Бөтә яңылыҡтар
Яңы кәсеп
26 Октябрь 2022, 15:18

Исеме лә, эштәре лә матур

Ҡатын-ҡыҙ декрет ялында ниҙәр менән генә шөғөлләнмәй?! Ҡайһы берәүҙәр ошо ваҡытта үҙендә яңы һәләт тә асып һөйөнә. Был һәләте табыш та килтерһә, һөйөнөсө  икеләтә арта. Сибай ҡалаһында йәшәүсе Гөлнәфис Шәрипова ла декрет отпускыһына сыҡҡас, үҙендә яңы һәләт аса – кейемдәрҙе махсус буяҡтар менән биҙәй башлай.  Гөлнәфис һөнәре буйынса медицина хеҙмәткәре. 

Исеме лә, эштәре лә матур
Исеме лә, эштәре лә матур

– Бәпәй көткән осор – айырыуса сихри мәл бит ул. Күп ҡатын-ҡыҙҙар тап ошо саҡта үҙендә үҙгәрештәр кисерә. Был, әлбиттә, кәүҙәгә генә ҡағылмай. Кемдер һүрәт төшөрә,  бәйләм бәйләй, ижад итә һ.б. Мин дә йыраҡ китеп торманым. Һүрәт төшөрөп, күңелемә йыуаныс таба инем. Бер көн был һүрәттәрҙе футболкаға эшләп ҡараным. Оҡшап  ҡалды. Аҡ футболкаға милли биҙәк – түшелдеректе яһаным. Хәҙер инде футболка менән генә сикләнеп ҡалмайым. Һүрәтте башҡа кейемдәргә лә – ул кофта булһынмы,  күлдәкме, джинсы әйберҙәреме, бейсболкамы, галстукмы – барыһын да заказ буйынса биҙәйем. Әйткәндәй, галстукты мин үҙем тегәм, – ти Гөлнәфис Вәхит ҡыҙы. 

Туҡымаға һүрәт төшөрөүҙең үҙ алымдары ла бар. Гөлнәфис тәүҙә кейемдең төҫөнә ҡарап, һабын йәки ябай графит ҡәләм менән һүрәт яһай. Унан туҡыма өсөн махсус  буяҡтар һәм бәләкәй бумала ярҙамында буяй. Буяуын яңылыштан ғына ситкә сығарһа, ҡабаттан эшләй. Әгәр инде юйҙырырлыҡ булмаһа, һиҙҙермәй генә берәй деталь өҫтәп ебәрә. “Нисек кенә булмаһын, шөкөр, эшемә ҡәнәғәтһеҙлек белдергәндәре юҡ”, – ти ҡул эше оҫтаһы. Һүрәттәргә килгәндә, уларҙың төрлөһө бар. Күберәген оҫта интернет селтәренән ҡарап ала. Ә бына түшелдеректәрҙе төшөргәндә башлыса үҙенең фантазияһына таяна. 

Һорау тәҡдим тыуҙыра, тиҙәр баҙар өлкәһе белгестәре. Гөлнәфис биҙәп эшләгән кейемдәргә заказ республиканың төрлө райондарынан килә. Улар араһында йәше лә,  олоһо ла бар. “Инәй-олатайҙар күберәк килендәренә, улдарына, ейән-ейәнсәрҙәренә ошондай бүләк эшләй. Йәй көндәре “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына  футболкаларға заказ бирәләр. Быйыл бер ҙур ғаилә шундай 81 футболка эшләтеп алды”, – ти Гөлнәфис. Шулай уҡ һуңғы ваҡытта уға балаларҙың исеме яҙылған  яҫтыҡтар биҙәүен һорап мөрәжәғәт итәләр икән. 

Гөлнәфис Вәхит ҡыҙы кеүек кейемдәрегеҙҙе биҙәп кейергә теләһәгеҙ, ул үткәргән онлайн һәм оффлайн дәрестәргә яҙылырға мөмкин. 

– Курсҡа ай һайын кеше йыям. Кемдер Сибайҙа йәки яҡын-тирәлә йәшәһә, өйөмә килә. Килә алмағандарға ватсап аша үҙем төшөргән видеодәресте ебәрәм, – тине Гөлнәфис Вәхит ҡыҙы. 

Кеше эшләгән эш һәр саҡ еңел тойола. Ә бына үҙең тотонһаң, ҡапыл юғалып ҡалаһың. Бер нәмә лә килеп сыҡмаҫ төҫлө тойола. Бындайҙарға кәңәш итеп, оҫта былай тине: 

– Мин йылдан ашыу үҙемдең һәм яҡындарымдың кейемдәрен генә буяным. Аҙаҡ ҡына заказдар ҡабул итә, оҫталыҡ дәрестәре үткәрә башланым. Һуңғыһы ҡапыл килеп  сыҡты. Бер танышым миңә лә өйрәт, тип өйгә килде. Өйрәттем. Рәхмәттәрен әйтеп, аҡса һуҙҙы. Тап ошолай итеп тә табыш алып булғанын аңланым. 

Гөлнәфистең эштәрен ҡарарға теләк булһа, “Бәйләнештә” селтәренән эҙләп табырға була. Ошонда уҡ төрлө конкурстар, уйындарҙа ҡатнашып, бүләктәр оторға мөмкин. 

Ә бына ошолай итеп табышлы эш башларға уйлағандарға кәңәш итеп, ҡыйыулыҡ теләне: “Туҡтап ҡалмаһындар, эшләһендәр, тәжрибә туплаһындар. Һәр башланғыс ныҡ  тырышҡанда ғына табышлы бизнесҡа әйләнеп китә. Теләк булғанда барыһы ла килеп сыға”, – тине Гөлнәфис Шәрипова. 

Эльмира Кейекҡужина. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: