Һаҡмар
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңы кәсеп
22 Сентябрь 2022, 12:04

Нәзилә Йосопова-Кәйекбирҙина

Сығышы менән төпкөл Йылым ауылынан булған Нәзилә Иҙрис ҡыҙы Йосопова-Кәйекбирҙина әле Йәрмөхәмәт ауылында йәшәй.  “Иптәшем ҡырҙа вахта ысулы менән эшләй. Шуға ла миңә дүрт баланы, донъябыҙҙы көтөп, өйҙә хужабикә булып ултырырға тура килә. Башта тормош иптәшемдең класташы Гөлназ Исламғолова аша матур-матур кейемдәрҙе интернет-заказ аша яҙҙырып алғыланым. Бер мәл ул “Әйҙә, һин дә шөғөлләнеп  ҡара. Оҡшаһа, дауам итерһең, оҡшамаһа, үҙең, ғаиләң өсөн генә заказдар яһарһың”, – тигән тәҡдим индерҙе. Аллаға шөкөр, ҡыйыуһыҙ ғына башлаған эштең арты хәйерле булды. Оҡшап ҡалды. Иң алда туғандарыма, дуҫтарыма тәҡдим иттем, аҙаҡ үҙ битләүегемә ҡуйып, башҡаларҙан да заказ йыя башланым. Ә  кейемдәрҙе мин Мәскәү ҡалаһынан алдырам”, – ти Нәзилә Иҙрис ҡыҙы.  Нәзилә аша кейем-һалымға заказ бирергә теләк булһа, социаль селтәрҙәге https://vk.com/id387597287 адресы буйынса таба алаһығыҙ.  Шулай уҡ тулыраҡ мәғлүмәтте 89659253699 телефоны аша алырға мөмкин.

Нәзилә Йосопова-Кәйекбирҙина
Нәзилә Йосопова-Кәйекбирҙина

Сығышы менән төпкөл Йылым ауылынан булған Нәзилә Иҙрис ҡыҙы Йосопова-Кәйекбирҙина әле Йәрмөхәмәт ауылында йәшәй. 

“Иптәшем ҡырҙа вахта ысулы менән эшләй. Шуға ла миңә дүрт баланы, донъябыҙҙы көтөп, өйҙә хужабикә булып ултырырға тура килә. Башта тормош иптәшемдең класташы Гөлназ Исламғолова аша матур-матур кейемдәрҙе интернет-заказ аша яҙҙырып алғыланым. Бер мәл ул “Әйҙә, һин дә шөғөлләнеп  ҡара. Оҡшаһа, дауам итерһең, оҡшамаһа, үҙең, ғаиләң өсөн генә заказдар яһарһың”, – тигән тәҡдим индерҙе. Аллаға шөкөр, ҡыйыуһыҙ ғына башлаған эштең арты хәйерле булды. Оҡшап ҡалды. Иң алда туғандарыма, дуҫтарыма тәҡдим иттем, аҙаҡ үҙ битләүегемә ҡуйып, башҡаларҙан да заказ йыя башланым. Ә  кейемдәрҙе мин Мәскәү ҡалаһынан алдырам”, – ти Нәзилә Иҙрис ҡыҙы. 

Нәзилә аша кейем-һалымға заказ бирергә теләк булһа, социаль селтәрҙәге https://vk.com/id387597287 адресы буйынса таба алаһығыҙ. 

Шулай уҡ тулыраҡ мәғлүмәтте 89659253699 телефоны аша алырға мөмкин.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: