Бөтә яңылыҡтар
Яңы кәсеп
15 Май 2023, 09:01

Бурыстан ҡотолам тиһәң...

Һуңғы осорҙа кредитҡа батҡан кешеләрҙе йыш осратырға була. Ғәҙәттә, күптәр был һаҙлыҡтан сығыу юлын таба алмай баш вата. Тап ошо ваҡытта төплө юрист кәңәштәре кәрәк тә инде. Әгәр ҙә һеҙҙең бурысығыҙ 300 мең һумдан ашыу булып, уны түләүе ауыр икән, был хәлдән сығыу юлы бар – 127-се Федераль закон, йәғни банкротлыҡ процедураһы. Был проблеманы хәл итеү юлдарын беҙ “Удаленный долг” юридик компанияһы етәксеһе Артур Илбулов менән бергә эҙләнек. Әйткәндәй, Был компания Рәсәйҙең бар төбәктәре менән дә эш алып бара. Бының өсөн 8 937 837 64 22 телефон һандары буйынса “WhatsApp”ҡа шылтыратырға, инстаграмдан @udali_dolg һылтанмаһы буйынса яҙырға була. Шулай уҡ “Һаҡмар” гәзите” паролен әйтһәң, 10% ташлама бирелә. 

Бурыстан ҡотолам тиһәң...
Бурыстан ҡотолам тиһәң...

Һуңғы осорҙа кредитҡа батҡан кешеләрҙе йыш осратырға була. Ғәҙәттә, күптәр был һаҙлыҡтан сығыу юлын таба алмай баш вата. Тап ошо ваҡытта төплө юрист кәңәштәре кәрәк тә инде.

Әгәр ҙә һеҙҙең бурысығыҙ 300 мең һумдан ашыу булып, уны түләүе ауыр икән, был хәлдән сығыу юлы бар – 127-се Федераль закон, йәғни банкротлыҡ процедураһы. Был проблеманы хәл итеү юлдарын беҙ “Удаленный долг” юридик компанияһы етәксеһе Артур Илбулов менән бергә эҙләнек. 

– Банкротлыҡты ҡайһы осраҡта юлларға була? 

– Банкротлыҡ – ул бурыслының кредиторҙарҙың талаптарын тулы күләмдә ҡәнәғәтләндерә алмауы (Арбитраж суд тарафынан йәки судтан тыш банкротлыҡ процедураһы һөҙөмтәһендә танылыу алыуы). Әгәр кешенең 300 мең һумдан ашыу бурысы йыйылып киткән һәм ул ауырыу, эшһеҙ ҡалыу  сәбәпле кредиттарын түләй алмай икән, Рәсәйҙә йәшәгән һәр кеше Арбитраж судҡа бөлгөнлөккә төшөүе хаҡында ғариза бирә ала. Әгәр ҙә был түләй алмаған бурыс 500 мең һумдан артып китһә, ул оҙаҡҡа һуҙмай үҙен банкрот тип иғлан итеү мотлаҡ, тип һанала. Был турала законда ла яҙылған. Кредиттар ғына түгел, кредит карталары, башҡа физик шәхестәргә бурыстары, микрозайм, торлаҡкоммуналь хужалыҡҡа бурысы (ут, һыу, газ, телефон өсөн түләү), ЮХХДИ-ға штрафтар, түләнмәгән һалымдар ҙа ошо иҫәпкә инә. 

Банкротлыҡҡа ғаризаны кеше үҙ аллы ла яҙа ала. Шулай уҡ юридик компанияға мөрәжәғәт итергә була. Тәүгеһендә уны дөрөҫ яҙырға һәм тәртибен белергә кәрәк. Шулай уҡ документтар буйынса ниндәйҙер хата килеп сыға икән, уны шунда уҡ төҙәтергә кәрәк. Шуға ла профессионалдарға ышанып тапшырыу яҡшыраҡтыр, тип уйлайым, сөнки үҙегеҙгә судтар буйлап йөрөргә һәм бөтә документты йыйырға кәрәкмәйәсәк. 

