– Оксана, ят-ят бәлештәр бешерәһең. Рецепттарҙы ҡайҙан алаһың? Әллә махсус курстар үттеңме?
– Юҡ. Тәүге мәлдәрҙә рецепттарҙың интернет киңлектәрендә таралғанын ала инем. Һуңғы арала Сибай ҡалаһында йәшәүсе кондитер Гүзәлиә Уразбаеваның рецепттары буйынса бешерә башланым. Үҙе йомшаҡ ҡына була, ауыҙҙа иреп тора. Гүзәлиә оҫталыҡ дәрестәрен онлайн үткәрә. Шулай уҡ яңыраҡ ҡына Сибайҙа үҙенең кондитер магазинын асты.
– Тәүге заказыңды иҫләйһеңме?
– Әлбиттә! 2023 йылдың ноябрь айы ине. Был мәлдә ҡыҙым Азалия бигерәк бәләкәй булды. Үҙенә иғтибар дауланы. Улдарым да артыҡ ҙур түгелдәр. Һәр ҡайһыһы үҙенең бәләкәй генә “проблемаларын” хәл итеүемде талап итә. Шулай, көндөҙҙәрен – балалар, төндәрен – икенсе смена...
– Хәлдән тайғанһыңдыр инде?
– Төрлө ваҡыттар булды. Әммә мин зарланмайым. Мин – бик бәхетле әсә. Өс улым һәм ҡыҙым көн дә һөйөндөрөп кенә тора. Тәү сиратта ирем Азатҡа, улдарым Азамат, Тимур һәм Айратҡа рәхмәтлемен. Һәр ҡайһыһы хәленән килгәнсә ярҙам итергә тырыша. Әле еңеләйҙе. Үҙем дә оҫтара барам. Бәлештәрҙе тиҙерәк һәм тәмлерәк итеп бешерә башланым.
– Нисә төрлө бәлеш бешерәһең?
– Ассортимент артыҡ күп түгел, 12-13 төрлө ыуалып торған, ҡойоп бешерелгән бәлештәр. Күп осраҡта кешеләр “Ҡыҙыл бәрхәт”, “Көнсығыш” тип аталғандарына өҫтөнлөк бирә. Бынан тыш тултырылған горбуша балығын, бауырҙан торттар, сәк-сәк һ.б. эшләп бирәм.
– Ни өсөн эшеңде тап ҡамыр аштарынан башланың?
– Бала саҡтан әсәйемә эйәреп бешеренергә яраттым. Айырыуса төрлө бәлештәр бешерергә ярата инем. Был ваҡытта өйгә байрам төҫө инә. Ғаиләбеҙ менән танауҙы ҡытыҡлап торған хуш еҫле бәлеште бер табын артына ултырып ашаған мәлдәр әле лә хәтерҙә.
– Һеҙгә килгән ҡунаҡтар һәр саҡ маҡтау һүҙҙәрен яуҙыралыр инде. “Мин шул ваҡытта ҡунаҡ саҡырам. Аҡсаһын түләрмен, миңә лә ошондай бәлештәр бешереп бирә алаһыңмы?” – тип һорағандары булдымы?
– Эйе. Ундай саҡтар булғылай. Бындай мәлдә ҡанатланып, дәртләнеп китә инем. Шулай уҡ интернет киңлектәрендә бәлеш бешереп һатҡандарҙы йыш
күрергә тура килә. Бар ҡыйыулығымды йыйып, ватсаптағы чаттарҙың береһенә бешергән бәлештәремдең фотоларын ҡуйҙым. Янына: “Заказдар ҡабул
итәм”, – тигән яҙыуҙы ла беркеттем. Башта бәлештең хаҡын һорап шылтыраттылар, унан заказ яһанылар. Хәҙер инде үҙемдең даими клиенттарым да
барлыҡҡа килде.
– Заказ яһау өсөн һине нисек табырға була?
– Мин үҙемдең бешергән бәлештәремдең фотоларын күберәк “Бәйләнештә” сайтындағы диуарыма ҡуйып барам. Оксана Ханафина (http://vk.com/khanafina90 ) тип эҙләп табырға була. Шулай уҡ заказды телефон номеры аша ҡабул итәм. Минең телефон һандарым: 8 999 623 72 16. Ошонда уҡ ватсап та бар.
– Ниндәй теләктәрең, пландарың бар?
– Әлегә ошолай заказдар ҡабул итеү. Тағы ла күберәк төрлө бәлештәр бешереү. Былары яҡын киләсәктәге. Шулай ҙа киләсәктә бәлки, махсус ҡоролмалар һатып алып, үҙемдең бәләкәй генә икмәкханамды асырмын. Был әлегә хыялда ғына.
– Оксана, һиңә киләсәктә уңыштар теләйем. Балаларыңдан һөйөнөп, үҙеңдең икмәкханаңды асырға яҙһын. Уңыштар һиңә!
Эльмира Кейекҡужина.