Бөтә яңылыҡтар
Яңы кәсеп
31 Октябрь , 08:24

Өйҙәге кеүек тәмле

20-ләгән кеше саҡырып, аят уҡытырға уйлаһағыҙ, әммә өйгә саҡырғығыҙ килмәһә, “Урман” кафеһына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Бының өсөн килеп көнөн, сәғәтен билдәләргә, меню төҙөргә генә кәрәк. Өйҙәге кеүек тәмле итеп бешереп, ихлас һыйларҙар. Хаҡы ла артыҡ ҡыйбат булмаҫ.  “Урман” кафеһы ҡаланың Тыныслыҡ урамы, 2/6 адресы буйынса, йәғни “Яна” магазинының янында урынлашҡан. Шуға ла иртә таң менән поликлиникаға ас ҡарынға анализ бирергә килгән кешеләр өсөн бигерәк тә уңайлы. Бында эҫе аш, былау, картуф иҙмәһе, манты, кәтлит һәм башҡа ризыҡтарҙы алып ашарға була. Еңел үҙләштерелә торған салаттар ҙа бар. Ҡамыр аштарынан пицца, бәлеш, ҡамыр эсендәге сосискалар, бөйөрөктәр, самса һәм башҡалар тәҡдим ителә. Фаст-фудтан фри картуфы һәм хот-дог бар. Балалар яратҡан һөт коктейлдарын заказға эшләтергә була. Тәмле-тәмле ҡәһүәләре тураһында әйтеп тораһы ла түгел!  Кафеға йөрөргә ваҡытығыҙ йәки теләгегеҙ булмаһа, 8 961 363 32 88 телефон һандарын йыйып, заказ эшләгеҙ. Әгәр һеҙ “Дауахана”  микрорайонында йәшәһәгеҙ йәки ризыҡты дауаханаға алдырырға теләһәгеҙ, шулай уҡ яһаған заказығыҙҙың суммаһы 500 һумдан артһа, әйткән адрес буйынса бушлай алып килеп тә бирәләр. 

Реклама
Өйҙәге кеүек тәмле
Өйҙәге кеүек тәмле

“Баймаҡта “Урман” тигән кафе асылған. Эй, тәмле бешерәләр. Әсәйҙеке кеүек килеп сыға...”

Урамда ике кешенең шулай һөйләшеп барғаны ҡолағыма салынып ҡалды. Унан “сарафан радиоһы” ватсаптағы чаттарға ла килеп етте. Ҡыҙыҡһыныуым арта барҙы һәм бер көн “Урман” кафеһына юлландым. Ыҡсым һәм матур ғына кафе икән. Бындағы тәмле ризыҡ еҫтәре үҙҙәренә арбай. 

– Ни өсөн “Урман” тип исем ҡуштығыҙ? – тип һорайым кафе хужаһы Зөлфәт Дәүләкәновтан.

– Кафе асырға булғас, беҙ башҡортса ла, русса ла матур яңғыраған, шул уҡ ваҡытта башҡортса булған исем эҙләнек. Мин үҙем 18 йыл урман хужалығында эшләнем. Шуға ла оҙаҡ уйлап торманыҡ, кафены “Урман” тип атаныҡ, – ти Зөлфәт Тәлғәт улы. 

“Урман” – “хәләл” сертификаты алған кафе. Шулай уҡ ул ғаилә кафеһы ла. Бында Дәүләкәновтар күмәкләп эшләй. Ғаилә башлығының әсәһе Гөлнур апай кассала тороп һатыу итә. Килгән ҡунаҡтарҙы асыҡ йөҙ, йылы һүҙ менән ҡаршы ала. Ғаилә хужабикәһе Рәмилә кафе өсөн кәрәкле һәм сифатлы, хәләл аҙыҡ-түлекте һатып алыу менән булыша. 

Өлкән улдары Заһир Салауат ҡалаһында ашнаҡсы һөнәренә уҡып йөрөй. Ялға ҡайтҡанында ата-әсәһенә ярҙам итә. студенттарҙың каникулы булған мәлдәрҙә кафеға килеп, Заһирҙың бешергән ризыҡтарын тәмләп ҡарарға мөмкин. Икенсе улдары Таһир мәктәптә уҡып йөрөй. Ул да буш ваҡытында ата-әсәһенә ярҙам итә. 

Әйткәндәй, кафела эш урындары булдырылған. Ашнаҡсылар мәшғүллек үҙәге аша тап “Урман” кафеһында эш тапҡан. Улар бешергән барлыҡ ҡамыр аштарына, һурпалы аштарға, бутҡаларға һәм башҡа ризыҡтарға, салаттарға күңел йылыһы һалынған. 

20-ләгән кеше саҡырып, аят уҡытырға уйлаһағыҙ, әммә өйгә саҡырғығыҙ килмәһә, “Урман” кафеһына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Бының өсөн килеп көнөн, сәғәтен билдәләргә, меню төҙөргә генә кәрәк. Өйҙәге кеүек тәмле итеп бешереп, ихлас һыйларҙар. Хаҡы ла артыҡ ҡыйбат булмаҫ. 

“Урман” кафеһы ҡаланың Тыныслыҡ урамы, 2/6 адресы буйынса, йәғни “Яна” магазинының янында урынлашҡан. Шуға ла иртә таң менән поликлиникаға ас ҡарынға анализ бирергә килгән кешеләр өсөн бигерәк тә уңайлы. Бында эҫе аш, былау, картуф иҙмәһе, манты, кәтлит һәм башҡа ризыҡтарҙы алып ашарға була. Еңел үҙләштерелә торған салаттар ҙа бар. Ҡамыр аштарынан пицца, бәлеш, ҡамыр эсендәге сосискалар, бөйөрөктәр, самса һәм башҡалар тәҡдим ителә. Фаст-фудтан фри картуфы һәм хот-дог бар. Балалар яратҡан һөт коктейлдарын заказға эшләтергә була. Тәмле-тәмле ҡәһүәләре тураһында әйтеп тораһы ла түгел! 

Кафеға йөрөргә ваҡытығыҙ йәки теләгегеҙ булмаһа, 8 961 363 32 88 телефон һандарын йыйып, заказ эшләгеҙ. Әгәр һеҙ “Дауахана”  микрорайонында йәшәһәгеҙ йәки ризыҡты дауаханаға алдырырға теләһәгеҙ, шулай уҡ яһаған заказығыҙҙың суммаһы 500 һумдан артһа, әйткән адрес буйынса бушлай алып килеп тә бирәләр. 

Күптән түгел асылған “Урман” кафеһы киләсәктә һатып алыусыларын тәмле-тәмле ризыҡтар менән ҡыуандырып, гөрләп эшләп торһон! 

Эльмира КЕЙЕКҠУЖИНА.

ЕРИД: 2VtzqvXpoTA

Реклама хоҡуғында. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: