Тик Ҡабандың хыянатты кисермәүе тураһында онотмағыҙ. 2019 йылда Маймылдарға, айырыуса ир-егеттәргә, һаулығына ҡарата иғтибарлы булырға кәңәш ителә.

Әтәс (Тауыҡ)

Йыл бик көсөргәнешле, әммә һөҙөмтәле буласаҡ. Эшһөйәрҙәрҙе эштә лә, уҡыуҙа ла тик уңыштар көтә. Астрологтар туғандарығыҙ, эш партнерҙарығыҙ менән һөйләшкәндә айырыуса иғтибарлы булырға саҡыра. Сөнки һеҙҙең уйламай шаяртыуығыҙ ҙа күңелһеҙ эҙемтәләргә килтереүе бар. Тауыҡ йылында тыуған ҡыҙҙар кейәүгә сығырға ашыҡмай. Уларҙың үтә үҙүҙенә ышаныусанлығы егеттәрҙе өркөтә. Шулай ҙа 2019 йылда күптәрҙе туй көтә. Йорт йылыһын һаҡлаған ҡатындарға Ҡабан тауыштарын әҙерәк баҫырға ҡуша. Был ғаилә тыныслығын һаҡларға ярҙам итәсәк. Буйҙаҡ егеттәргә йөрәк менән түгел, ә аҡыл менән эш итергә кәрәк. Матурлыҡҡа алданып өйләнмәгеҙ. Ғаиләле ирҙәргә өйөндә тәртип талап итеү хас. Ҡабан йылында уларҙың был һыҙаты уғата көсәйәсәк. Шул уҡ ваҡытта ирҙәргә йорт, машина һ.б. эре әйберҙәр һатып алырға кәңәш ителмәй. Әлегә аҡсағыҙҙы тотонмай йыйып, киләһе йылдарға әҙерләнегеҙ. Был иһә бик яҡшы килем килтерәсәк. Был йылда тыуғандар әсе, боросло ашҡа өҫтөнлөк бирә. Һөҙөмтәлә ашҡаҙан ауырыуҙары киҫкенләшеүе бар. Шуға күрә дөрөҫ туҡланыуға иғтибар бирегеҙ.

Эт

Эттәргә эшһөйөүсәнлек һәм тырышлыҡ хас. 2019 йылда улар характерына тоғро ҡаласаҡ. Ижади фекерләү, яңы эш асыу, өҫтәмә белем алыу уларға бик ныҡ ярҙам итәсәк. Астрологтар үҙегеҙҙе тоторға, буштан-бушҡа көйәләнмәҫкә кәңәш итә. Һеҙҙең артыҡ тура һүҙле булыуығыҙ бәхәсле ыҙғышҡа килтереүе бар. Ҡатындар бик тә өй йылыһын ярата, улар яңғыҙлыҡтан ҡурҡа. Әммә никахығыҙ бәхетһеҙ булһа, Ҡабан һеҙгә айырылырға ярҙам итәсәк. Ҡыҙҙар иһә ғүмерлек юлдашын осратып, кейәүгә сығасаҡ. Улар өсөн был уңышлы никах буласаҡ. Йәш парҙарға йәһәтерәк бәпес алып ҡайтырға кәрәк. Ә балалары ҙурайған ата-әсәләргә улар менән уртаҡ тел табырға кәңәш ителә. Ир-егеттәргә уйланылмаған тәнҡиттән баш тартырға кәрәк. Яңы эш буйынса тәҡдимде шунда уҡ ҡабул итегеҙ. Нимәнелер үҙгәртергә ҡурҡһағыҙ ҙа, эш урынын алмаштырыу тик уңыштар алып киләсәк. Бизнес менән шөғөлләнеүселәрҙе конкуренттары менән еңел булмаған көрәш көтә. Эттәргә йыш уйланыу, үҙҙәрен үткән тормошо өсөн битәрләү, һөҙөмтәлә йоҡоһоҙлоҡ, стресс, нервы сирҙәре хас. Үткәндәрҙең үткәндә ҡалыуын аңлап, бөгөнгө тормош менән йәшәгеҙ.

Ҡабан

Йыл эйәләрен бар йүнәлештә тик уңыштар ғына көтә. Матди хәлегеҙҙе яҡшыртыу мөмкинселеген ҡулығыҙҙан ысҡындырмағыҙ. Сөнки һеҙ әҙ генә тырышлыҡ һалып та, әллә нисәмә йылға етерлек табыш аласаҡһығыҙ. Был йылда тыуған ҡатындар ғаиләһе өсөн тауҙар аҡтарырға әҙер. Улар өсөн ғаилә һәр саҡ беренсе урында. Шуға күрә уларға ныҡлы никах ҡороу мөһим. Кейәүгә сыҡмағандар үҙ бәхетен командировка ваҡытында йәки ял иткәндә осратасаҡ. Шулай уҡ Ҡабан йылында тыуған ҡатын-ҡыҙҙар файҙалы танышлыҡтар ҡора белеүе менән дә айырыла. Уларҙың һөҙөмтәһендә яңы йылда карьера баҫҡысынан күтәрелеү көтә. Ир-егеттәр ышаныслы булыуҙары менән айырыла. Ҡабан йылында ир-егеттәр үҙҙәрендә сикһеҙ көс тоясаҡ. Уларҙың алға алған бар эштәре уңышлы итеп тормошҡа атҡарыласаҡ, бик яҡшы һәм ҙур килем дә көтөлә. Ҡабан тормошто һөйөүсән булған кеүек, ашарға ла ярата. Ҡунаҡтарҙа артыҡ һыйланыу бер ҙә яҡшыға килтермәҫ. Шуға күрә дөрөҫ туҡланыу, ваҡыты-ваҡыты менән ашауҙы сикләү хаҡында ла онотмағыҙ.
Читайте нас: