Һаҡмар
-9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәттәрендә
3 Декабрь 2018, 19:14

ДЕКАБРЬ

Декабрь – йылдың аҙағы, ҡыштың башы, йәғни ҡыштың ҡапҡаһы. Был үҙе үк мөғжизә түгелме! Уның тәүге 22 көнө халыҡта ҡышҡа аяҡ баҫыу, ҡалған көндәрен ҡыштың тамыр йәйеүе, тиҙәр. Шулай уҡ 22 декабрҙә йылдың иң оҙон төнө һәм иң ҡыҫҡа көнө була. Иҫке йыл менән Яңы йылдың сиге лә тап декабргә тап килә. Ҡыштың ниндәй булыуын да декабрҙең тәүге көндәренә ҡарап билдәләйҙәр. Әсе һыуыҡтар, әрһеҙ бурандар ҡапыл ғына йылы көндәр менән алышынһа, ҡыш та шулай була. Шулай ҙа бик күптәрҙе һөйөндөргәне – ул ҡарҙыр. Ниһайәт бысраҡ-ҡойолар аҡ ҡар аҫтында ҡалды. Халыҡ ырамыштарына күҙ һалайыҡ: (Тулыраҡ сайттан уҡығыҙ)

Декабрь – йылдың аҙағы, ҡыштың башы, йәғни ҡыштың ҡапҡаһы. Был үҙе үк мөғжизә түгелме! Уның тәүге 22 көнө халыҡта ҡышҡа аяҡ баҫыу, ҡалған көндәрен ҡыштың тамыр йәйеүе, тиҙәр. Шулай уҡ 22 декабрҙә йылдың иң оҙон төнө һәм иң ҡыҫҡа көнө була. Иҫке йыл менән Яңы йылдың сиге лә тап декабргә тап килә.
Ҡыштың ниндәй булыуын да декабрҙең тәүге көндәренә ҡарап билдәләйҙәр. Әсе һыуыҡтар, әрһеҙ бурандар ҡапыл ғына йылы көндәр менән алышынһа, ҡыш та шулай була. Шулай ҙа бик күптәрҙе һөйөндөргәне – ул ҡарҙыр. Ниһайәт бысраҡ-ҡойолар аҡ ҡар аҫтында ҡалды.

Халыҡ ырамыштарына күҙ һалайыҡ:
- Ҡыш ерҙе туңдырыр, санаға юл бирер.
- Декабрҙә көндәр аяҙ торһа, киләһе йыл уңыш аҙ булыр, әгәр инде көндәр болотло булһа, уңыш мул булыр.
- Декабрь ҡоро булһа, яҙ менән йәй ҙә ҡоро килер.
- Декабрҙә күк күкрәһә, ҡыш әсе һыуыҡтар менән килә.
- Декабрҙә болоттар төньяҡтан көньяҡҡа ағылһа – көн ҡояшлы була, әгәр инде көньяҡтан төньяҡҡа ағылһа – йонсоу көндө көт тә тор.
- Ай тоноҡ булһа, ҡарлы ямғыр көт тә тор.
- Йондоҙҙар төндә балҡып янһа, сатнама һыуыҡтар алып килә.
- Торбанан сыҡҡан төтөн ергә йәйелһә, ҡар яуа.
- Күк йөҙө аяҙ һәм болотһоҙ булһа – ҡар яуа.
- Әгәр декабрҙә көрт һалып ҡуйһа, ағастарҙа бәҫтәр алҡаланып торһа – мул уңышҡа.
- Декабрҙә ҡарҙар күп яуып, етмәһә сатнама һыуыҡтар торһа – мул уңышҡа.
- Әгәр декабрҙә ҡар ҡоймаға һырынып ятһа, йәй ауыр килер; әгәр ҡойма менән ҡар өйөмө араһында урын ҡалһа – йәй һөйөндөрөр.
- Декабрь иҫке ҡайғыны йыуыр, яңы йылға яңы бәхет йәйер.

Байрамдар:
1 – Бөтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнө.
- Бөтә Рәсәйҙә хоккей көнө
- Халыҡ-ара невролог көнө.
2 – Банк хеҙмәткәре көнө.
- Халыҡ-ара 2D-рәссамдәр көнө.
3 – Халыҡ-ара инвалидтар көнө.
- Билдәһеҙ Һалдат көнө
- Бөтә донъя компьютер графикаһы көнө.
4 – Информатика көнө.
- Бөтә донъя ҡосаҡлашыу көнө
- Ҡыш бабайға хат яҙыу, бүләктәргә заказдар биреү көнө.
5 – Халыҡ-ара волонтерҙар көнө.
7 – Халыҡ-ара граждандар авиацияһы көнө.
9 – Халыҡ-ара коррупцияға ҡаршы көрәш көнө.
- Рәсәйҙә – Ватан Геройҙары көнө.
10 – Бөтә донъя кеше хоҡуҡтары көнө.
- Бөтә донъя футбол көнө.
- Халыҡ-ара хайуандар хоҡуғын яҡлау көнө.
11 – Бөтә донъя тауҙар көнө
- Халыҡ-ара танго көнө.
12 – Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы көнө.
13 – Бөтә донъя балалар телевидениеһы һәм радитапшырыуҙары көнө.
14 – Чернобыль АЭС-ы һәләкәте эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларҙы хөрмәтләү көнө.
15 – Һөнәри бурысын үтәгәндә һәләк булған журналистарҙы иҫкә алыу көнө.
- Халыҡ-ара сәй көнө.
18 – ЗАГС хеҙмәткәрҙәре көнө.
19 – Халыҡ-ара ярлыларға ярҙам итеү көнө.
20 – Рәсәй Федерацияһының именлек органдары хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Халыҡ-ара теләктәшлек көнө.
22 – Энергетиктар көнө.
23 – Бөтә донъя сноуборд көнө.
24 – Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө.
26 – Бүләктәр көнө.
27 – Ҡотҡарыусылар көнө.
28 – Халыҡ-ара Кино көнө.
30 – СССР-ҙың ойошторолоуы көнө.
31 – Яңы йыл байрамы.
Читайте нас: