– Марсель, интернет селтәре ярҙамында аҡса эшләү идеяһы бер бөгөн генә килеп тыумағандыр?
– Юҡ, әлбиттә. Үҙемә килгәндә, мин Темәстәнмен. Ауылдағы мәктәпте тамамлағас, ниндәй һөнәр һайларға икән, тип артыҡ баш ватманым, Сибай ҡалаһына юл тоттом. Һөнәрселек училищеһында балта оҫтаһы һөнәрен үҙләштерҙем. Ағас эше миңә бала саҡтан яҡын булды. Үҙемә ағастан машина эшләп алып, бауға тағып йөрөгәнем әле лә хәтерҙә.
– Һинең эшләгән йорт йыһаздары, йәғни мебель халыҡ араһында ҙур популярлыҡ яулаған ине. “Бына был ашһыу гарнитурын Марсель ҡустым эшләгәйне”, – тип һөйләгәндәрен ишеткәнем бар. Һин эшләгән мебелде ҡайҙан табырға була?
– Бер ҡайҙан да табып булмай. Хәҙер был эште ташланым. Эйе, башта мин аҡса эшләү юлын тик мебелдә генә күрә торғайным. Әле сим-карта һатыу менән булышам. Шулай уҡ “Бәйләнештә” селтәрендәге “Файҙалы кәңәштәр” тигән төркөмөм дә табыш килтерә.
– Мебель эшләүҙе ни өсөн ташланың? Табыш килтермәй башланымы?
– Юҡ. Балыҡ һыуҙың тәрәнен эҙләй, тигән кеүек, кеше лә үҙенә яҡшырағын, күңеленә яҡынырағын эҙләй. Заказдар күп булды. Әле лә эҙләп килгәндәр бар. Уйлап ҡараһаң, миңә ҡарағанда күпкә оҫтараҡтар бихисап. Уларҙың эшләгән мебеле алдында баш эйерлек. Тик бына оҫта булыу ғына етмәй шул. Һәр эшкә реклама кәрәк. Мин үҙемдең конкуренттарымды реклама арҡаһында еңә торғайным.
– Ошо турала ентеклерәк һөйләй алаһыңмы?
– Әлбиттә. Ул ваҡытта Магнитогорск ҡалаһында йәшәй инем. “Бәйләнештә” селтәрендә төркөм булдырҙым. Һәр эшләгән мебелде видеоға төшөрөп һалып барҙым. Аудитория ҙур булғас, уларҙың һәр ҡайһыһын 15-20 мең кеше ҡарай ине. Заказдарҙы эшләп өлгөртә алмаған саҡтар ҙа булғыланы. Һуңынан төрлө сәбәптәр менән Темәскә ҡайтырға тура килде. Заказдар туҡтап ҡалманы. Киреһенсә, артҡандан-арта барҙы. Барыһына ла яуап итеп, был эште ташлауымды аңлатырға кәрәк ине. Шул саҡ төркөмдө һатырға ҡарар иттем.
– Аудиторияны нисек тиҙ тупланың?
– Һәр төрлө уйындар менән. Ҡайһыһыналыр ташлама, икенсе береһендә бүләктәр алып. Шулай тиҙ генә төркөмдә 6 мең кеше булып китте. Яйлап артҡандан-арта барҙы. Ауылға ҡайтҡас, мин уны 80 мең һумға һатып ебәрҙем. Унан йәнә бер төркөм астым. Подписчиктар һаны 21 меңгә тулғайны, һатырға ҡарар иттем һәм 20 мең һумға һаттым. Быларҙың икеһенә бергә 20 мең һум тирәһе аҡса түктем. Һөҙөмтәлә 100 мең һум аҡса эшләнем. Һәм килеп йәнә бер төркөм астым. Уны “Файҙалы кәңәштәр” тип исемләнем.
– Ни өсөн “Файҙалы кәңәштәр” тип атаның?
– Мин үҙем бешеренергә яратам. Мониторинг үткәрҙем дә, тап башҡорт телендә “Файҙалы кәңәштәр” кеүек төркөм юҡ икәнен күрҙем. “Ҡана, асайым әле”, – тигән уй башҡа инде һәм 2018 йылдың май айында эш башлап ебәрҙем. Хәҙер был төркөмөм подписчиктар һаны менән дә, күрһәткестәр буйынса ла, уҡылыу яғынан да яҡшы процент туплай. Ә был, үҙ сиратында, килем килтереүгә этәргес бирә.
– Төркөмдө бер үҙең алып бараһыңмы?
– Башта үҙем генә алып барҙым. Рецепттар, һәр төрлө кәңәштәр яҙып һалдым. Мин үҙем итле аштарға өҫтөнлөк бирәм. Ҡаҙанда, мангалда бешерергә, итте, балыҡты ыҫларға яратам. Хыялым – афған ҡаҙанын алыу. Әле ҡул барып етмәй тора (көлә). Ана шул үҙем яратып бешергәнде видеоға төшөрҙөм. Тора-бара подписчиктар һаны 19 меңгә етте. Төркөм үҙе килем килтерә башланы. Шул саҡ редактор алырға ҡарар иттем.
– Төркөмдө күтәрер өсөн ни эшләргә була?
– Иң тәү сиратта кешенекен урламаҫҡа. Нисек кенә ҡыйын һәм ваҡыт яғы тар булмаһын, тексты үҙеңә яҙырға кәрәк. Үҙенсәлекле һәм яҡшы сифатлы картина ла мөһим роль уйнай. Шулай уҡ картина квадрат формала булһын. Шулай уҡ мониторинг үткәреп, кеше күберәк ултырған ваҡытты табыу зарур.
– Монетизацияға үтер өсөн нимә эшләргә кәрәк? Һәм монетизация нимә бирә?
– Төркөмдә подписчиктар күпме булыуына ҡарамаҫтан, уның көнөнә 7500-ө инеп, постарҙы уҡырға тейеш. Бында төркөмгә ҡуйылған һылтанмалар артҡа һөрәй. “Бәйләнештә” сайты өс һылтанмаға рөхсәт бирә. Монетизацияға үткәндән һуң “Бәйләнештә” селтәре тематикаға тап килтереп, рекламаларҙы үҙе ҡуя башлай. Ә һәр реклама ул үҙе үк аҡса алып килә.
– Әңгәмәң өсөн рәхмәт! Уңыштар һиңә!
Эльмира Кейекҡужина.