“Бала саҡтан ат һәм машина яраттым..."
Тормош бер генә урында тик тормай. Ябай, хатта ғәҙәти күренештәр ҙә заман менән бергә үҙгәрә, яңыра бара. Беҙ уларҙы “заманса технологиялар” йәки “инновацион технологиялар” тигән термин менән атап йөрөтәбеҙ. Ҡайһы ғына өлкәне алып ҡарама, барыһын да ошо яңы термин менән әйтеп була. Мәҫәлән, такси хеҙмәте. Элегерәк уны тик телефон һандарын йыйып саҡыртып, йәки урамға сығып ҡул күтәреп, туҡтатып ултырып китеп булған. Хәҙер гаджеттар аша махсус ҡушымталарҙы күсертеп йәки социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәргә инеп, был хеҙмәт менән ҡулланыу мөмкинлеге бар. Һуңғыһы хатта уңайлыраҡ та кеүек. Әллә ниндәй ят ҡушымтаны өйрәнергә лә кәрәкмәй, телефондың хәтерен дә тултырмай. “Ватсап”, “Бәйләнештә” сайттарында төркөм асып, такси хеҙмәте күрһәткән автомобилселәр бихисап. Такси хеҙмәте күрһәтеүселәр ҙә, был хеҙмәт менән ҡулланыусылар ҙа бынан ота ғына.
Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Радик Байбулов тап шундайҙарҙың береһе. Ул “Спорт”, “Фортуна” тип аталған такси хеҙмәте күрһәтә. Радиктың “тимер ат” менән ҡыҙыҡһыныуы бала саҡтан башлана. “Үҙемде белә-белгәндән ат һәм машина яраттым”, – ти ул. Шулай булмаһа, ни бары 2-се класта ғына уҡып йөрөгән малай трактор менән бесән саба алыр инеме икән?!
Юҡ, уға берәү ҙә “һин тракторға ултыр”, “бесән сап” тигән фарман бирмәй. Теләге шул тиклем көслө булғанғамы, ололарҙы күндереп, тракторҙың рулен ҡулына ала. Һәм... яйлап-яйлап ҡына ул хыялына табан юл йыра башлай.
Радик шулай уҡ спортты үҙ итә. Йәйҙәрен – йүгерә, ҡыштарын саңғыға баҫа. Бының өсөн ул көн дә тәүлектең ике сәғәтен бүлергә тырыша. “Нисек тә һаулыҡты нығытыр кәрәк бит!” – тип ул шуҡ йылмая. Шәхси тормошона килгәндә, тормош юлдашы Гөлзирә менән Абдулла, Абдрахман, Әбдрәхим һәм Мәҙинә исемле балалар үҫтерә. Уларҙың өлкәненә 8 йәш тулһа, бәләкәсенә әле 1 йәш тә тулмаған. Ғаиләһе ишәйгәс, тәүәккәл ғаилә башлығы үҙенең төп һөнәрен такси хеҙмәте күрһәтеүҙә күрә. “Яҡшы таксист ниндәй булырға тейеш?” – тигән һорауымды бирәм әңгәмәсемә. “Артыҡ күп һөйләмәй, мөләйемлегеңде һәм ихласлығыңды күрһәтә белеүҙәлер. Һәм, иң мөһиме, пассажирҙы оҙаҡ көттөрмәйсә барып алып, кәрәкле адрес буйынса илтеп ҡуйыуҙалыр”, – тигән яуапты ишетәм.
“Спорт”, “Фортуна” таксиһында һәр саҡ төрлө акциялар булып тора. Мәҫәлән, көнөнә ике тапҡыр тап ошо такси хеҙмәте менән файҙаланған кешегә өсөнсөһөндә ни бары 50 һум ғына түләп йөрөй алыу мөмкинлеге бар. Әйткәндәй, “Спорт” таксиһы ауылдар буйынса ла йөрөй. Шулай уҡ заказ буйынса магазинға барып та килә. Телефоны: 8 963 905 98 78, 8 996 102 25 30.
Радиктың пассажирҙарға кәңәше лә бар: “Такси саҡыртыр алдынан ныҡлап уйлағыҙ. Такси килеп еткәс, “кире уйланым”, тип әйтмәгеҙ. Шулай уҡ таксиҙы 5-10 минут алдан саҡыртырға тырышығыҙ”.
Аҡса эшләйем, тип себер тарафтарына сығып китергә йыйынған ир-егеттәргә “Спорт” таксиһында бер аҙ булһа ла эшләп ҡарарға кәңәш итәбеҙ. Ғаиләгеҙ янында булыуға ни етә!
Эльмира Кейекҡужина.