Әйткәндәй, банкротлыҡҡа сығыу хаҡындағы ғаризаны бурыслы кеше лә, бурысты талап итеүсе яҡ та биреүгә хоҡуҡлы. Был банк, кредитор, идара итеү компанияһы, бурысҡа аҡса биреп торған ябай кеше лә була ала. Сөнки банкротлыҡҡа сығыуҙың ике яҡ өсөн дә отошло булыуы мөмкин. 

Банкротлыҡҡа сығыу процесы бер нисә этапта бара. Тәүҙә реструктуризация үткәрәләр. Ябай итеп аңлатҡанда, банк йәки кредит биреүсе кешегә үҙ шарттарын тәҡдим итә. Йә ул проценттарһыҙ төп бурысын ғына түләүҙе ҡалдыра, йә кредитты түләү ваҡытын бер нисә йылға оҙайтырға ҡарар итә. Әммә бер нисә йылға кредит срогын һуҙған саҡта проценттар ҙа ҡырҡа арта. Әгәр ҙә бурыслы был шарттар менән ризалашмаһа, икенсе этап ҡарала. Бында кешенең милке тикшерелә. Бурыслының ере, башҡа милеге бар икән, ул һатыла һәм бурысты ҡайтарыу өсөн тотонола. Әгәр йәшәгән йортоғоҙ берәү генә икән – уны бер кем дә һаттыра алмай. Шулай уҡ туғандары, балаларының милкенә тейергә тейеш түгелдәр. 

Ә бына тормош иптәше, мираҫсының өлөштәрен һата алалар. Кешенең милеге булмаһа, мирауай килешеү (мировое соглашение) тәҡдим ителә. Бында ике яҡ та үҙ талаптарын ҡуя, уртаҡ фекергә килеп булмаған осраҡта, банкротлыҡ иғлан ителә. 

– Банкротлыҡҡа сығыуы бик еңел түгел икән. Етмәһә, был эште аҙағынаса еткереү өсөн ярайһы ғына сығымдар ҙа талап ителә. Былай ҙа бурысынан ҡотола алмаған кеше суд процесы өсөн аҡсаны ҡайҙан алһын? 

– Суд аша банкротлыҡ иғлан итеү, әлбиттә, сығымдар талап итә. Төрлө дәүләт пошлинаһы, финанс идарасыһының 25 мең һум күләмендәге наградаһы,  почта сығымдары. Ғөмүмән, һәр эштең айырым үҙенсәлеге бар. Кемдеңдер айырым үҙ милке генә була, икенсеһенең милектәге өлөшө. Әгәр клиент милкен ҡалдырырға теләһә, әлбиттә, бурысын түләргә кәрәк буласаҡ. Ярлы кеше генә банкротлыҡҡа сыға ала, тип яңылышмағыҙ. Бер нисә кредит алып, уларҙың береһен түләп бара алған, ә ҡалғандарына аҡсаһы етмәгәндәр ҙә банкротлыҡҡа бирә ала. 

Ә бына сараһыҙлыҡтан банкротҡа сыҡҡанда иң яҡшыһы – ойошманың, әйтәйек, коммуналь хеҙмәттәр менән иҫәпләшә алмай икән, идарасы компанияның уны судҡа биргәнен көтөргә кәрәк. Ул саҡта сығымды теге яҡ күтәрәсәк, ә кешенең килеме, милке, түләү мөмкинлеге юҡ икән, уға банкротлыҡҡа сығыуы әллә ни ауыр булмаясаҡ. 

– Банкрот тип иғлан ителгән кешегә ниндәйҙер сикләүҙәр бармы? 

