– Урал Ҡаһарман улы, үҙегеҙ менән таныштырып үтегеҙ әле?
– Сығышым менән мин Буранбай ауылынан. Рауза менән Ҡаһарман Ғөбәйҙуллиндарҙың ишле ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килгәнмен. Аллаға шөкөр, ҡәҙерлеләребеҙ ун ике балаһының һәр ҡайһыһына лайыҡлы тәрбиә биреп, оло тормош юлына оҙатты. Арабыҙҙа медицина хеҙмәткәрҙәре лә, педагогтар ҙа, иҡтисадсы ла бар. Башланғыс белемде Буранбайҙа алдым. Урта мәктәпкә Сыңғыҙға барҙым. 8-се класты тамамлағас, Сибай ҡалаһындағы педагогия училищеһының хеҙмәт бүлегенә юлландым. Хеҙмәт юлымды Беренсе Этҡол мәктәбендә башланым. Күп тә үтмәй, ноябрҙең урталарында мине әрме хеҙмәтенә алдылар. Украинаның Закарпатье өлкәһенә эләктем. Карпат тауҙары артында талдан үреү кәсебе ныҡ үҫешкән: сауҙа итәләр, күргәҙмәләргә сығаралар. Бындағы эштәр күңелемде әсир итте. Тыуған яғымда белгән эшемде камиллаштырырға кәрәк, тигән хыял менән ҡайттым.
– Талдан үреү эшен белә инегеҙме әллә?
– Эйе, ауылда элек быны белмәгән малай булғанмы икән? Тиҫтерҙәрем менән уҡ һәм ян да яһаныҡ. Унан ҡалһа, яҙ көндәрендә беҙҙең өсөн “ҡыҙыу эш” мәле башлана. Әүеҫлек башына менеп, талдан ҡаҙ, тауыҡ оялары, балыҡ тотоу мурҙалары үрәбеҙ. Ә талды ҡар кисеп барып, Һаҡмар буйынан йыйып алабыҙ.
– Ысынлап та, онотолмаҫ мәлдәр. Әрменән ҡайтҡас, мәктәптә эшләүегеҙҙе дауам иттегеҙме?
– Юҡ, белемемде камиллаштырыу маҡсатында Магнитогорск ҡалаһына юландым. Педагогия институтындағы рабфакка уҡырға индем. Бында мин ағастан, таштан төрлө әйберҙәр һәм башҡа фигуралар эшләргә өйрәндем. Тап ошо йылдарҙа ғүмерлек тормош юлдашымды осраттым. Уҡыуҙы тамамлағанда Әбйәлил ҡыҙы Фрүзә менән өйләнешкән инек инде. Бергәләшеп 1984 йылда Магадан өлкәһенә юлландыҡ. 8 йыл йәшәп ҡайттыҡ. Тик был юлы икәүләп түгел, дүртәүләшеп, Денис менән Илгиз исемле ике улыбыҙҙы алып ҡайттыҡ. Күлтабан мәктәбендә эш урыны бар, тигәстәр, шатланып ризалаштыҡ. Фрүзә – математиканан, ә мин хеҙмәт дәресенән уҡыта башланыҡ. Мәктәптәрҙә штатты ҡыҫҡартыу башланғас, 2011 йылда хаҡлы ялға сығырға тура килде.
– Илгиз менән Денис та һеҙҙең юлды дауам иттеме?
– Юҡ. Денис сауҙа өлкәһен һайланы. Ул әле Сибай ҡалаһында йәшәй. Илгиз әрме хеҙмәтенән һуң килешеү төҙөп, хеҙмәт итергә ҡалды. Абхазияла сик һаҡлай. Икеһе лә, Аллаға шөкөр, өйләнгән. Икешәр ҡыҙ һәм берәр ул тәрбиәләйҙәр.
– Хаҡлы ялға сыҡҡас яратҡан эшегеҙгә башкөллө сумдығыҙмы?
– Ял итеп ултырыу ҡайҙа ул! Интернеттан һәр төрлө фигуралар өйрәнеп алдым да, кәрзиндәр, кашпо, кресло үрәм. Ағастан да, һөйәктән дә ҡырып әҙерләгән әйберҙәрем бар. Уҡ менән ян да эшләйем. Быныһына билдәле уҡсы Юлай Ғәлиуллиндан консультация алғандан һуң ғына тотондом. Башта килеп сыҡмай аптыратты. Ярты йыл ыҙаланым. Шунан килеп сыға башланы. Күңел йыуанысы булған шөғөл табыш та килтерә башланы.
– Талды әҙерләү өсөн күпме ваҡыт талап ителә?
– Талды һут сығарып бөткәс, япраҡтары ҡойолғас, көҙ көнө әҙерләйем. Йыл дауамына етерлек булһын өсөн күберәк йыйып ҡалырға тырышам. Башта ҡайнатып, ҡабығын һыҙырам. Аҙаҡ киптереп һалып ҡуям. Дөрөҫ һаҡлаһаң, йылдар буйына боҙолмай. Үрер алдынан ебетеп алам. Нәҙегерәктәренә 1-2 сәғәт етә. Ә бына бармаҡ йыуанлыҡтарын кис һыуға һалам. Иртәнсәк эшкә яраҡлы була.
– Ҡул эштәрегеҙгә реклама нисек эшләйһегеҙ?
– “Бәйләнештә” селтәрендәге диуарыма һалам. Күреп ҡалғандар бәйләнешкә сыға, хаҡын, эшләнеү ваҡытын һорап яҙа. Шулай уҡ һабантуй кеүек һәр төрлө йыйындарҙа күргәҙмә эшләйем. “Башҡортостан” телеканалы эшләгән “Ете егет” проектының тәүге миҙгелендә ҡатнаштым. Егеттәргә талдан әйберҙәр үрергә өйрәттем. Өфө ҡалаһына ла күргәҙмә алып барғаным булды.
– Ҡул эшенә тотонорға ваҡыт етмәгән саҡтар ҙа булалыр?
– Юҡ, мин улай оҙаҡ тәнәфес яһай алмайым. Ауыл ерендә йәшәгәс, бесәнгә барырға тура килә. Бындай саҡтарҙа таңғы сәғәт 5-тә торам. Ярҙам итергә ҡайтҡан балаларыбыҙ йоҡонан уянғансы арыуыҡ эшемде эшләйем. Ҡабул иткән заказды ваҡытында тапшырырға кәрәк бит! Ысынында иһә бындай эшкә тотона алмаһам, ҡулым “ҡысып тик торған” кеүек тойола. Көн һайын саҡ ҡына булһа ла булышырға тырышам.
– Һеҙҙең кеүек тал үреп, ағас эше менән шөғөлләнергә теләгәндәр өсөн әйтер һүҙҙәрегеҙ бармы?
– Нимә менән шөғөлләнһәләр ҙә ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаһындар. Бер нәмә лә еңел бирелмәй. Беренсеһен эшләгәндә, хатта өсөнсө-дүртенсеһендә лә килеп сыҡмауы ихтимал. Яйлап, шымарып китәһең. Теләк һәм ныҡышмалылыҡ булғанда барыһы ла килеп сыға. Тәүге тапҡыр эшләгән кәрзинемде әле лә һаҡлап ҡуйғанмын. Һәр эшләгән кәрзинемде уның менән сағыштырып ҡарайым. Ер менән күк айырмаһы! Тап ошо кәрзин ошо йүнәлештәге тәүге аҙымдарымды хәтергә төшөрөп тора. Ҡулдан килмәгән эш булмай.
– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт! Уңыштар һеҙгә!
Эльмира Кейекҡужина.