Баймаҡ ҡалаһынан Фирүзә Иҙрис ҡыҙы Тутаева быға ҡәҙәр башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. 2015 йылдың октябрендә “Орифлэйм” селтәр бизнесына теркәлеү үтә. Шунда уҡ был фирманың продукцияһына ғашиҡ була. Һәр төрлө кремдарҙы, духи, помадаларын дуҫтарына, таныштарына тәҡдим итә башлай. Заказдар алып, продукция һата. Традицион ғаилә бизнесын аса.
“Орифлейм”ға ингәнемә быйыл 7 йыл була”, – ти Фирүзә Иҙрис ҡыҙы. Ошолай ике йыл һиҙҙермәйсә үтеп китә. Был фирманың башҡа төрлө мөмкинлектәрен дә өйрәнә. Төрлө семинарҙарға йөрөй. Үҙе кеүек эшҡыуарҙарҙан оҫталыҡ дәрестәрен ала. “Был төр бизнес менән шөғөлләнеү өсөн ни бары телефон етә. Сенсорлы телефондан заказдар яһап, өйрәтеү дәрестәрен үтергә була. Айырыуса декрет ялында ултырған йәш әсәләр өсөн уңайлы. Башлап китеү өсөн хатта өҫтәмә аҡса ла кәрәкмәй”, – тип Фирүзә Тутаева һүҙен дауам итте.
Әгәр инде ҡапыл ғына шәп духи, крем йәки башҡа төрлө продукцияны һатып алырға теләк булһа, “Мегаполис” сауҙа үҙәгенә юл тотоғоҙ. (Баймаҡ ҡалаһы, Есенин урамы, 15) 54-се бутикта каталог менән дә, продукция менән дә таныша алаһығыҙ. Был һатыу нөктәһен “Матурлыҡ һәм сәләмәтлек офисы”, тип атарға булыр ине. Бында һеҙ тәмле-татлы һәм файҙалы коктейлдәрҙе тәмләп, хуш еҫле хушбуйҙарҙы еҫкәп ҡарай алаһығыҙ. Шулай уҡ орифлэйм косметикаһын ҡулланып, визажист, косметолог оҫталыҡ дәрестәрен күрһәтә.
Социаль селтәрҙән Фирүзә Тутаеваны табыуы бик еңел. Бының өсөн ошо һылтанмаға баҫығыҙ:
https://vk.com/id83316101.
Бар мәғлүмәттәрҙе 89050046475 телефонына шылтыратып алығыҙ.