– Һәр эштәге кеүек, бында үҙенең ыңғай яҡтары ла, кире яҡтары ла бар. Ыңғай яҡтары: кредиторҙарға түләүҙәр туҡтатыла. Кредит, пенялар һәм штрафтар буйынса проценттар иҫәпләнмәй. Суд приставтары башҡарма эште тамамлай. Мөлкәттән арест алына, сит илгә сығыуҙы тыйыу туҡтатыла.  Кредиторҙар һәм коллекторҙар финанс идарасыһы менән генә аралаша. Бурыслы менән аралашыу уларға тыйыла. Граждан бурысын артабан түләүҙән мәңгелеккә азат ителә. 

Кире яҡтары: һуңғы өс йылда бурыслының мөлкәтен тартып алыу буйынса эштең йәнә ҡаралыуы мөмкин. Закон буйынса, бөлгөнлөк процедураһы ваҡытында бурыслының килеме, картаһы менән финанс идарасыһы эш итә. Биш йыл дауамында бурыслы үҙенең кредиторҙарына банкротлығы тураһында хәбәр итергә тейеш. Йәнә биш йыл дауамында бурыслы банкротлыҡ процедураһын башлай алмай. Уға өс йылға етәксе йәки баш бухгалтер вазифаларын биләү тыйыла. 

– Шул уҡ ваҡытта ике көндә банкротлыҡҡа сығырға ярҙам итәм, тигән иғландар ҙа бар бит. 

– Банкротлыҡ процедураһы, уртаса алғанда, бер йылдан йыл ярымға тиклем һуҙыла. Күптәр, әлбиттә, реклама маҡсатында, йәнәһе лә, 4-5 айҙа сығарам, тип яҙа, әммә был улай түгел. Был ваҡытта банкротлыҡ тураһында ҡарар ғына алырға мөмкин. Әммә процедураны юғарыла яҙылған ваҡытта ғына үтергә мөмкин. Ғөмүмән, эште ҡыҫҡа ваҡыт эсендә атҡарабыҙ тиһәләр һәм юридик ойошма күрһәткән хеҙмәте өсөн хаҡты баҙар хаҡтарынан түбәнерәк алһа,  уйланырға урын бар. Хәҙер мутлашыусылар, ялған юристар быуа быуырлыҡ. Ике көндә бер нисек тә банкротлыҡҡа сығып булмай. Ғариза тапшырыу процесы ғына биш көнгә иҫәпләнгән. 

– Банкротлыҡ процедураһы тамамланғас, иҫәп нисек асыла? 

– Процедуранан һуң бурыслы эштең тамамланыуы тураһында ҡабул ителгән ҡарарҙы приставтарға һәм банктарға тапшыра. Приставтар картанан бурыстарҙы юҡҡа сығара, дәүләт хеҙмәттәре сайтында ла бурыс күренмәй башлаясаҡ. 

– Банкротлыҡтан һуң йәнә кредит алып буламы? 

– Процедуранан һуң кредит алыу бөтөнләй тыйылмай, ләкин бының өсөн ваҡыт талап ителә. Ғәҙәттә, клиенттың кредит тарихы юҡҡа сыға. 1-1,5 йылдан һуң банктар шылтыратып, үҙҙәре кредит тәҡдим итә башлай. Шулай ҙа юрғанығыҙға ҡарап аяғығыҙҙы һуҙырға, кредиттар, микрозаймдар алмаҫҡа кәңәш итер инем. 

– Һеҙҙең контора Өфөлә урынлашҡан. Бының өсөн Өфө ҡалаһына барыу мотлаҡмы? 

– Юҡ. Рәсәйҙең бар төбәктәре менән дә эш алып барабыҙ. Бының өсөн 8 937 837 64 22 телефон һандары буйынса “WhatsApp”ҡа шылтыратырға, инстаграмдан @udali_dolg һылтанмаһы буйынса яҙырға була. Шулай уҡ “Һаҡмар” гәзите” паролен әйтһәң, 10% ташлама бирелә. 

– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: